Эстәлеккә күсергә

Шакиров Үлмәҫ Шакир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Үлмәҫ Шакиров битенән йүнәлтелде)
Шакиров Үлмәҫ Шакир улы
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 20 декабрь 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[1]
Тыуған урыны Аҫау, Рәсәй
Вафат булған көнө 20 август 1998({{padleft:1998|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (75 йәш)
Вафат булған урыны Аҫау, Балтаc районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание өлкән сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы

Шакиров Үлмәҫ Шакир улы (20 декабрь 1923 йыл — 20 август 1998 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар полкының взвод командиры ярҙамсыһы, өлкән сержант. Советтар Союзы Геройы (1944).

Үлмәҫ Шакир улы Шакиров[2] 1923 йылдың 20 декабрендә Башҡорт АССР-ының Бөрө кантоны(хәҙерге Балтас районы) Яңы Аҫау (рус. Асавка) ауылында удмурт крәҫтиәне ғаиләһендә тыуған.[3]

7 класс тамамлаған. 1941 йылдан алып Ҡыҙыл Армияла.

1944 йылдан ВКП(б) ағзаһы.

Һуғышҡа тиклем Балтас районы «Үрнәк» колхозында эшләгән . 1941 йылдың июлендә Балтас хәрби комиссариаты тарафынан хәрби хеҙмәткә алынған.

259-сы полк взвод командиры (179-сы уҡсылар дивизияһы, 43-сө армия, 1-се Прибалтийский фронт) ярҙамсыһы булып хеҙмәт иткән. Белоруссияның Витебск өлкәһен дошмандан азат иткәндә күрһәткән батырлығы өсөн Советтар Союзы Геройы исеме бирелгән.

Һуғыштан һуң У. Ш. Шакиров тыуған ауылында йәшәй.

1950 −1959 йылдарҙа «Молотов» колхозы рәйесе була, 1959 йылдан —тыуған ауылындағы тулы булмаған мәктәптә физкультура һәм хеҙмәт уҡытыусыһы була. Тырыш хеҙмәте өсөн У. Ш. Шакиров «Башҡорт АССР-ы халыҡ мағәрифы алдынғыһы» билдәһе менән бүләкләнгән.

1983 йылдан хаҡлы ялда була, тыуғана ауылында йәшәй. 1998 йылдың авгусында ҡаты ауырыуҙан вафат була.

Шакиров Үлмәҫ Шакир улы исеме район үҙәге Иҫке Балтас ауылында, Аҫау ауылында бер урамға, 1-се һанлы Иҫке Балтас урта мәктәбенә бирелгән. Иҫке Балтас ауылындағы мемориаль комплекста Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарға ҡуйылған һәйкәл янында Үлмәҫ Шакировҡа бюст ҡуйылған.

« 1944 йылдың 22 июнендә Шумилино ауылы янындаУ. Ш. Шакиров взвод менән етәкселек итеүҙе үҙ өҫтөнә ала, уның оҫта етәкселге дошмандың 3 контратакаһын ҡағырға ярҙам итә. 16 Гитлер армияһы һалдаты юҡ ителә. 1944 йылдың 26 июнендә Боровцы ауылы янында взвод 11 кешенән торған разведка отрядын әсир итә»[4].

«Советтар Союзы Геройы» исеме уға 1944 йылдың 22 июлендә бирелә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шакиров Үлмәҫ Шакир улы исеме район үҙәге Иҫке Балтас ауылында, Аҫау ауылында бер урамға, 1-се һанлы Иҫке Балтас урта мәктәбенә бирелгән. Иҫке Балтас ауылындағы мемориль комплекста Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарға ҡуйылған һәйкәл янында Үлмәҫ Шакировҡа бюст ҡуйылған һ.б.

  1. Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
  2. Герой Советского Союза Шакиров Ульмас Шакирович. «Герои страны». Дата обращения: 26 февраль 2013. Архивировано из оригинала 17 ғинуар 2013 года.
  3. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; Н төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  4. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; ГСС төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  5. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  6. Бүләкләнеүсенең учёт карточкаһынан мәғлүмәт «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  • Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы). — Уфа: Башкнигоиздат, 1965—1985. — Т. в 5 кн..