Һоро ябалаҡ
Һоро ябалаҡ | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Strix aluco (Linnaeus, 1758) |
||||||||||||||
Ареал | ||||||||||||||
|
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 143245 |
Һоро ябалаҡ (Серая неясыть) (лат. Strix aluco) — ябалаҡтар ғаиләһендәге, уртаса ҙурлыҡтағы ҡош.
Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡарға ҙурлығында. Осоп барған ҡоштоң киң ҡанаттары, ҡыҫҡа ҡойроғо күҙгә ташлана, һырты аҡ һәм ҡара таплы һарғылт һоро йәки ерән-һоро. Кәүҙәһенең аҫ яғы ҡара-көрән буй-буй өҙөк һыҙыҡлы аҡһыл һоро. Күҙҙәре ҙур, ҡара төҫтә. Ҡауылдаҡ ябалаҡтан бәләкәйерәк, ҡойроғо ҡыҫҡа булыуы менән айырыла.
Тауышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тауышы көслө: «ху-ху-хууу» йәки киҫкен «ҡуйт».
Йәшәү рәүеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Урманда йәшәй. Төп аҙығы — ҡыр сысҡандары. Ултыраҡ ҡош. Ҡайһы ваҡыт аҙыҡ эҙләп, бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөй. Киң таралған. Ояһы ағас ҡыуыштарында, һирәкләп ағас баштарында осрай. 2—6 бөртөк аҡ йомортҡаһы була. Сысҡандарҙы ҡырып, ҙур файҙа килтерә.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Strix aluco: информация на сайте Красной книги МСОП (инг.)
- База данных «Позвоночные животные России»: серая неясыть 2020 йылдың 25 ноябрь көнөндә архивланған.
- Прямая веб-трансляция из дупла неясыти на сайте эстонского орнитологического общества: [1]
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
{{|en}} {{|hu}}
![]() |
Был орнитология тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |