Ҡырҡҡолас

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ҡырҡҡолас
Ҡырҡҡолас
Сәскә атыусы үҫемлектең дөйөм күренеше
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Үҫемлектәр
Бүлексә: Ябыҡ орлоҡлолар
Класс: Ике өлөшлөләр
Тәртип: Рауза сәскәлеләр
Ғаилә: Рауза һымактар
Ырыу: Ҡырҡҡолас
Төр: Ҡырҡҡолас
Латинса исеме
Sanguisorba officinalis L.
ITIS 25306
NCBI 137457

Ҡырҡколас, ҡырҡъяпраҡ, ҡарабаш (урыҫ. Кровохлёбка лека́рственная йәки, апте́чная, лат. Sanguisórba officinális) — рауза сәскәлеләр ғаиләһенән күп йыллыҡ үлән үҫемлек, бейеклеге 120 см-ға етә. Июнь-август айҙарында ҡыҙыл, ҡара ҡыҙыл сәскә ата, август-сентябрҙә емеше өлгөрә.

Таралыуы[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Ҡырҡҡолас күберәк һыу баҫҡан туғайҙарҙа, яландарҙа, урман ситенде һ.б. ерҙәрҙә үҫә. Үҫемлек Евразия, Төньяҡ Американың уртаса климат зонаһында таралған.

Ҡулланылышы[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Дарыу үләне. Уның тамырын көҙ йыялар, йыуып, киптереп ҡуялар. Ҡырҡҡолас сәйе, төнәтмәһе зарарлы бактерияларҙы үлтерә, ҡан, эс китеүҙе туҡтата. Амебалы дизентерия, эс ауырыуҙарынан, геморрой һәм инәлектән ҡан китеүҙән, тромбоздан ҡулланыла. Теш ҡаҙнаһы шешкәндә, тән бешкәндә, ҡайһы бер гинекологик сирҙәргә ҡаршы ла файҙаланыла.

Туберкулез сирлеләрҙең ауыҙынан ҡан килгәндә лә үләндең файҙаһы тейә.

Бал ҡорттары уның һутын йыя.

Мал аҙығы өсөн сәсеп үҫтереү яҡшы һөҙөмтә бирә.

Н. И. Анненков,  Вилюй округында яҡуттар ҡырҡҡолас тамырын туңдырып, һөттә бешереп ашай, тип яҙған. Улар был ризыҡты "быта"  тип атай икән.

Sanguisorba officinalis.jpg
К. А. М. Линдман, «Bilder ur Nordens Flora», 1917—1926 китабынан ботаник иллюстрация