Үрмәксе һымаҡтар
Үрмәксе һымаҡтар | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
Kunstformen der Natur китабынан иллюстрация Эрнста Геккеля (1904) | ||||||
Фәнни классификация | ||||||
|
||||||
Латинса исеме | ||||||
Arachnida Cuvier, 1812 | ||||||
Отрядтәр | ||||||
|
Үрмәксе һымаҡтар (лат. Arachnida) — быуынтығаяҡлы хайуандар. Уларға үрмәкселәр, саяндар, талпандар, ялған саяндар һ.б. инә
Үрмәксе һымаҡтарҙың латинса исеме грек һүҙе ἀράχνη "үрмәксе"нән килеп сыҡҡан. Алиһә Афина үрмәксегә әйләндергән Арахна тураһында миф бар.Үрмәксе һымаҡтарҙы өйрәнә торған фән арахнология тип атала. Үрмәксе һымаҡтар класы 36 меңдән артыҡ төрҙө берләштерә.
Үрмәксе һымаҡтар быуынтығаяҡлылар араһында беренсе булып ҡоро ергә йәшәүгә күскәндәр. Әлеге шарттарға ярашыу барышында күп формаларға бүленгәндәр.
Хайуандарҙың был төркөмөндә ослоҡтарҙын беренсе пары аҙыҡты ваҡлау һәм иҙеү ағзаларына — аяҡ-яңаҡтарға (хелицерҙар) әйләнгән. Икенсе пар ослоҡтар табышты эләктереү һәм тотоу өсөн хеҙмәт итеүсе аяҡ-һәрмәүестәр (педипалпалар) булып хеҙмәт итә.
Үрмәксе һымаҡтарҙың йөрөү өсөн дүрт пар аяғы бар. Улар үпкә тоҡсайҙары һәм трахеялар ярҙамында һулыш ала.
Төҙөлөшө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үрмәксе һымаҡтарҙың ҙурлығы бер нисә микрондан алып бер нисә см-ға тиклем етергә мөмкин. Тәндәре баш-күкрәктән һәм ҡорһаҡтан тора. Баш-күкрәктә алты пар ослоҡтар урынлашҡан.
Беренсе ике пар ослоҡтар ауыҙ ағзалары булып махсуслашҡан: хелицералар (аҙыҡты ваҡлау өсөн) һәм педипальпалар (аҙыкты тотоу өсөн).
Хелицерҙар ауыҙ алдында урынлашҡан, улар күберәк өс быуынлы ҡыҫҡыстарға оҡшаған. Һуңғы быуыны хәрәкәтсән бармаҡ ролен үтәй.
Педипальпалар (икенсе пар ослоҡтар) бер нисә быуынтыҡтан тора. Педипальпаларҙың төп быуынтығы аҙыҡты ваҡлай һәм иҙә.
Саяндарҙа педипальпалар көслө оҙон ҡыҫҡыстарға әүерелгән.
Баш-күкрәк ослоҡтарының ҡалған дүрт пары 6-7 быуынтыҡлы. Был ослоҡтар тырнаҡ менән ҡапланған һәм йөрөү ағзалары булып тора. Үҫеп еткәс урмәксе һымаҡтарҙың ҡорһағында ослоҡтар булмай.
Нервы системаһы үрмәксе һымаҡтарҙың төҙөлөшө буйынса төрлө. Һиҙеү органдары менән бәйләнгән йотҡолоҡ өҫтө нервы төйөнө ныҡ үҫеш алыуы уларҙың дөйөм билдәһе булып тора. Баш мейеһе ҡыҫала һымаҡтарҙыҡына ҡарағанда ҡатмарлыраҡ. Һиҙеү ағзалары механик тынысһыҙландырыуҙы ҡабул итә. Һиҙеү төктәре ҡармауыс аяҡтарҙа бик күп. Күреү органдары ябай төҙөлөшлө. Күҙҙәр баш-күкрәктең артҡы аяғында ғәҙәттә 12, 8, 6, һирәк кенә 2-шәр булыр урынлашҡан. Саяндарҙа уртала бер пар ҙүрыраҡ күҙ һәм 2-5 пар ян күҙҙәр урынлаша. Үрмәкселәрҙә 8 ябай күҙ була.
Ҡан әйләнеше системаһы йомоҡ түгел. Ҡапсыҡ һымаҡ йөрәктән башланып тән ҡыуышлығына асылған бер нисә ҡан тамырынан тора.
Һулыш алыу системаһы. Ҡайһы бер төрөндә үпкә тоҡсайы, икенселәрендә трахеялар, өсөнсөләрендә үпкәләр һәм трахеялар хеҙмәт итә. Талпандарҙа газ алмашыу йоҡа тән япмаһы аша башҡарыла.
Аш һеңдереү каналы йотҡолоктан башлана. Йотҡолоҡта ҙур булмаған бер пар төкөрөк биҙҙәре урынлашҡан. Улар эшләп сығарған шыйыҡса аҡһымдарһы тарҡатырға һәләтле. Был шыйыҡса үлгән табышның тәненә керетелә һәм уның есен шыйыҡ бутҡаға әйлендерә. Бер аҙҙан үрмәксе ҡайнатылған шыйыҡ аҙыҡты һура. Шулай итеп, үрмәкселәрҙә аш һеңдереү процесы организмдан тышта башҡарыла.
Күпселек үрмәксе һымаҡтар — йыртҡыстар. Улар араһында ҡан менән туҡланыусы паразит формалары ла, үҫемлек һутын һурыусы йәки үҫемлек ҡалдыҡтары менән туҡланыусылар ҙа бар.
Бүлеп сығарыу системаһы ғәҙәттә тармаҡлы бер пар мальпиги көпшәһенән — эсәклектең һуҡыр үҫентеләре булған көпшә каналдарҙан тора.
Матдәләр алмашыу продукттары ошо көпшәләр буйлап эсәклеккә йыйыла һәм организмдан сығарыла.
Үрсеүе һәм үҫеше. Үрмәксе һымаҡтар айырым енесле. Енес биҙҙәре ҡорһакта урынлашҡан, ҡайһы саҡ парлы була. Үрмәксе һымаҡтарға эске аталаныу хас. Кубеһе туҡлыҡла матдәләргә бай эре күкәйҙәр һала. Яралғының эмбриональ үҫеш осоро күкәй эсендә уҙа.
Талпандарҙан башҡа үрмәксе һымаҡтарҙа постэмбриональ уҫеш осоро личинка барлыҡҡа килтермәйенсә үтә. Күпселек саяндарҙа һәм ҡайһы бер талпандарҙа тереләй тыуҙырыу күҙәтелә.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Жизнь животных. Энциклопедия в шести томах. Том 3. (том посвящен сухопутным членистоногим). Общая редакция члена-корреспондента АН СССР профессора Л. А. Зенкевича. — Москва: Просвещение, 1969. — 576 с. (рус.)
- Рупперт Э. Э., Фокс Р. С., Барнс Р. Д. Членистоногие // Зоология беспозвоночных. Функциональные и эволюционные аспекты = Invertebrate Zoology: A Functional Evolutionary Approach / пер. с англ. Т. А. Ганф, Н. В. Ленцман, Е. В. Сабанеевой; под ред. А. А. Добровольского и А. И. Грановича — 7-е издание. — М.: Академия, 2008. — Т. 3. — 496 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-7695-3496-6. (рус.)