Ҡунафин Марат Һәүбән улы
Ҡунафин Марат Һәүбән улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй Башҡортостан Республикаhы |
Тыуған көнө | 1 июнь 1963 (61 йәш) |
Тыуған урыны |
Иглин районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР Иглин, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | хирург |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Ҡунафин Марат Һәүбән улы (1 июнь 1963 йыл) — хирург. Медицина фәндәре докторы һәм профессор (2001)[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡунафин Марат Һәүбән улы Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре, СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы Һәүбән Нурлығаян улының Хунафиндың улы. Ул 1963 йылдың 1 июнендә Башҡорт АССР‑ының Иглин районы Иглин ауылында тыуған[1]. 1986 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай. 1991 йылдан алып Башҡорт дәүләт медицина университетында эшләй: башта Дипломдан һуң белем биреү институтының хирургия кафедраһы ассистенты, ә 1999 йылдан хирургия кафедраһы доценты вазифаһында, ә 2001 йылда кафедра профессоры вазифаһына күсерелә. 2006 йылдан алып Дипломдан һуң белем биреү институты директоры, ә 2009 йылдан дауалау эштәре буйынса проректор[2][1].
1992 йылда Кунафин Марат Һәүбән улы Харьков медицина институтында кандидатлыҡ диссертацияһы, ә 2000 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетында срогынан алда докторлыҡ диссертацияһы яҡлай һәм 2001 йылда Юғары аттестация комиссияһы раҫлай. 2011 йылдың июненән Кунафин Марат Һәүбән улы Дипломдан һуң белем биреү институтының тиҙ ярҙам һәм һәләкәттәр медицинаһы кафедраһы мөдире итеп тәғәйенләнә[2].
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡунафин Марат Һәүбән улының фәнни эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре — ҡорһаҡ ҡыуышлығы ағзаларының ашығыс хирургияһы, дөйөм хирургия, колопроктология, ангиохирургия. «Хирургик ауырыуҙар» буйынса проблемалы комиссия ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы янындағы аттестация комиссияһы һәм «хирургия» һөнәре буйынса диссертация советы ағзаһы. 300‑ҙән ашыу фәнни һәм уҡытыу-методик хеҙмәттәр һәм 18 уйлап табыу авторы. 6 йыл дауамында ике тапҡыр Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы гранттары буйынса тикшеренеү эштәре башҡара[2].
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Руководство районного хирурга. Өфө, 2000 (авторҙаш)
- Справочник врача скорой помощи. Өфө, 2001 (авторҙаш)
- Лазерная допплеровская флоуметрия в хирургии. Өфө, 2005 (авторҙаш)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Ҡунафин Марат Һәүбән улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Кунафин Марат Саубанович 2021 йыл 15 август архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡунафин Марат Һәүбән улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Кунафин Марат Саубанович 2021 йыл 15 август архивланған.