Эстәлеккә күсергә

Һарыстан (Силәбе өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Сыростан
Һарыстан
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Силәбе өлкәһе

Ҡала округы

Мейәс

Координаталар

55°03′52″ с. ш. 59°54′19″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1756

Бейеклеге

376 м

Халҡы

997[1] кеше (2010)

Телефон коды

+7 3513

Почта индексы

456382

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

74, 174

ОКАТО коды

75 442 000 021

ОКТМО коды

75 742 000 201 һәм 75 742 000 206

ГКГН номеры

0325902

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Сыростан (Рәсәй)
Сыростан
Сыростан
Һарыстан (Силәбе өлкәһе) (Силәбе өлкәһе)
Сыростан

Һарыстан (рус. Сыростан)—Силәбе өлкәһе Мейәс ҡала округындағы ауыл.

Ауылдың майҙаны 254 гектар тәшкил итә. Территорияның бер өлөшөндә торлаҡ һәм сәнәғәт төҙөлөшө урынлашҡан. Ҡалған майҙанын ҡайын сауҡалыҡтары, ваҡ ҡыуаҡлыҡ, һаҙлыҡлы урындар һәм тәпәш тау битләүҙәре биләй.[2]

Ауылдан төньяҡ-көнбайыштан көньяҡ-көнсығышҡа табан Һарыстан йылғаһы аға. Ауыл биләмәһендә ҙур булмаған быуалар бар. Көнбайыштан йылғаға ике шишмә ҡушыла. Шишмәнең береһе Батькин Покос төбәгенән башлана, ә икенсеһе ҡар ирегән һәм ҡойма ямғырҙар яуған осорҙа ғына аға.

Төньяҡ-көнсығыштараҡ, бер саҡрым алыҫлыҡта, шул уҡ атамалы тимер юл станцияһы һәм станция ҡасабаһы урынлашҡан. Көнсығышта, өс километр алыҫлыҡта, Известная тауы менән «Солнечная долина» тау саңғыһы үҙәге урынлашҡан.

1756 йылда ауылға иҫке Себер трактында почта станцияһы булараҡ нигеҙ һалынған. Һарыстан аша Александр I, Александр II, В. А. Жуковский һәм башҡа сәйәхәтселәр уҙып киткәндәр[3]. Һуңыраҡ Һарыстанда оҙатыу пункты барлыҡҡа килә. Граждандар һуғышы ваҡытында бында һуғыш хәрәкәттәре була. 1918 йылдың 18 июнендә аҡтар тарафынан баҫып алына, ә 22 июндә Уралда Ҡыҙыл армияны ойоштороусыларҙың береһе булған Иван Михайлович Малышевты иптәштәре менән бергә аталар.

Ауылдың атамаһы башҡортса һары лагерь тигәнде аңлата.

Халыҡ иҫәбе
2002[4]2010[1]
970997

Һарыстан халҡы йылдан- йыл кәмей, сөнки кешеләр башҡа ерҙәргә күсенәләр.

Был ауылда совет ғалимы, металлург Бояршинов Михаил Иванович (1904—1988) тыуған.

  1. 1,0 1,1 Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
  2. МАУ «Архитектурно-планировочный центр Миасского городского округа». Проект планировки территории села Сыростан. Пояснительная записка. Том 1 (2011). Дата обращения: 2 ғинуар 2013. Архивировано 5 ғинуар 2013 года. 2013 йыл 5 ғинуар архивланған.
  3. Сыростан. Златоустовская энциклопедия. Дата обращения: 20090309.
  4. Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года. Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.