Ҡәберлектәр (археология)
Ҡәберлектәр | |
![]() | |
![]() |
Боронғо ҡәберлектәр гәҙәттә некрополь, христиан һәм мосолман ерләү урыны — зыярат [1] тип атала.
Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мәрхүмдәрҙең ерләнеүе палеолит осоронда барлыҡҡа килгән, ләкин улар махсус билдәләнгән урындарҙа түгел, ә туранан-тура йәшәгән урындарҙа башҡарылған. Бөгөнгө ҡарашҡа ярашлы ҡәберлектәр мезолит осоронда барлыҡҡа килгән. Ерләү ахирәт донъяһы менән бәйләп, билдәле йолалар буйынса башҡарылған. Мәрхүм менән бергә төрлө әйберҙәр ("йыназа ҡаралдыһы"): кейем, ҡорал, биҙәнеү әйберҙәре, һауыт-һаба һәм башҡа көнкүреш әйберҙәре, ризыҡ, ҡорбан ителгән хайуандар һ.б. һалып ҡалдырғандар. Ҡайһы ваҡыт ҡәберҙәргә ерләнгәндәргә бойондороҡло кешеләрҙе үлтереп, бергә күмгәндәр.
Ерләү йолаһы буйынса ҡәберлектәрҙә мәйеттәрҙе һалып ерләү һәм яндырып күмеү ҡулланылған; икенсе осраҡта мәрхүм яндырыла һәм көлө күмелә.
- Ерләү ҡоролмалары
Төрлө ҡәбиләләр һәм халыҡтар тарафынан тарихи үҫеш барышында ҡулланылған ерләү ҡоролмаларының формалары сикһеҙ төрлө: соҡорҙар (ябай ғына - ергә, йә ағас, йә таш менән ҡаплап һалыу), катакомбалар, склептар, мөһабәт ҡәберлектәр (пирамида, төрбәләр, кәшәнәләр) һ.б. Мәйеттәр йәки уларҙың көлдәре һауыттарҙа (урналарҙа), таш тартмаларҙа, ағас йәшниктәрҙә, ерләү кәмәләрендә һ.б. ерләгәндәр.
Тышҡы билдәләре буйынса, тупраҡ, ташты бейек итеп өйөп ҡурған өйөп күмеү һәм ябай ғына итеп ергә һалып ерләү төрҙәре бар. Шулай уҡ ҡатнаш ҡәберлектәр ҙә бар. Ҡурғанлы ҡәберлектәр боронғо ҡәберлектәрҙең иң таралған төрҙәре араһында.
- Археологик өйрәнеүҙең әһәмиәте

Ерләү урындарын археологик өйрәнеү боронғо ҡәүемдәрҙең инанысын ғына түгел, ә тормошоноң башка яҡтарын да өйрәнеү өсөн бай сығанаҡ бирә: матди мәҙәниәт, көндәлек тормош, иҡтисад формалары, етештереү һәм сауҙа, ғаилә һәм социаль мөнәсәбәттәр, сәнғәт һәм башҡаларҙы улар аша аныҡлап була. Бынан тыш, ҡәберлектәрҙе ҡаҙыу палеоантропология өсөн материал бирә һәм музейҙарҙы, тора-торамаларҙы өйрәнеүҙә бик һирәк осрай торған бөтөн килеш һаҡланған боронғо әйберҙәр менән тулыландыра.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ҡәберлек//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йылдың 10 август көнөндә архивланған.
- Зыярат//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йылдың 7 август көнөндә архивланған.
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Курган
- Некрополь
- Колумбарий
- Мегалит
- Ҡуйсаҡ (археологик ҡомартҡы)
- Бахмут ҡәберлеге
- Арҡайым
- Дан ҡурғаны (Мозырҙағы мемориал)
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. — М. : Рус. яз., 1993. — 358 б.тип аталған
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Лесков, А. М.; Эрлих, В. Р. Могильник Фарс/Клады. Памятник перехода от эпохи поздней бронзы к раннему железному веку на Северо-Западном Кавказе. — М.: Государственный музей Востока, 1999. — 99 с. Архивная копия от 15 декабря 2005 на Wayback Machine