Ҡыҙыл майҙан (Таганрог)
Ҡыҙыл майҙан | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Таганрог |
Ҡыҙыл майҙан — Ростов өлкәһенең Таганрог ҡалаһындағы майҙан. Ҡыҙыл тыҡрығы һәм Гоголь тыҡрығы араһындағы Чехов урамында урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала майҙанын 1808 йылда ҡамыш баҫҡан һаҙлыҡлы урында төҙөргә ҡарар ителә. Был майҙанда 105-се кварталдың радиаль өлөшө 1810 йылда архитектор М.И. Кампони проекты буйынса төҙөлгән Сауҙа рәттәренең берҙәм архитектура ансамбленә инә. 1865 йылдағы ҡала планында был участка рәттәрен Сауҙа йорто тип атағандар[1].
Майҙан оҙонлоғо 680 метр һәм киңлеге 200 тәшкмл иткән[1].
Майҙан уртаһында эсәр һыу менән яҡшы ҡоҙоҡ урынлашҡан.
1860 йылда бында сквер ойошторорға маташалар, әммә архитектор Трусовтың проекты ҡаланың аҡсаһы булмау сәбәпле тормошҡа ашырылмай. Тик 1935 йылда, А.П.Чеховтың 75 йәшлек юбилейы байрамына әҙерлек ваҡытында 1,5 га ҙурлыҡтағы сквер барлыҡҡа килә. Сквер Чехов исемен ала. Һуғыштан һуң ул төҙөкләндерелә, ә 1960 йылда уны скульптор И.М. Рукавишников эшләгән А. П. Чехов һәйкәле (Таганрог) А. П. Чеховтың һәйкәле биҙәй
1900 йылда Александр майҙанында архитектор Б.А. Рожнов проекты буйынса Юғары башланғыс 4 класлы ҡатын-ҡыҙҙар училищеһының өс ҡатлы бинаһы төҙөлә[2]. Урындағы йомшаҡ тупраҡ ҙур ҡоролманың ауырлығын күтәрә оҙаҡ алмай[3]. Төҙөлөүенән алты тиҫтә йылдан һуң ул ултыра, ярыҡтар барлыҡҡа килә, был файҙаланыуҙы хәүефле итә[3].
1923 йылда Александр майҙаны Ҡыҙыл майҙан тип үҙгәртелә.
Һәйкәлдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- А. П. Чехов һәйкәле[4]. Скульпторы М. И.Рукавишников, архитекторы. Г.А. Захаров, 1960 г.
- «Таганроглыларға — фашист лагерҙары тотҡондарына» иҫтәлекле билдәһе
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Красная площадь Таганрога на Яндекс.Картах.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гаврюшкин, О. П. Мари Вальяно и другие. — Таганрог : МИКМ, 2001. — 544 с. — (Хроника обывательской жизни). — ISBN 5-86746-039-8.
- Киричек, М. С. По ладоням твоих площадей. — Таганрог : Лукоморье, 2007. — ISBN 978-5-902450-13-9.
- Киричек, М. С. Таганрог : Энциклопедия. — Таганрог : Антон, 2008. — С. 795. — ISBN 978-5-88040-064-5.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Гаврюшкин, 2001
- ↑ Киричек, 2007, с. 82
- ↑ 3,0 3,1 Киричек, 2007, с. 83
- ↑ Киричек, 2008, с. 795