Эстәлеккә күсергә

Ҡырғаяҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ҡырҡаяҡ битенән йүнәлтелде)
Ҡырғаяҡ
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Oniscidea Latreille, 1802


Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  93223
NCBI  41116

Ҡырҡаяҡ (урыҫ.Мокрица) — дымлы, бысраҡ урында үрсегән күп аяҡлы күкһел аҡ бөжәк; бөтә ер йөҙөндә еүеш һәм ҡараңғы урындарҙа йәшәй торған ҡыҫала һымаҡ хайуандар.

Бер нисә мм алып 25 см тиклем оҙонлоҡтағы кәүҙәһе баштан һәм аҙ айырымланған кәүҙәнән (күкрәк бүлеге юҡ) тора. Башында бер, бер нисә ябай йәки ҡатмарлы күҙ, 1 пар мыйыҡ һәм 3 пар яңаҡ урынлашҡан. Кәүҙә сегменттары күп һанлы, гомо- йәки гетероном; аяғы 8 быуынтыҡлы, тырнаҡлы (иренаяҡлыларҙа беренсе пары аяҡ-яңаҡҡа әүерелгән). Ике пар аяҡлыларҙа кәүҙәнең икенсе-дүртенсе сегменттарында 1‑әр, артабанғыларында 2-шәр пар аяҡ. Аш һеңдереү системаһы 2 пар шайыҡ биҙе менән; бауыры юҡ. Трахеялар менән тын ала. Бүлеп сығарыу системаһы мальпиги көпшәләренән тора. Айырым енесле, иренаяҡлыларҙа енси ағзалары арттан икенсе, башҡаларында — кәүҙәнең 2‑се йәки 3‑сө сегментында. Аталаныу эстә һәм тышта була, ҡауышҡанда ата зат сперматозоидлы муҡсаны аяғы менән инә заттың енси юлдарына күсерә

Инфраотряд/Вариетет Diplocheta
Инфраотряд Holoverticata
  • Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т. Г. Баишев, 1952)