Эстәлеккә күсергә

Ҡәҙерғолов Мөхәммәт Нурғәле улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ҡәҙерғолов Мөхәммәт битенән йүнәлтелде)
Ҡәҙерғолов Мөхәммәт Нурғәле улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 10 март 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Ырымбур губернаһы, Совет Рәсәйе
Вафат булған көнө 16 октябрь 1998({{padleft:1998|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (79 йәш)
Вафат булған урыны Бөрйән районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө уҡытыусы, музыкант
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Ҡәҙерғолов Мөхәмәт Нурғәле улы (рус. Кадыргулов Мухамет Нургалеевич) (10 март 191916 октябрь 1998) — ҡурайсы, БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1989). Бөйөк Ватан һуғышы яугиры.

Мөхәмәт Нурғәле улы Ҡәҙерғолов 1919 йылдың 10 мартында Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Темәс ауылында донъяға килгән (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы).

Армия хеҙмәтенә алынғанға тиклем Баймаҡ районының «Ударник» колхозында бухгалтер булып эшләй. 1939 йылда хеҙмәткә алына әммә, унан ҡайтып өлгөрмәй, һуғыш башлана. 225-се (95-й) Полтава уҡсы гвардия дивизияһы сафтарында Ватанды фашистарҙан һаҡлап, көрәшә[1].

1945 йылда сержант дәрәжәһендә ғәскәр сафынан сығарыла[2]. Һуғыштан яраланып, инвалид булып ҡайта. 1946 йылда Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылына ҡайтып, төпләнә[3].

Һуғыштан һуң 1946 йылдан алып почта, дәүләт страховкалау инспекцияһы хеҙмәткәре булып эшләй.

Иҫке Собханғол ауылында 1969 йылда балалар музыка мәктәбе асыла. 1970 йылда ҡурай класы ойошторола һәм Мөхәмәт Нурғәле улын балалар музыка мәктәбендә уҡытырға саҡыралар. Шул йылда уҡ ул ҡурайсылар ансамблен дә ойоштора[4].

1973 йылдан — район мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе, 1974 йылдан уның директоры.

1946 йылда уҡ Мөхәмәт Нурғәле улы Иҫке Собханғол ауылында «Мәсемташ» ансамбле ойоштороп ебәрә һәм 1980 йылға тиклем уның етәксеһе, ойоштороусыһы була. Был хаҡта «Башҡортостан» республика гәзите 2016 йылда Башҡортостан­дың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙ­мәт­кәре Мөхәмәт Ҡәҙерғоловтың иҫ­тәлегенә һәм райондың мәшһүр «Мәсемташ» халыҡ ансамбленә 70 йыл тулыу уңайынан үткәрелгән Ҡурай байрамы тураһындағы мәҡәләлә бына нимә яҙа:

Тәүге ҡурай­сылар Зәкир Ғәбитов (Ғәлиәкбәр ауылынан), Әхмәтгәрәй Уразаев, Фәруҡ Маликов, Мөжәүир Сәйетбатталов, Ишбулды һәм Әхмәт Ҡотлобаевтар була. 1967 йылда коллективҡа «халыҡ ансамбле» исеме бирелә. «Мәсем­таш» менән йөҙгә яҡын кешенең яҙмышы бәйле

[5].

1998 йылдың 16 октябрендә Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында вафат булған һәм шунда ерләнгән.

Ҡәҙерғолов башҡорт моңдарын нәфислек, виртуозлыҡ, музыка орнаментикаһын оҫта ҡулланып башҡарыуы менән танылыу яулаған. Ул Башҡортостандың Урал аръяғы ҡурай уйнау классик традицияларын дауам иткән.

Репертуарында 200-ҙән ашыу башҡорт халыҡ йыры һәм инструменталь көйҙәр, шул иҫәптән, “Алты егет”, “Ашҡаҙар”, “Бейеш”, “Буранбай”, “Ғилмияза”, “Ильяс”, “Урал”, “Шәүрә” кеүек башҡорт мәҙәниәтенең алтын хазинаһына ингән көйҙәрҙе башҡарған. [6]

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Республика ҡурайсылар конкурсы лауреаты (Өфө, 1954).
  • "Батырлыҡ өсөн" миҙалы [7]
  • 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
  • Ватан һуғышы миҙалдары [8].

2010 йылдан алып Бөрйән районында Мөхәммәт Ҡәҙерғолов исемендәге призға ҡурайсылар конкурсы үткәрелә[9][10].

  1. ИСТОРИЯ МОЕЙ СЕМЬИ В ГОДЫ ВЕЛИКОЙ ОТЕЧЕСТВЕННОЙ ВОЙНЫ[1]
  2. Кадыргулов Мухамет Нургалеевич[2](недоступная ссылка)
  3. ИСТОРИЯ МОЕЙ СЕМЬИ В ГОДЫ ВЕЛИКОЙ ОТЕЧЕСТВЕННОЙ ВОЙНЫ[3]
  4. История школы[4]
  5. Мәсемемдә үҫә ҡурайым — «Башҡортостан» — 20 апрель, 2016 [5] 2019 йыл 20 апрель архивланған.
  6. Ҡәҙерғолов Мөхәммәт Нурғәле улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 20 апрель 2019)
  7. Архивные документы о награждении[6](недоступная ссылка)
  8. ИСТОРИЯ МОЕЙ СЕМЬИ В ГОДЫ ВЕЛИКОЙ ОТЕЧЕСТВЕННОЙ ВОЙНЫ[7]
  9. Мәсемемдә үҫә ҡурайым - "Башҡортостан" - 20 апрель, 2016 [8] 2019 йыл 20 апрель архивланған.
  10. Ҡәҙерғолов Мөхәммәт Нурғәле улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 20 апрель 2019)