Эстәлеккә күсергә

Үрге Яна һырты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Үрге Яна һырты
саха Үөһээ Дьааҥы сис хайата
Характеристики
Оҙонлоғо1200 км
Киңлеге100—250 км
Бейек нөктәләре
Иң бейек түбәһеОрулган 
Абсолют бейеклеге2389 м
Урынлашыуы
67°00′ с. ш. 129°00′ в. д.HGЯO
Ил
РФ субъектыСаха Республикаһы
Рәсәй
Красная точка
Үрге Яна һырты
 Үрге Яна һырты Викимилектә

Үрге Яна һырты (рус. Верхоянский хребет, Верхоянская горная система, саха Үөһээ Дьааҥы сис хайата) — Саха Республикаһының төньяҡ-көнсығышындағы тау теҙмәһе.

Оҙонлоғо яҡынса 1200 км (Лена йылғаһы дельтаһынан Томпо[1] йылғаһына ҡәҙәр). Киңлеге 100 километрҙан 250 километрға тиклем.

Үрге Яна һыртының көньяҡ-көнсығыш дауамы Сетте-Дабан һырты (саха Сэттэ Дабаан) тип атала, ул рельефы һәм геологик төҙөлөшө менән айырыла. Үрге Яна һыртының төньяҡ осон Туора-Сис һәм Хараулах (саха Хара Уулаах) һырттары тәшкл итә, уларҙың бейеклеге 1000—1250 метрҙан кәмерәк. Һырттың меридиональ өлөшөндә урынлашҡан Орулган һырты (саха Орулҕан) бейек тауҙарҙан тора (уртаса бейеклеге — 2100—2300 м, иң юғары нөктәһе — 2389 м). Орулган һыртынан көнсығышҡа табан тар һәм оҙон Кулар һырты бүленеп сыға (бейеклеге — 1300 метрға тиклем)[2].

Һырт Лена һәм Алдан, Омолой, Яна һәм Индигирка йылғалары бассейндарының һыу айырғысы булып тора.

Һыртта башланған йылғалар: Мэңкэрэ, Соболоох-Майан, Үндүлүҥ, Дээнискэ, Томпо, Бытантай, Дулгалах (саха Дулҕалаах), Сартаҥ, Нельсере һ. б.

Климаты һалҡын, ҡырҡа континенталь. Уртаса температураһы: ғинуарҙа — минус 36—38°С, июлдә — плюс 12—14°С. Ҡыҫҡа йәйге осорҙа йыллыҡ тиерлек яуым-төшөм була. Иң күп яуым-төшөм (йылына 600 мм) Орулган (саха Орулҕан) һыртының көнбайыш битләүҙәрендә күҙәтелә. Күп йыллыҡ туң тау тоҡомдары бөтә урындарҙа таралған, ул тыуыш сығыуына сәбәпсе булып тора[2].

Иң бейек тау һырттарының түбәләрендә һалҡын арктик сүллек урынлашҡан. Түбәнерәк ваҡ ташлы һәм балсыҡлы тупраҡта һирәк-һаяҡ тау-тундра үҫемләктәре барлыҡҡа килә, тағы ла аҫтараҡ улар кедр слатнигы, түшәлмә ҡайын, ҡыуаҡлы ерек һәм поляр тал менән алышына. Һырттың көньяғында тау битләүҙәренең түбәнге өлөшө (800—1200 метрға тиклем) ҡарағас урмандары менән ҡаплаған.

  1. Алдан йылғаһының уң ҡушылығы
  2. 2,0 2,1 Үрге Яна һырты — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә