Ҡуҡый
Уҡыу көйләүҙәре
Ҡуҡый | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Porzana porzana Linnaeus, 1766 |
||||||||||||||
Ареал | ||||||||||||||
Оялау урыны
Йыл әйләнәһенә Ҡышлау урыны | ||||||||||||||
|
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 106002903 |
Ҡуҡый, ҡуҡыйыҡ, һыу тауығы (рус. Погоныш, лат. Porzana porzana) — сыйырсыҡтан ҙурыраҡ, һирәк оса торған бик һаҡ ҡош.
Ҡылыҡһырлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күберәк ерҙән йүгереп йөрөй. Осҡанда аяҡтарын йыймай. Ҡойроғо ҡыҫҡа ғына. Һырты ҡара һәм аҡ сыбарлы көрән, ҡорһағы һәм ҡойроҡ аҫты күкһел арҡыры һыҙыҡлы-аҡ. Түше, муйынының ике яғы аҡ төртөклө күкһел һоро. Суҡышының төбө ҡыҙыл, осо һары. Оҙон ғына аяҡтары йәшкелт, һыу тауығынан бәләкәйерәк, суҡышы ҡыҫҡараҡ, түше сыбар булыуы менән айырыла.
Тауышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тауышы киҫкен: «ҡуҡ-ҡуҡ».
Йәшәү рәүеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яр буйҙарындағы шырлыҡтарҙа йәшәй. Төрлө бөжәктәр, һирәкләп үлән орлоҡтары менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ояһы ерҙә. Көрән таплы һарғылт йәшел йомортҡаларының һаны 25-кә етә. Ите өсөн аулайҙар.
Был орнитология тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |