Һандса

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һандса
Ил  Эстония

Һандса йәки һанса (эст. handsa) — өй шарттарында арыш ҡурынан әҙерләнгән алкоголле эсемлек. Эстонияның көньяҡ-көнсығышында йәшәүсе сету тигән халыҡтың милли эсемлеге. Эсемлектең градусы бик ныҡ үҙгәрергә мөмкин, әммә ғәҙәттә ул 40 % — тан аша[1].

Төрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һандсаның сифаты метанолдың йәки төрлө әсеү продукттарының күләменә бәйле булыуы мөмкин. Һандсаны ғәҙәттә ике тапҡыр ҡыуып сығаралар[1]. Был эсемлектең бик күп төрҙәре бар, ләкин уның ике төп төрөн — көрән һәм аҡ һандсаны айырып күрһәтергә мөмкин. Аҡ һандсаны ҡыуыуҙан һуң шунда уҡ эсәләр. Көрән һандсаны ҡулланыу алдынан, ғәҙәттә, имән мискәләрҙә бер нисә ай һаҡлайҙар.

Алкоголде тыйыу тураһындағы Закон[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эстонияла һандса һатыу һәм әҙерләү алкоголь тураһындағы Закон буйынса тыйыла, уға ярашлы көслө алкоголь эсемлектәрҙе (спирттың 22 проценттан ашыуы) өй шарттарында етештереү законһыҙ.

Эстонияла йәшәүселәрҙең ҡайһы берҙәре был законға ҡаршы килә. Мәҫәлән, сету мәҙәниәт активисы Ахто Раудоя былай тип яҙа: «Һәр халыҡтың үҙ йолалары бар, һәм уларҙы<…> бер нисек тә тыя алмаясаҡтар»[2].

Психолог Аво-Рейн Терепинг шулай уҡ һандсаны етештереүҙе яҡлай. Postimees гәзитендә ул үҙенең мәҡәләһендә былай тип яҙа: «Европала ваҡ алкоголь етештереүселәр ҡулай күренеш булып тора, һәм хатта Эстония магазиндарында кибеттәр йыш ҡына башҡа илдәрҙән килгән ваҡ фирмаларҙың ҡаты спиртлы эсемлектәре менән тулған»[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • [1] 2012 йыл 2 март архивланған. Хандса. Неотъемлемая часть культуры сету. Ахто Раудоя, 2009.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]