Һилейә (һырт)
Һилейә | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Рәсәй[1] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 765 метр һәм 598 метр |
Оҙонлоҡ | 50 km |
Киңлек | 16 km |
Һилейә (башҡ. Һилейә) — Көньяҡ Уралда тау һырты. Рәсәй Федерацияһы Башҡортостандың Салауат районы һәм Силәбе өлкәһенең Һатҡы районы территорияһында урынлашҡан.
Һилейә һырты һуҙылған һырттары меридианға параллель рәүештә Башҡортостандың Салауат районында һәм Силәбе өлкәһендә Оло Һатҡы йылғаһынан (Әй ҡушылдығы) алып Зилғаға (Йүрүҙән ҡушылдығы) тиклем һуҙылған.
Оҙонлоғо — 50 км, киңлеге — 7 км. Һырттың максималь түбәләре: Силәбе өлкәһендәге Уҫаҡлы (Осиновая) тауы, бейеклеге — 768 м, Ҡыңғыраусы (Звонарка), Ҡыҙыл Шалҡан (Красная Репка) түбәһе, Сулея бейеклеге 600 м алып 765 м тиклем булған Һилейә тауы.
Рельефы тәпәш таулы, үҙәндәр менән йырғыланған.
Ҡомташтарҙан, алевролиттарҙан, һәүерташтарҙан, өҫкө рифейҙың елмерҙәк доломиттары свитаһынан (бер заманда һәм бер шартта яралған тау тоҡомдары ҡатламы) тора.
Һырттан Сәлейәз йылғаһы башлана. Ландшафты ҡарағай, ҡарағас һәм ҡайын урмандарынан тора.
Топонимикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һилейә һүҙе башҡорт телендәге һил — тымыҡ, тыныс, уя — үҙән һүҙҙәренән килеп сыҡҡан.
Уй һүҙенең аңлатмаһын 2 томлыҡ «Башҡорт теленең һүҙлеге» былай тип бирә: Уй — һуҙылып киткән түбән ер, уйһыу; уяҙ[2]
Сулея (Сулея-Тау), хребет в междуречье Ая и Юрюзани между хребтом Жука-Тау и городом Юрю-зань Длина — около 50 км Наиболее значительные вершины — Красная Репка и Сулея П. С. Паллас упоминает кряж Силиас-Аркассе около реки Ай (о географическом термине аркассе см. Бакальские горы). Очевидно, он имеет в виду именно Сулею. Немецкий путешественник геолог Г. Розе, посетивший эти места в 1829 г., пишет о хребте Силия, через который идет большая дорога из Уфы в Златоуст. На картах XIX в. обычно также Силия (реже Сулия, Сулея). Формы Силиас, Силия первичны. Им точно соответствует башкирское название хребта hилейэ (Силия), которое авторы «Словаря топонимов Башкирской АССР» переводят «Тихая долина» (hил — «тихий», «спокойный», уя — «долина»)[3]
.
Һилейә тураһында легенда ла бар.
Көтөүсе башҡорт тауҙарҙа ат өйөрөн көткән. Эргәһендә тоғро ярҙамсыһы һылыу ҡыҙы булған.
Ҡыҙ зифа буйлы, һөйкөмлө, йәш көмөш ай кеүек сибәр һәм үҙе кеүек ярлы көтөүсе егеткә ғашиҡ була. Ҡыҙ уға кейәүгә сығырға ла йыйына. Әммә атаһы уны тыңлағы ла килмәй.
Көндәрҙән бер көндө тирә-йүндә билдәле — туҡ, тәкәббер, суйын ҡаҙан кеүек түңәрәк бай уны ҡоҙалап килә. Бай ҡалым да килтергән ти.
Көтөүсе ҡарт бай менән туғанлашыуынан үҙен бик бәхетле итеп тойған, шатланған. Һәм ҡыҙына балсыҡ кувшинға тултырып ҡымыҙ килтерергә, буласаҡ туғанын һыйларға ҡушҡан.
Ҡыҙ үҙенең бәләгә тарығанын аңлаған һәм ҡурҡышынан кувшинды төшөрөп ебәргән. Нескә һауыт ватылған, ҡымыҙ ергә түгелгән. Ҡымыҙ күбеге сылатҡан ерҙәрҙә кипмәй торған һаҙлыҡ барлыҡҡа килгән.
Ҡыҙ оҙаҡ итеп әсе күҙ йәштәрен түккән. Уның түгелеп илаған гонаһһыҙ күҙ йәштәренән, ҡаты таштар араһынан күп һанлы тау шишмәләре ағып сыҡҡан һәм нәҙек йәнле таҫмалар булып йылға үҙәндәренә йүгергән.
Атаһы һүҙенән ҡайтмаған, һәм ҡыҙ шым ғына, бер тауыш та сығармай, үтә күренмәле шишмә һыуҙарында иреп, юҡҡа сыҡҡан.
Бәхетһеҙлеген һуңлап аңлаған көтөүсе ҡарт үҙенең ҙур юғалтыуын бик ауыр кисергән һәм был хоҙай ҡарғаған тауҙарҙы, урмандарҙы һәм үҙәндәрҙе мәңгелеккә ташлап киткән. Элекке туплауҙа бығаса күҙәтелмәгән маҙа, тынлыҡ урынлаша. Халыҡ был һаҙлыҡлы һил урынды бик оҙаҡ ваҡыт урап үтер булған, унда торлаҡ та төҙөмәгән, был урынды Һиллеккә эйә, йәғни «тын уя» тип атаған. Һуңыраҡ был урындың атамаһы — Һилейә булып киткән.
Һилейәлә, ысынлап та, шишмәләр, инештәр бик күп, тирә-яғы еүеш, һаҙлыҡлы. Тимәк, бәхетһеҙ һылыу ҡыҙҙың көршәге йомарт, күҙ йәштәре әсе, таҙа һәм мул булған.
Шул уҡ легенданың икенсе вариантында һылыу ҡыҙҙың исемен Нурия тип алғандар.
Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Н. И. Шувалов үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә йылға исеме тураһында ошоларҙы яҙа:
Сулея, хребет, рабочий поселок, железнодорожная станция, основаны в 1887 г. в связи со строительством железной дороги, Саткинский район.
Происхождение топонима до конца не выяснено. Сближают его со словом сулыу — «место, богатое водой». Связывают топоним с названием речки Силияз (правый приток Улуюр, бассейн Ая), стекающей с северо-западных склонов хребта Сулея. Петр Симон Паллас в своих путевых записях называет хребет Силиас, Силиаз-аркассе, Сильятау. Немецкий путешественник Розе, побывавший в 1829 г. в этих местах, упоминает хребет Силия. На основании этих данных представляется, что название речки Силияз, составленное башкирскими словами: сил — «тихий», «спокойный», «затишье», «нет ветра» и яз, уяз — «долина», т. е. «тихая долина», — было перенесено на хребет, но получившее изменение уже в русском языке[4]. ҠайынлытауҠайынлытау – был Һилейә һыртының урындағы атамаһы. Был тау тотош асыҡ аҡ төҫтәге ҡайынлыҡ менән ҡапланғанға шулай аталғаны аңлашылып тора[5] Шулай уҡ ҡарағыҙ
Салауат районы Сүрәкәй ауылында, мәҫәлән, Сәйфелмөлөк исемле, Урмансыла мажараларын әкиәт итеп һөйләгән ат ҡараҡтары булған, тип һөйләп ҡалдырған ата-бабалар. Әҙәбиәт
|
.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- https://web.archive.org/web/20131230234210/http://xn--p1acf.xn----7sbacsfsccnbdnzsqis3h5a6ivbm.xn--p1ai/index.php/prosmotr/2-statya/3189-suleya
- https://web.archive.org/web/20131230233413/http://perevalnext.ru/predanya/legendi/hrebet-suleya
- http://yuzhnyj-ural.ru/kraevedenie/toponimika/851-gory-juzhnogo-urala.html
- Боронғо күпер һәм Ҡайынлытау
- Һилейә тураһында легенда. Виталий Чернецов 2020 йыл 27 сентябрь архивланған.
- Көньяҡ Урал легендалары 2021 йыл 17 ғинуар архивланған.
- Һилейә һырты фотолары. Һилейә тураһында легенда
- Краеведение. Топонимика
- Ноғман Мусин. “Мораҙым” повесының авторы кем? Һәҙиә Дәүләтшинамы, Ғәйнан Әмириме?.. 2011 йыл
- ↑ 1,0 1,1 GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 460-сы бит
- ↑ [1]
- ↑ Шувалов Н. И. Беликуль // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ http://satrab74.ru/news/sport-turizm/3809-putevoditel-starinnyj-most-i-berjozovaya-gora Боронғо күпер һәм Ҡайынлытау