Эстәлеккә күсергә

Әбдиев Ринат Ғәзизйән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әбдиев Ринат Ғәзизйән улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 28 август 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (68 йәш)
Тыуған урыны Боҙаяҙ ауылы, Ҡырмыҫҡалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө инженер-механик
Эш урыны ӨДНТУ
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d] һәм профессор[d]

Әбдиев Ринат Ғәзизйән улы (28 август 1956 йыл) — ғалим-инженер‑механик. Техник фәндәр докторы (1996), профессор (1997). Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1987).

Ринат Ғәзизйән улы Әбдиев 1956 йылдың 28 авгусында БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы районы Боҙаяҙ ауылында тыуған. 1982 йылда Өфө дәүләт нефть институтын тамамлай. 1982 йылдан Өфө нефть институтында эшләй, технологик машиналар һәм ҡорамалдар кафедраһы мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Ер һәм тәбиғәт ресурстары тураһындағы фәндәр кафедраһы рәйесе. 2006 йылдан алып Ырымбур университетының Өфө филиалы директоры урынбаҫары. 2011 йылдан башлап Башҡорт дәүләт университетының технологик машиналар һәм ҡорамалдар кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2017 йылдан алып уҡытыу‑ғилми үҙәге директоры[1].

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше — нефть химияһы аппараты инженерияһы проблемалары. Хеҙмәттәре ҡаты есемде деформациялау механикаһына, нефть химияһы производствоһы ҡорамалдарының төп өлөштәрен етештереүҙең яңы технологик процестарын эшләүгә һәм булғандарын камиллаштырыуға арналған. Уның тарафынан эшләнгән штамплауҙың термик циклдарын көйләү ысулы менән һауыт төптәрен әҙерләүҙең технологик процесы Рәсәй Федерацияһында беренсе тапҡыр АSME халыҡ-ара стандарт талаптарына яуап биргән тимер юл цистерналарын етештереүҙе ойоштороу мөмкинлеген бирә. Уйлап табыуға ете авторлыҡ таныҡлығы һәм патенты бар. 112 баҫма, шул иҫәптән өс монография авторы[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

— Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1987)[1].

  • Обеспечение работоспособности содовых печей повышением точности и технологичности при сборке на стадии эксплуатации. Өфө, 1998 (авторҙаш);
  • Повышение качества аппаратуры обеспечением взаимозаменяемости при изготовлении. Өфө, 2011 (авторҙаш)[2].