Эстәлеккә күсергә

Ҡыҙылҡом

Координаты: пропущена долгота
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ҡыҙыл-Ҡом битенән йүнәлтелде)
Ҡыҙылҡом
үзб. Qizilqum, ҡаҙ. Қызылқұм
Ҡыҙылҡом картала. Спутниктан төшөрөлгән
Ҡыҙылҡом картала. Спутниктан төшөрөлгән
Координаты: пропущена долгота
Илдәр
Майҙаны300 000 км²
ЙылғаларЖанадаръя
Климат
Ғинуарҙа уртаса температура0°С —9  °C
Июлдә уртаса температура26°С — 29  °C
Йыллыҡ яуым-төшөм миҡдары100 — 200  мм
Үзбәкстан
Красная точка
Ҡыҙылҡом
 Kyzyl Kum Викимилектә

Ҡыҙылҡом йәки Ҡыҙыл-Ҡом (үзб. Qizilqum, ҡаҙ. Қызылқұм; төрки телдәренән урыҫсаға тәржемә «красные пески») — Амударъя һәм Һырдаръя араһында, Үзбәкстанда, Ҡаҙағстанда һәм өлөшләтә Төркмәнстанда урынлашҡан ҡомло сүл. Төньяҡ-көнбайышта Арал диңгеҙе, төньяҡ-көнсығышта Һырдаръя, көнсығышта Тянь-Шань тауҙары һәм Памир-Алай армыттары, көньяҡ-көнбайышта Амударъя йылғаһы менән сикләнгән. Майҙаны яҡынса 300 мең км².

География һәм геологияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ҡом тауы

Сүлдә төньяҡ-көнбайышҡа табан ауған тигеҙлек (бейеклеге көньяҡ-көнсығышында 300 метр, төньяҡ-көнсығышында 53 метрға тиклем); бер нисә ябыҡ сөңгөл һәм айырымланған тауҙар — Бүкәнтау (764 м), Күлюктау (785 м тиклем), Тамдытау (Аҡтау — 922 м) һәм башҡа палеозой һәүерташтары, эзбизташ, гранит бар. Тауҙар буш, күпселек өлөшө тигеҙләнгән түбәле, ҡаялы тау биттәре. Сүлдең ҙур өлөшөн ярым нығытылған ҡом массивтары алып тора. Бигерәк тә меридиональ ҡом теҙмәләре йыш осрай. Уларҙың уртаса бейеклеге 3-тән алып 30 метрға тиклем, иң юғары бейеклеге — 75 метр. Тигеҙлек ерҙәре Арал диңгеҙенә ҡойоусы Жандаръя, Ҡыуандаръя, Һырдаръяның башҡа үҙәндәре һәм Амударьяның боронғо үҙәне — Аҡсадаръя кайнозой балсыҡтары һәм ҡомлоҡтары, төньяҡта һәм төньяҡ-көнбайышта — балсыҡһыл-ҡомһол йылға ҡатламдарынан тора; төньяҡ-көнбайышта таҡырҙар күп.

Сүл климаты киҫкен континенталь. Йәй эҫе, июлдә уртаса температура 26—29 °C, ғинуарҙа 0−9°С тиклем төшә. Яуым-төшөм йылына 100—200 мм кимәлендә, күбеһенсә ҡышын һәм яҙын яуа. Бөтә территорияла кибеп барған Жанадаръя йылғаһынан башҡа өҫтә ятҡан һыу ағымы юҡ, әммә ер аҫты һыуҙарының сөсө һыу запастары бар.

Сүл күбеһенсә уртаса бүлкәт сүлдәрендә урынлашҡан, ә көньяҡта субтропик сүлгә күсә. Тупраҡ һоро, ҡомло; тоҙло тупраҡ та осрай.

Флора һәм фаунаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үҫемлектәрҙән бер йыллыҡтар төркөмөнә ингән эфемерҙар һәм күп йыллыҡтарға ҡараған эфемероидтар, шул иҫәптән Ләлә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған ҡырағай тюльпан үҫә. Ҡом массивтары өсөн ҡомло күрән, аҡ саҡсауыл, ҡандым төрҙәре, черкез, балсыҡ юғарылыҡтарында — әрем, әремле ҡыуаҡлыҡтары. Төньяҡ-көнбайышта биюргүн менән тоҙут, кипкән үҙән буйҙарында — ҡара саҡсауыл урмандары.

Хайуандар һыуҙы күбеһенсә аҙыҡтан алып йәшәүгә күнеккән. Һыуҙа ихтыяжды кәметеү өсөн хайуандар төнгө йәшәү рәуешен алып бара. Һөтимәрҙәрҙән ҡараҡойроҡ антилопа, Урта Азия тейене һәм һары йомран, ҡом сысҡаны, ялман, бархан һәм дала бесәйе, бүре, ҡарһаҡ  төлкө, ҡом ҡуян, ярғанаттар йәшәй. Ҡоштарҙан — бүрекле һабан турғайы, сүл һылыуҡасы, һылыу туғаҙаҡ, саҡсауыл бараба, дала бөркөтө, өкө һ. б. Шулай уҡ йыландар (эфа, ҡара йылан, быуар йылан, сыбар йылан), кеҫәртке, варан, дала гөбөргәйеле лә осрай.

Хужалыҡ эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хужалыҡ нигеҙе булып ер аҫтын эксплуатациялау, мал үрсетеү, нәҙек йөнлө һәм ҡаракүл һарыҡсылығы тора. Сүлдең үҙәк һәм көнбайыш өлөштәрендә ҙур артезиан бассейндары табылған. Малсылыҡ үҙәктәре булған күп оазистар төҙөлә. Тауҙарҙа мәрмәр, графит, фирүзә һ. б. эшкәртелә, Моронтау, Дауғыҙ, Амантай алтын ятмалары асылған. Сүл үҙәгендә уран, фосфорит сыҡҡан урындары бар. Көньяҡта БДБ илдәре киң ҡулланған Газли газ ятҡылығы урынлашҡан. Ҡыҙылҡом аша автомобиль юлдары үтә. Ҡыҙылҡом уртаһында район үҙәге — Тамдыбулаҡ ҡасабаһы урын алған.

  • Сүл исеме менән «Ҡыҙыл-ҡом» шоколадлы кәнфиткә исем бирелгән.
  • Сүл үҙәгендә билдәле «Ялла» төркөмө башҡарған «Учкудук — три колодца» йырындағы Өсҡоҙоҡ ҡалаһы урынлашҡан.
  • Алтын сығарыу буйынса иң ҙур Моронтау карьеры бар.
  • Өсҡоҙоҡ ҡалаһы янында карьер юлы менән сығарылған уран мәғдәне сығанағы урынлашҡан.
  • Бүкәнтау тау массивы территорияһында ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәр күрергә мөмкин.
  • Югай Р. Л. История развития географических и картографических представлений о пустыне Кызылкум (с древнейших времен до середины XIX в.): Автореферат дис. на соискание ученой степени кандидата географических наук / Ташк. гос. ун-т им. В. И. Ленина. — Ташкент: [б. и.], 1964. — 21 с.