Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡыр тауығы, көртлөк, көртөк (рус. Куропатка серая,лат. Perdix— ҙурлығы күгәрсендәй. Парлашып йәки күмәкләшеп йөрөйҙәр, һырты ҡара Һәм аҡ таплы ҡара-көрән. Ҡорһағы аҡ. Муйынының аҫҡы яғы Һәм түше һоро. Түше аҫтында дағаға оҡшаған ҙур ғына көрән тап бар. Түбәһенән һәм күҙҙәре аша ҡара-көрән һыҙыҡтар үтә. Маңлайы һәм тамағы ерән. Селдән дөйөм һорғолт төҫө һәм бүрекһеҙ булыуы менән айырыла.
Тауышы яңғырауыҡлы: «сырр-ҡыйҡ».
Ҡыуаҡлы һәм һирәк ағаслы тигеҙлектәрҙә, тау битләүҙәрендә йәшәй. Еләк, үлән орлоҡтары, ағас бөрөләре, бөжәктәр менән туҡлана. Ултыраҡ ҡош. Киң таралған. Ояһы ерҙә. һарғылт көрән йомортҡаларының һаны 25-кә етә. Ите өсөн аулайҙар.
- Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. — Өфө, 1986. — ИБ № 3478 28.693.35 И 90
- Курочкин Е. Н. Птицы центральной Азии в плиоцене // Тр. совм. Сов.-Монг. палеонт. экспед. 1985. Вып. 26. — С. 1—119.