Ҡунаҡбаев Хөсәйен Әхмәтйән улы
Хөсәйен Ҡунаҡбай | |
Исеме: |
Ҡунаҡбаев Хөсәйен Әхмәтйән улы |
---|---|
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: |
Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Нурғәле ауылы[1] |
Вафат булған көнө: |
15 февраль 1943 (31 йәш) |
Вафат булған урыны: |
Курск өлкәһе Ольховатка ауылы янында |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
шағир, журналист |
Ҡунаҡбаев Хөсәйен Әхмәтйән улы, Хөсәйен Ҡунаҡбай (12 февраль 1912 йыл — 15 февраль 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, батальон замполиты, кесе лейтенант. Шағир һәм журналист, тәржемәсе. 1940 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Сәйәси золом ҡорбаны.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хөсәйен Әхмәтйән улы Ҡунаҡбаев 1912 йылдың 12 февралендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Нурғәле ауылында[1] тыуған. Милләте башҡорт.
К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡыған (1932—1936).
1929 йылда алып Бөрйән улусы башҡарма комитеты секретары, Иҫке Монасип 1-се баҫҡыс мәктәбе мөдире, «Башҡортостан» гәзит хеҙмәткәр, «Коммуна» («Ҡыҙыл таң») гәзит, БАССР ХКС эргәһендәге Республикаһы радиолаштырыу комитетында бүлек мөдире, 1936—37 йй.
Хат
Хатым һиңә һағыныу йырҙарымды
Һаҡлап алып барһын…
Йөрәгемдә һиҙәмен мин
Таныш түгел ярһыу.
Алыҫ, ят ҡырҙарҙың тупраҡтарын,
Һағыш ҡырҙарының шау-шыуын
Кисеп үткәс, бәлки, тынысланыр
Бәлки, баҫылыр йөрәк ярһыуы…
Мин ҡайтырмын өйгә, уйнағанда
Тауҙар түбәһендә таң еле,
Яҙҙар еткәс, үҙе тыуған күлде
Һағынып ҡайтҡан аҡҡош шикелле.
Дәүләкән һәм Стәрлетамаҡ педагогия училищеларында, 1940 йылда — 1-се Стәрлебаш урта мәктәбендә уҡыта, 1942 йылдан Стәрлебаш районы Табылды тулы булмаған урта мәктәбе директоры. «Дуҫлыҡ тураһында йырҙар» исемле тәүге шиғри йыйынтығы 1935 йылда сыға. Ҡунаҡбай әҫәрҙәрендә тыуған ергә һөйөү, халыҡтар дуҫлығы данлана. «Хәтимә» (1956) поэмаһы башҡорт ҡатын‑ҡыҙы яҙмышына арналған. И. В. Гёте, Дж. Лондон, А. С. Пушкин һәм башҡалар әҫәрҙәр башҡорт теленә тәржемә иткән.
1937 йылда репрессиялана, 1939 йылда азат ителә.
1941 йылдың аҙағында, 29 декабрҙә, армияға алына, дивизия мәктәбендә уҡый. Кесе лейтенант званиеһында 1942 йылдың март айында һуғышҡа инә. Рота политругы, батальон командирының политбүлек буйынса урынбаҫары вазифаһында гел алғы һыҙыҡта була, һалдаттар менән бөтә ауырлыҡтарҙы бүлешә, окоптарҙа йәшәй. 1943 йылдың 15 февралендә Курск өлкәһе Ольховатка ауылы янында[2] ҡаты бәрелештә батырҙарса һәләк була.
Курск өлкәһе Ольховатка ауылында ерләнгән.
Исемен мәңгеләштереү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Түбәнге Таһир ауылында Ҡунаҡбай исеме менән урам аталған.
- Хөсәйен Ҡунаҡбайҙың яҡты иҫтәлегенә Баймаҡ районы Таһир ауылы мәктәбе янында стела ҡуйылған[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Түбәнге Таһир ауылында.
- ↑ Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында
- ↑ Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик күрһәткес. Башҡортостан Республикаһы, Баймаҡ ҡалаһы, 2010 йыл
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡунаҡбаев Хөсәйен Әхмәтйән улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик күрһәткес. Башҡортостан Республикаһы, Баймаҡ ҡалаһы, 2010 йыл.
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Баймаҡ районында тыуғандар
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- 12 февралдә тыуғандар
- 1912 йылда тыуғандар
- 15 февралдә вафат булғандар
- 1943 йылда вафат булғандар
- «Башҡортостан» гәзите журналистары
- Башҡорт яҙыусылары
- Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҙыусылар
- Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар