Ҡырман
Ҡырман | |
Яҡынса бейеклеге | 20 метр |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Свердловск өлкәһе һәм Невьянский городской округ[d] |
Ҡырман ( Ҡырман ҡаялары) — Рәсәйҙәге Свердловск өлкәһенең шул уҡ исемдәге түбәләге ҡаялары һәм битләүҙәре менән Уралдағы тау.Тау Екатеринбургтан төньяҡтан Аят ҡасабаһы эргәһендә урынлашҡан. Геоморфология, геология,археология һәм ботаника тәбиғәт ҡомартҡыһы. Туризм һәм популяр ял итеү урыны.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡыр - арҡаһы тар ғына булып һуҙылған тау,һырт; Ман -( иҫкесә) - тау тигән мәғәнәлә.(Башҡорт теленең һүҙлеге [1]
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡырман «Невьян ҡала округы» муниципаль берәмек территорияһында, Аят ҡасабаһынан көнбайышта дүрт саҡрым алыҫлыҡта, Ҡырман йылғаһының һул яҡ ярында урынлашҡан. Йылғаның уң ҡушылдығы Черная, Исәт күле бассейнына инә.. Тау 335,0 метр бейеклектә тотош урман менән ҡаплаған, ә түбәһендә матур гранит ҡая теҙмәләре көньяҡ-көнбайыштан төньяҡ-көнсығышҡа һуҙылған.[2]
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡырман тауы тотош ҡатнаш урман: ҡайын,уҫаҡ,ҡарағай урмандары менән ҡапланған. Һөҙәк битләүҙәре бар.Тауҙа Ҡырман ҡаяларының теҙмәһе бар Ҡаялар гранодиориттарҙан түшәлгән, уларҙың бейеклеге 20 метрға етә, көньяҡ - көнбайыштан төньяҡ - көнсығышҡа һуҙылғандар.Ҡаялар тауҙар теҙмәһе уртаһында бер нисә метрға бейегерәк.Иң бейеге елдән ашалып бөткән ғәжәйеп бер башня формаһын хәтерләтә. Уйымдары һәм кәштәләре менән ҡыҙыҡлы.Ситке ҡаялар тәпәшерәк. Ҡырман ҡаялары ҡалҡыулыҡта урынлашҡан. Ҡырман йылғаһы өҫтөнә һәленеп тора. Һул яҡтан ҡаялар Аят ҡасабаһына илтеүсе арба юлынан күренеп тора.Тау түбәһенән һәм ҡаяларҙан тирә- яҡ яҡшы күренә: урмандар,тауҙар, Аят ҡасабаһының коллектив баҡсалары.Көнсығышта Стожок тауы бөтәһенән дә яҡшыраҡ күренә.600 метр алыҫлыҡта урынлашҡан урман эсендәге ҡая теҙмәһе Бейә Башы[3].
Археологик табылдыҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡырман ҡаялары 1880 йылда беренсе булып УОЛЕ ағзаһы А.Е.Теплоухов тарафынан тикшерелгән. Һөҙөмтәләре «УОЛЕ яҙмаларында» баҫылып сыҡҡан. 1980 йылда Ҡырман ҡаяларында археологик ҡаҙыныуҙар үткәрелгән, уның барышында боронғо цивилизация билдәләре табылған.Ҡырман ҡаяһының яҫы түбәһендә археолог В.М.Морозов ҡорбан килтереү урынын тапҡа..Ул урын 1985,1990 һәм 1991 йылдарҙа тикшерелгән. Археологтар тарафынан оҙайлы ваҡыт дауамында ( Бронза быуатынан Тимер быуатҡа тиклем) Ҡырман ҡаяларында мәжүсилек ҡорбан килтереү урыны булған.Ҡаяның ярыҡтарында,киртләстәрендә беҙҙең эраның II меңенсе йылдарындағы ҙур булмаған иретеү мейестәренең ҡалдыҡтары табылған.Боронғо усаҡтың ситтәрендә кипкән балсыҡ ҡалдыҡтары һаҡланған.Ҡырман ҡаяларында 186 дана балсыҡтан,һөйәктән,бронзанан һәм тимерҙән эшләнгән әйберҙәр табылған.Бик һирәк металлургия шлактары осрай.Ҡырман ҡаяларының коллекция артефекаттары Свердловск өлкә крайҙы өйрәнеү музейында һаҡлана.Әйберҙәр туранан- тура ҡая өҫтөндә һәм уның ярыҡтарынан табылған.[4]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ [Башҡорт теленең һүҙлеге.Мәскәү. «Русский язык» I,II том,173- сө б.,784- се б.]
- ↑ Рундквист Н., Задорина О. Свердловская область. От А до Я: Иллюстрированная краеведческая энциклопедия. — Екатеринбург: Квист, 2009. — 456 с. — ISBN 978-5-85383-392-0.
- ↑ Павел Распопов Кырманские скалы и Кобылья голова // UraloVed.ru. — 11.01.2014.
- ↑ Щетинин О. Каменные останцы верх-исетского гранитного массива. — Екатеринбург: Банк культурной информации, 2004. — 100 с. — ISBN 5-7851-0514-4.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Рундквист Н., Задорина О. Свердловская область. От А до Я: Иллюстрированная краеведческая энциклопедия. — Екатеринбург: Квист, 2009. — 456 с. — ISBN 978-5-85383-392-0.
- ↑ Павел Распопов. Кырманские скалы и Кобылья голова // UraloVed.ru. — 11.01.2014.
- ↑ Щетинин О. Каменные останцы верх-исетского гранитного массива. — Екатеринбург: Банк культурной информации, 2004. — 100 с. — ISBN 5-7851-0514-4.