Ҡотлоғәлләмов Марсель Әҡсән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ҡотлоғәлләмов Марсель Әҡсән улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 15 сентябрь 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (79 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Әбйәлил районы, Хәлил ауыл Советы (Әбйәлил районы), Ҡалмаҡ
Һөнәр төрө журналист
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Ҡотлоғәлләмов Марсель Әҡсән улы (рус. Кутлугаллямов Марсель Аксанович; 15 сентябрь 1941 йыл) — журналист. 1994 йылда - Рәсәй Федерацияһының, 1990 йылда Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булған. СССР Журналистар союзы ағзаһы (1976)[1][2]

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Марсель Әҡсән улы Ҡотлоғәлләмов 1941 йылдың 15 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Ҡалмаҡ ауылында тыуған.

Яҙмалары 14 йәшенән тыуған районының «Осҡон» гәзитендә баҫыла башлай. Журналист булыу теләге уны Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына алып килә.

Хеҙмәт юлын юғары уҡыу йортон тамамлау менән 1965 йылда Әбйәлил районының «Осҡон» гәзитендә бүлек мөдире булып эшләүҙән башлай.

Район гәзиттәрендә бер генә мөхәррир, ҡалғандар — бүлек хеҙмәткәрҙәре. Уны 1966 йылда уҡ мөхәррир урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр, ә инде 1967 йылда гәзиттең мөхәррире булып китә.

1969—74 йылдарҙа ул «Совет Башҡортостаны» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булараҡ Белорет ҡалаһында эшләй, 1973 йылдан башлап гәзиттең мәғлүмәттәр бүлеге мөдире була.

1976 йылда КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбенең журналистика бүлеген тамамлай.

Өс йыл — 1976—79 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының матбуғат, телевидение һәм радио секторы мөдире булып эшләй, шунан 1979 йылда "Совет Башҡортостаны" гәзитенә яңынан мөхәррир урынбаҫары булып килә һәм 1986 йылға тиклем ошо республика баҫмаһында ижад итә.

1986 йылдан алып БАССР‐ҙың телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәре.

1990 йылда республикала яңы баҫма — «Известия Башкортостана» гәзите сыға башлай, Марсель Әҡсән улы уның тәүге баш мөхәррире була.

М.Ә. Ҡотлоғәлләмов 1999—2003 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт министры урынбаҫары булып эшләй[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Салауат Юлаев ордены (2013)[4]
  • Әбйәлил районының Почетлы гражданы[5]
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990)
  • Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия тәүге лауреаты (1989)

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡатыны Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Сания Ғөзәйер ҡыҙы менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр[6].

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Продолжение легенды» (1999)
  • «Золотая россыпь» (2002)
  • «То был лишь только ветер» (1999)
  • «Неуслышанный набат» (2003)
  • «Формула прочности» - Уфа : Китап, 2004
  • «Сумерки века» - Уфа : Китап, 2006.
  • «Осень без Мустая» - Уфа : Китап, 2006.
  • Ел-дауыллы быуат: публицистика, эссе. - Өфө : Китап, 2008
  • Дәүерҙәр осрашҡанда. Өфө : Китап, 2011. - 326, [1] с.; 21 см.; ISBN 978-5-295-05335-1
  • Остаюсь с вами: о жизни и времени. Уфа, 2011.
  • Дәүерҙәр аҙашҡан ваҡыт - Өфө, Китап, 2016.

Марсель Әҡсән улы утыҙҙан ашыу китап, йөҙҙәрсә публицистик әҫәрҙәр авторы, хаҡлы ялға сыҡҡас та ижади эшмәкәрлеген дауам итә[7].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]