Исаев Әбделбарый Низаметдин улы
Әбделбарый Низаметдин улы Исаев | |
Дин: | |
---|---|
Титул: | |
Осор: |
1975—1980 |
Тыуыу выҡыты: | |
Тыуған урыны: |
Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы) Үрге Аташ ауылы, |
Үлеү ваҡыты: | |
Вафат булған урыны: |
Ленинград ҡалаһы |
Ил: |
Исаев Әбделбарый Низаметдин улы (28 ғинуар 1907 йыл — 13 ноябрь 1983 йыл) — ислам дин әһеле һәм белгесе, мәғрифәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1975—1980 йылдарҙа СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандарының дини идаралығы мөфтөйө. Сәйәси золом ҡорбаны.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әбделбарый Низаметдин улы Исаев 1907 йылдың 28 ғинуарында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы) Үрге Аташ ауылында тыуған.
1926 йылда Башҡорт АССР-ының Төйлөгән ауылында мәҙрәсә тамамлай.
1926—1929 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ының Бөрө кантоны Ҡаръяуҙы ауылы мәсетендә (хәҙерге Башҡортостандың Саҡмағош районы) имам-хатип булып эшләй.
1929 йылда репрессияға эләгә. 1929—1930 йылдарҙа төрмәлә була.
1930—1941 йылдарҙа Ҡырғыҙ АССР-ында була, рәсми булмағанса мулла булып хеҙмәт итә.
1941—1943 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Яраланғандан һуң Өфөгә ҡайта.
1946—1953 йылдарҙа СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандарының диниә назаратында эшләй.
1953—1956 йылдарҙа — Өфөнөң II мәхәллә мәсете имам-хатибы, ә 1956—1975 йылдарҙа — Ленинград йәмиғ мәсете имам-хатибы.
1975 йылдың май айынан 1980 йылдың июненә тиклем СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандарының дини идаралығы мөфтөйө.
1980 йылда тарихта беренсе тапҡыр Рәсәй Үҙәк диниә назараты мөфтөйө үҙенең вазифаһын ташлап китә, Исаев Ленинград йәмиғ мәсете имам-хатибы булып эшләүен дауам итә[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Исаев Әбделбарый Низаметдин улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 25 декабрь 2020)