Эстәлеккә күсергә

Һырға (биҙәүес)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һырға
Рәсем

Һырға, алҡа (рус. Серьги, вид украшения) — ҡолаҡ йәрбесәге өсөн традицион биҙәүес.

Бәләкәй һырғалар халыҡ телендә — алҡа, сулпылар эленгәне суҡлы һырға тип йөрөтөлә. Урал аръяғының көнсығыш өлөшөндә оҙон алҡаларҙы ғына түгел, ҡушъяулыҡ ситенә тегелгән сәйлән суҡтарҙы ла «һырға» тип йөрөткәндәр. Эйәк аҫтынан сылбыр менән тоташтырылған алҡалар гел генә ҡолаҡ биҙәүесе итеп ҡулланылмаған. Ҡайһы бер осраҡтарҙа уларҙы баш аша һалынған таҫмаға беркеткәндәр. [1]

Һырғалар — ҡолаҡ йәберсәге биҙәүестәре бронза быуаты осоронан алып билдәле. Ирҙәр йөрөткән боронғо алҡа символик мәғәнәгә эйә булған; теге йәки был енескә ҡарауын һыҙыҡ өҫтөнә алған, ырыу аҡһаҡалын күрһәткән. Боронғо мысырҙар һәм ассириялыларҙың алҡаһы йәмғиәттәге юғары дәрәжәгә, ә инде боронғо Грецияла, ирҙәр ҡолағындағы алҡа билдәһеҙ енси ориентацияға ишаралаған. Рәсәй казактарының һул ҡолағында алҡа ғаиләлә берҙән-бер ул булыуын аңлата. Көнсығышта алҡалар үҙенсәлекле талисман һәм күҙ тейеүҙән һаҡлаусы тип иҫәпләнгән. Ҡыҙ балаға тыуғас та, алҡа таҡҡандар. Көнбайыш Европала һырғалар Ренессанс осоронда айырыуса модаға инә. Ун етенсе быуатта гәүһәр, башҡа аҫыл таштар һәм ынйы менән биҙәлгән күләмле һырға-жирандолиҙәр барлыҡҡа килгән. Хәҙерге заман алҡалары араһында түбәндәге төрҙәрҙе айырып күрһәтергә мөмкин: алҡа-дүңгәләктәр, алҡа-меллисеттар, алҡа-элмәктәрр, алҡа-ҡыҫҡыстар (клипсы).[2]

Фирүзә таш менән һырға
Ҡыҙыл яҡут менән алҡа

Башҡорттарҙа һырғалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорттарҙа һырғалар формаһы буйынса ярым ай йәки өҙөк балдаҡ рәүешендәге һәм оҙон һырға булған, уларҙың биҙәкле уртаһына тәңкәле сулпылар йәки муйынсаҡ менән мәрйен бөртөктәре тағылған (суҡлы алҡа). Башлыса көмөштән, һирәгерәк баҡырҙан эшләнгән. Зәргәр деталдәр гравировка, ҡарайтыу, бөртөк, семәр менән биҙәлгән. Оҙон һырға ярым затлы таштарҙан: аҡыҡ, фирүзә, яҡут, ҡырлы быяланан ҡаштар ҡуйылған. Һырға ҡыҙҙар кейеменең биҙәүесе булған. Ләкин башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары бөркәнсек һәм төрлө сулпылы баш кейеме: ҡашмау, ҡушъяулыҡ, таҫтар кейемендә алҡаны һирәк таҡҡан. Көмөш «сыңғыр» һырға һаҡлағыс ролен үтәгән, улар «яуыз көстән» һаҡлай, тип иҫәпләнгән. Ярым ай формаһындағы һырға башлыса Башҡортостандың төньяҡ һәм көнбайыш, оҙон Һырға көньяҡ һәм көнсығыш райондарында таралған. Көндәлек кейемдән традицион ҙур үлсәмле баш кейемдәре юҡҡа сығыу менән, һырға киң таралған биҙәүескә әйләнә.[3]

Һырға һабағы бирешеү — бәләкәй балаларҙың ата-әсәһе менән никах килешеү йолаһы, боронғо һум тәңкә рәүешендә була.[4]

Алтын еңгәм минең сулпыларымды күреп ғәжәп итте:

— Атаҡ, ҡалай аҫыл ҡомартҡылар биргән әле был бабай. Ҡалай ҙа ҡаштары һәйбәт инде, ысын аҡыҡ бит, — тип телен шапылдатып ҡуйҙы. Ммн, уның сулпыны маҡтағанына ҡыуанып, уны сәс үременә тағып сылтыратып ҡараным, оҙон йыуан ҡара сәс үремдәремде бер алға, бер артҡа бәүелтеп ебәрҙем. … Миңә ҡайным һырға һабағы биргән саҡта мин дә ун өс кенә йәштә инем, — тине еңгәм.[5]