Эстәлеккә күсергә

Һамар Арена

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һамар Арена
Нигеҙләү датаһы 28 апрель 2018
Рәсем
Спорт төрө футбол
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Һамар
Хужаһы Һамар өлкәһе
Хеҙмәтләндереүсе Рәсәй футбол союзы
Рәсми асылыу датаһы 28 апрель 2018
Обитатель Крылья Советов[d] һәм Акрон[d]
Һыйым 44 918
Рәсми сайт arena63.ru
Категория стадиона УЕФА UEFA stadium category 4[d]
Карта
 Һамар Арена Викимилектә

«Һамар Арена» («Йыһан Арена») — футбол стадионы, Һамарҙа (Рәсәй) 2018 йылғы футбол буйынса донъя чемпионаты өсөн махсус төҙөлгән. Футбол чемпионатынан һуң стадион Һамарҙың «Крылья Советов» клубына тапшырыла. Стадиондың архитектура үҙенсәлектәре булып уның «космос» мотивында төҙөлөүе тора — металл конструкциялы көмбәҙе тышҡы күренеше менән йыһан тематикаһын хәтерләтә (Һамар — Рәсәй космос индустрияһы үҙәктәренең береһе). Шулай тотош ҡоролманы ябып, ул көтмәгәндә түбәнгә таралып төшөүсе йондоҙ нурҙарын хәтерләтә. Шул уҡ ваҡытта көмбәҙ тулыһынса түңәрәкләнмәйенсә, ғәмәлдә юғарыға табан төбәлә.

«Һамар Арена» 2018 йылдағы донъя чемпионатында 6 матчты ҡабул итә: 4 төркөм этабы уйындарын (шул иҫәптән Рәсәй йыйылма командаһның матчын), шулай уҡ 1/8 һәм финалдың 1/4 уйынын.

Стадион Һамарҙың иң бейек нөктәһендә — Радиоүҙәк ҡасабаһы районында урынлашҡан. Стадион — ике яруслы типтағы тәбиғи газон менән ҡапланған. Футбол яланы яһалма йылытыу һәмавтоматик дымландырыу системаһы менән йыһазландырылған.

Стадион 4 ярустан тора: өҫкө һәм аҫҡы ярустарҙың трибуналары асыҡ һәм ике ярусы ябыҡ тамашасы ложаларынан (скайбокстарҙан) ғибәрәт. Уларҙың аҫтында 5 яруслы трибуналар урынлашҡан.

Эллипс формаһындағы нигеҙендә ике яруслы тамашасылар өсөн урындар ҡуйылған. Улар тулыһынса аренаның ҡыйығы аҫтында урынлашҡан. Трибуналарҙы йылытыу ҡаралған.

Стадион көмбәҙе — йыйылма конструкциялы, улар 32 консолдән тора, 21,4 метр бейеклегендәге пирамида формалы таяу-бағаналарҙа ҡуйылған. Ҡыйыҡтың дөйөм ауырлығы 13 мең тонна тәшкил итә. Ҡыйыҡтың дөйөм майҙаны 76 мең м² тәшкил итә. Стадиондың бейеклеге — 60 метр.

Стадиондың диаметры Мәскәүҙең «Лужники» стадионынан артыҡ һәм 330 метр самаһы тәшкил итә.

Футбол яланынан 44 метр бейеклектә стадион комбәҙенең металл конструкцияларында мәғлүмәт экрандары эленгән. Һәр таблоның майҙаны 172 квадрат метр тәшкил итә, үлсәме — 18-гә 9,6 метр.

Стадион территорияһы 27 гектар.

Дөйөм тамашасылар һыйҙырышлығы: 44 918 урын.

Стадионында артыҡ ауыр тәнле кешеләр өсөн махсус креслолар урынлаштырылған Инвалидтар өсөн 38 лифт (ашығыс ярҙам саҡырыу төймәһе менән) йыһазландырылған, махсус пандустар ҡуйылған, иҙәндәр таймай торған махсус йәймәләр менән ҡапланған, ишек уйымдар киң итеп эшләнгән, уларҙың тупһалары иҙән менән бер тиң, трибуналарҙа улар өсөн махсус киң урындар һәм уларҙы оҙатып йөрөүселәр өсөн урындар ҡаралған[1].

2014 йылдың ноябрендә «Һамар Арена» стадионы проекты энергияны һаҡлау һәм экология өлкәһендә халыҡ-ара «JLL» компанияһы тарафынан юғары баһа ала һәм «Good» рейтингында «BREEAM» экологик стандартының сертификатын ала[2].

Көйәрмәндәр өсөн сервис

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Стадионда көйәрмәндәр өсөн түбәндәге сервис ҡаралған:

  • Мәғлүмәт ярҙамы һәм навигация.
  • Балаларҙы теркәү пункты, балалар коляскаларын һаҡлау, табылдыҡтар бюроһы.
  • Һаҡлау камераһы.
  • Аудио-тома һуҡыр һәм насар күреүселәр өсөн аудио-тасуирлама яһаусы комментарийҙар.




Стадиондан Волга күренеше

«Һамар Арена» стадионы Һамар ҡалаһының төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, Мәскәү шоссеһы , Ракитовский, Волжский шосселары, Ташкент һәм Демократик урамдары сиктәрендә урынлашҡан. Арена ҡаланың иң юғары нөктәһе булып ҡала.

Тимер юл вокзалына тиклем стадион араһы — 15 саҡрым, «Курумочи» аэропортына тиклем— 32 саҡрым.

«Һамар Арена» стадионын төҙөү 2014 йылдың 21 июлендә башлана. Уға капсуланы Рәсәй Федерацияһы Президенты В. В. Путин һала. Стадион 2018 йылдың 21 апрелендә төҙөлөп бөтә.

Рәсәй президенты В. В. Путин төҙөлөшкә старт бирә

Инфраструктураһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Стадионға табан ике урам төҙөлгән: Алыҫ урамы һәм Арена 2018 урамы. Был урамда ер аҫты үткәүеле ҡаралған. Радиоүҙәк районында 9 квартал эсетәрендәге үткәүелдәр төҙөлгән[3].

Шулай уҡ, стадион янында автовокзал төҙөү планлаштырыла[4].

Радиоүҙәк территорияһында вертолет үҙәге[5] һәм трамвай тармағы төҙөлгән[6].

2018 йылғы футбол буйынса донъя чемпионатында хәүефһеҙлек һаҡлау өсөн стадионда тәүлек әйләнәһенә эшләүсе 30-ҙан ашыу һаҡлау постары ойоштороу планлаштырыла, һаҡлау системалары һәм хәүеф сигнализацияһы, хәбәр итеү саралары, радиацион контроль, хәүефле тоҡаныусан шыйыҡса, шартлатҡыс матдә эҙҙәрен экспресс анализлау комплекттары, радио менән идара ителеүсе шартлатыу ҡоролмаларын блоклаусы приборҙар, бәйләнеш саралары ҡуйыу ҡаралған[7].

2018 йылғы донъя чемпионатынан һуң

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Стадион ФГУП «Спорт-Инжиниринг» идаралығы аҫтында тора. 2018 йылдың сентябрендә спорт объектының бурысы барлыҡҡа килә. Финанслау проблемалары арҡаһында стадиондың яҡтыртыу системалары һүндерелә, шуға күрә янғын һүндереү системаларында проблемалар килеп тыуа.[8]

  1. Светлана Роот. «Самара Арена» будет готова к 1 апреля. — А первый матч здесь пройдёт 28 апреля, samara.mk.ru - «Московский комсомолец» в Самаре (26 февраля 2018 года). 29 май 2018 тикшерелгән.
  2. Михаил Тыныс. Һамарҙа футбол стадионының төҙөлөүе BREEAM сертификат аласаҡ. // mplast.by, 10 ноябрь 2014
  3. Ольга Новикова. Успеют в срок. — Стадион «Самара Арена» и сопутствующая инфраструктура строятся днём и ночью, Газета «Волжская коммуна» (Самара) // vkonline.ru (12 апрель 2017). 28 апрель 2017 тикшерелгән. 2017 йыл 14 апрель архивланған.
  4. Ольга Новикова. Новый автовокзал около «Самара Арены» сможет принимать более 20 тыс. пассажиров в сутки, Сайт «Волга Ньюс» (Самара) // volga.news (12 января 2017 года). 28 апрель 2017 тикшерелгән.
  5. Возле стадиона «Самара-Арена» будет вертолётная площадка. Газета «Аргументы и факты» в Самаре // samara.aif.ru (24 апрель 2017). Дата обращения: 28 апрель 2017.
  6. Екатерина Кособокова. «ВТС Метро» успел на трамвай. — Компания выиграла торги на строительство новой ветки к играм ЧМ‑2018. // Газета «Коммерсантъ» (kommersant.ru). — 14 апреля 2017 года. — В. 65.
  7. Объявлены конкурсы на охрану семи стадионов ЧМ-2018 на 385 млн руб. Агентство спортивных новостей «Р-Спорт» // rsport.ria.ru (19 февраль 2018). Дата обращения: 22 май 2018.
  8. Роман Мун. Сборная России в провинции: где она играла, кроме Москвы и Питера?, sports.ru (10 сентябрь 2018). 10 сентябрь 2017 тикшерелгән.