Эстәлеккә күсергә

Дала бөркөтө

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дала бөркөтө
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Aquila nipalensis Hodgson, 1833

Ареал
изображение

     Оя ҡороу

     Ҡышлау
Һаҡлау статусы
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 106003532

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  558729
NCBI  193005
Aquila nipalensis

Дала бөркөтө (лат. Aquila nipalensis) — Ҡарсығалар ғаиләһендәге йыртҡыс ҡош.

Һирәк осрай торған ҡош, һирәк ағаслы асыҡ урмандарҙа, яңғыҙ ағастарҙа оя ҡора. Осҡанда ҡанат осондағы ҡауырһындары йәйелгән бармаҡтарға оҡшағандай була. Ҡойроғо ҡыҫҡа. Түбәһе ҡара-көрән төҫтә, елкәһе һарғылт ерән, яурындарында аҡ тап бар. Бөркөттән ҡара төҫтәге ҡойроғо, яурындарындағы аҡ таптары менән айырыла. Тауышы яңғырауыҡлы: «ҡъяҡ-ҡъяҡ-ҡъяҡ». Төрлө вак йәнлекте, ҡоштарҙы аулай. Күсмә ҡош. Һирәк осрай. Ағас башында оялай. Ике-өс ояһы була, уларҙың диаметры 1,5 метрға етеүе ихтимал. Ике-өс аҡ йомортҡа һала.

Төçө ҡара-көрән. Түбәһе елкәһе һарғылт ерән, яурынында аҡ тап бар. Төрлө кимереүселәр — йомран, һыуыр, ҙур булмаған ҡуяндар, бәләкәй ҡоштар менән туҡлана.

Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа ҡарағоштоң ояһы Ейәнсура, Хәйбулла, Бөрйән һәм Белорет райондарында ғына теркәлгән.

Дөйөм оҙонлоғо 60 — 85 см, ҡанатының оҙонлоғо 51—65 см, ауырлығы 2,7—4,8 кг. Инә ҡоштар ата ҡоштарға ҡарағанда эрерәк була. Ҡаҙ ҙурлыҡ. Осҡанда ҡанат осондағы ҡауырһындары йәйелгән бармаҡ һымаҡ. Дөйөм төҫө ерәнһыу көрән. Кәүҙәһенең аҫ яғы һарғылт көрән. Башҡа ҡарағоштарҙан ерәнһыу төҫө менән айырыла.

Тауышы көслө, яңғырауыҡлы: «ҡыйҡ-ҡыйҡ-ҡыйҡ»

Асыҡ урындарҙа, яландарҙа, тау-таш араларында йәшәй. Ирлән, йомран, ялман, сысҡандар, һирәкләп ҡош-ҡорт аулай .

Күсмә ҡош. Һирәк осрай. Ағас баштарында, ҡая таш һикәлтәләрендә оялай. 2 бөртөк аҡ йомортҡаһы була. Ҡоротҡос кимереүселәрҙе ҡырып, файҙа килтерә.

Һирәк осрай торған төр. Яйлап бөтөүгә бара.[1].

  1. BirdLife International (2004). Aquila nipalensis. 2006. IUCN Red List of Threatened Species. IUCN 2006. www.iucnredlist.org. Retrieved on 12 May 2006. Database entry includes justification for why this species is of least concern.
  • Красная книга Республики Башкортостан: в 2 т. Т. 2: Животные. — 2-е изд., доп. и перераб. — Уфа: Информреклама, 2014. — 244 с. — C. 118—119. — ISBN 978-5-904555-77-1
  • Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ № 3478 28.693.35 И 90
  • Башҡортостан. 3 сентябрь 2013 й. № 173 (26523)
Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабы
һирәк осрай торған төр
Төр тураһында мәғлүмәт
Дала бөркөтө

ИПЭЭ РАН сайтында