Эстәлеккә күсергә

Йылайыр яйлаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Йылайыр яйлаһы — Башҡортостандың көнсығышында урынлашҡан яйла.

Төньяҡта Ағиҙелдең көнсығыштан көнбайышҡа аҡҡан өлөшө, көньяҡта Гөбөрлө тауҙары, көнбайышта Оло Эйек, көнсығышта Һаҡмар йылғалары тарафынан сикләнә.

Башҡортостандың Күгәрсен, Йылайыр һәм Ейәнсура райондарына тура килә.

Яйла палеоген дәүерендә мезозой осорона ҡайтып килгән урындағы пенеплендың ҡалҡыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Диңгеҙ кимәленә ҡарата бейеклеге — 300—600 м. Көнсығыш өлөшөндә рельефы тигеҙ, көнбайышында — тау-теҙемле. Күпселегендә ултырма һәм вулкансал тоҡомдарҙан һалынған. Йырын-үҙән оҙонлоғо 1 кв. км-ға 1-2 км тәшкил итә.

Көнсығыш өлөшөндә рельефы тигеҙ, көнбайышында тауҙар теҙмәһе урынлашҡан.

Ере һоро тау‑урман тупраҡлы булған урындарҙа ҡайын, имән, саған, йүкә, йыла, ҡарағас ҡатыш ҡарағай урмандары үҫә. Типик һәм һелтеле ҡара тупраҡтарында болондар һәм ҡыуаҡлы далалар урынлашҡан. Яйланың көнсығыш сите буйлап имән һәм йүкә урмандарының сиге үтә.

Тәбиғәт ҡомартҡылары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яйлала Мораҙым тарлауығы тәбиғи паркы, Эйек заказнигы (тыйыулығы) һәм Шайтантау заказнигы ойошторолған. Оло һәм Кесе Энәк йылғаларында шишмә бағыры ҡурсалана, Дөр‑Дөр тауындағы дөр-дөр сәскә ҡыуаҡлығы, Аҙаҡлы йылға тамағындағы Кесе Һүрәм йылғаһы үҙәне, Әлйән, Канонников һәм Маяҡтау тауҙары — тәбиғәт ҡомартҡылары тип иғлан ителгән [1]