Ҡыҙылғы (күл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡыҙылғы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Карта

Ҡыҙылғы (рус. Кызылга, Кызылгы, Казылга) — Ағиҙел йылғаһының боронғо үҙәнендә, Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районының «Һәүәләй ауыл советы» биләмәһе территорияһында урынлашҡан күл.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡыҙылғы топонимы төрки сығышлы, «ҡыҙыл ер» тигәнде аңлата, (-ҡыҙыл + һүҙ яһаусы ялғау -ғы).

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күл өлөшләтә һаҙлыҡлы, урыны менән урман үҫкән (башлыса ерек, ҡарағай ағастары) |Ағиҙел туғайында урынлашҡан. Ҡыҙылғы күле тирәләй артыҡ ҙур булмаған күлдәрҙән тыш, ҙур ғына, 1,5 километр көнсығыштараҡ, Оло Толпаҡ күле урынлашҡан. Күл диңгеҙ кимәленән 90 метр бейеклектә ята. Һыу өҫтө майҙаны 0,36 километрға тигеҙ. Оҙонлоғо бормаланып һуҙылған формала яҡынса 8 километр тәшкил итә. Көньяҡтан күлгә Ҡыҙылғы йылғаһы ҡоя, ә төньяҡтан ул әленән-әле кибеп торған һыу ағымдары менән Ағиҙелгә тоташа. Тар һәм һайыраҡ бер нисә урындан уны юлдар киҫеп үтә.

Күлгә яҡын Ибраһим ауылы һәм уның көнбайыш яры буйында «Фән» һауыҡтырыу лагеры урынлашҡан, алыҫыраҡ тораҡ пункттарҙан — Ҡабаҡ (адм. ауыл биләмәһе үҙәге «Ҡабаҡ ауыл советы»), Ҡолош һәм Һәүәләй (адм. ауыл биләмәһе үҙәге «Һәүәләй ауыл советы»). 2009 йылдың йәй көнө күл янында «Виктория» спорт-һауыҡтырыу лагеры асылған.

Күл эргәһендә дүрт археологик ҡомартҡы урынлашҡан: Ибраһим ҡәберлеге, I Ибраһим туҡталҡаһы һәм торағы, Ибраһим ауылы һәм II Ибраһим торағы.

Һыу реестры мәғлүмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса Кама бассейны округына ҡарай, Ағиҙел йылғаһының һыу хужалығы участкаһы — Охлебино һыу үлсәү посынан Өфө, ҡалаһына тиклем, Ҡариҙел йылғаһынан башҡа (инештән алып ҡала тибындағы Шакша ҡасабаһына тиклем) һәм Дим (инештән алып Бочкаревка ауылы янындағы һыу үлсәү посына тиклем). Йылға бассейны — Кама. Өҫтәмә йылға бассейны — Ағиҙел.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

}}