Ҡурғашлы (Йылайыр ҡушылдығы)
Ҡурғашлы | |
Ҡайҙа ҡоя | Йылайыр |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Ҡурғашлы (рус. Кургашла) — Көньяҡ Урал, Башҡортостандың Йылайыр районы Йылайыр йылғаһының һул ҡушылдығы.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йылғаның оҙонлоғо 14 км (башынан Икенсе шишмәгә тиклем)[2]. Бассейны Йылайыр яйлаһының кеше әҙ йәшәгән урманлы төбәктәрендә урынлашҡан.
Йылға Анновка ауылынан 3,5 км төньяҡ-көнсығышҡа табан урында башлана һәм Йылайыр ауыл Советы биләмәһе буйлап көньяҡ-көнбайышҡа табан аға[3].
Төп ҡушылдыҡтары йылғаға һул яҡтан ҡоя. Ауылда йылға быуаһы бар.
Һыу реестры мәғлүмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса Яйыҡ һыу бассейны округына ҡарай , һыу хужалығы участкаһы — Һаҡмар инешенән Оло Эйек йылғаһына ҡойғанға тиклем, бәләкәй йылға бассейны — Яйыҡ (һыу бассейнының Рәсәй өлөшө)[2].
Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 12010000514112200005308[2].
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Башҡорт АССР-ының топонимдары һүҙлеге» ошондай аңлатма бирә: гидроним ҡурғаш (рус. свинец) һүҙенән килеп сыҡҡан, һәм йылғаның сифатына бәйле -ауыр һыу мәғәнәһендә алынған[4]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡурғашлы (Ғафури районы)
- Ҡурғашлы (йылға) — Әүжән ҡушылдығы
- Ҡурғашлы (Бөрйән районы)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 «ключ Кургашла (руч. Второй)» — информация об объекте в Государственном водном реестре
- ↑ Лист карты N-40-34 Межевой. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1983 год. Издание 1987 г.
- ↑ Словарь топонимов Башкирской АССР. — Уфа, 1980, — 95-се бит. Башҡорт АССР-ының топонимдары һүҙлеге(недоступная ссылка)