Әбдрәшитов Шамил Рәхим улы
Әбдрәшитов Шамил Рәхим улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 10 сентябрь 1933 (91 йәш) |
Тыуған урыны | Ҡазан, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | уҡытыусы, сәйәсмән |
Эшмәкәрлек төрө | энергетика |
Биләгән вазифаһы | СССР Юғары Советы депутаты[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рәсми сайт | абдурашитов-шамиль.рф |
Әбдрәшитов Шамил Рәхим улы (10 сентябрь 1933 йыл) — хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре, педагог, ғалим, публицист. Техник фәндәр кандидаты (1976), доцент. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған энергетигы (1983). СССР-ҙың почетлы энергетигы (1983). СССР-ҙың XI һәм XII саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1979—1989). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), Октябрь Революцияһы (1976), Халыҡтар дуҫлығы (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1985) ордендары кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шамил Рәхим улы Әбдрәшитов Татар АССР-ының баш ҡалаһы Ҡазанда 1933 йылдың 10 сентябрендә тыуған.
1956 йылда Урта азия политехник институтын (1961 йылдан Ташкент политехник институты) йылылыҡ энергетикаһы инженеры һөнәре буйынса тамамлаған.
1956—1960 йылдарҙа Ҡувасай ГРЭС-ында инженер, «Ферганэнерго» район энергетика идаралығында өлкән инженер-көйләүсе булып эшләй.
1960—1966 йылдарҙа «Башкирэнерго» район энергетика идаралығында көйләүсе төркөм етәксеһе, етештереү-техник бүлеге начальнигы.
1965—1968 йылдарҙа — Стәрлетамаҡ ТЭЦ-ы директоры. Стәрлетамаҡ ТЭЦ-ында яңы ҡеүәттәр сафҡа индерелә.
1968—1971 йылдарҙа — төҙөлөш ваҡытында һәм сафҡа индерелгәндән һуң Ҡарман ГРЭС-ы директоры. Илдә беренсе булып яғыулыҡҡа сығымдары сағыштырмаса түбән булған энергоблок сафҡа индерелә.
1971—1988 йылдарҙа — «Башкирэнерго» район энергетика идаралығы генераль директоры". Уның етәкселегендә 2 электростанция сафҡа индерелә, 6 электростанция киңәйтетелә, 23 мең километр электр линиялары төҙөлә.
1988—1992 йылдарҙа — «Ветрон» ғилми-етештереү ойошмаһы етәксеһе.
1994—1998 йылдарҙа — «Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәте директорҙар советында өлкән референт.
Ғилми һәм мәғәриф эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1976 йылдан Өфө авиация институтында (2011 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университеты) уҡыта, электр машина һәм аппараттар, электромеханика кафедралары доценты.
Ғилми хеҙмәттәре энергетиканы, Башҡортостан энергосистемаһын үҫтереү мәсьәләләренә арналған. 10 уйлап табыу авторлыҡ таныҡлығына эйә. 200-ҙән ашыу баҫма эш, шул иҫәптән бер нисә китап һәм дәреслек авторы.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Стәрлетамаҡ, Нефтекама һәм Өфө ҡала советтары депутаты булып һайлана.
1979—1988 йылдарҙа — СССР-ҙың XI һәм XII саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
1966-1991 йылдарҙа КПСС ағзаһы, 1978—1991 йылда КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты ағзаһы.
1995 йылдан алып «Башкирэнерго» ветерандар советын етәкләй.
Ижади эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Публицистика буйынса 20-нән ашыу китап һәм бик гәзит-журнал мәҡәләләре авторы.
- Китаптары
- «Жизнь не обманешь»,
- «Особенности национального кретинизма»,
- Чем был СССР и что есть РФ. — Уфа: Скиф, 2006. — 84 с., илл.
- Россия — это странное явление цивилизации. Факты и занятные рассуждения про Россию и россиян — Уфа: Скиф, 2007. — 272 с., илл. ISBN 978-5-87308-377-0
- Вправду ли разумен Homo sapiens?! – Уфа: Скиф, 2010. – 192 с., илл. ISBN 587308-217-0
- Лишь женщина спасёт мир от увядания — Уфа: Скиф, 2011. — 192 с., илл. ISBN 978-5-87308-230-8
- «Житейская проза о забавах Homo sapiens’a»
- Отчего мало счастья у россиян? — Уфа: Скиф,2014. — 160 с.; илл. ISBN 978-5-905974-05-2
- И смех, и слёзы старого ветерана. – Уфа, Скиф, 2015 – 96 стр., илл. ISBN-978-5-905974-15-1
- To Lead Homo Sapiens Away from the Path to Self-Destruction! – Ufa: Mir Pechati, 2015, 120 p., ill. ISBN 978-5-9613-0346-9
- Увести Homo sapiens, а с тропы к самоуничтожению! – Уфа: Скиф, 2015, 120 с., илл.
- Шәхси сайты
Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Октябрь Революцияһы ордены (1976),
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971),
- Халыҡтар дуҫлығы ордены (1981),
- «Почёт Билдәһе» ордены (1985),
- БАССР-ҙың атҡаҙанған энергетигы (1983),
- СССР-ҙың почетлы энергетигы (1983).
- миҙалдар (асыҡларға)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Д. Усманова. Шамиль Абдурашитов. Честная беседа с ветераном. – Уфа: Скиф, 2013. – 256 с.: ил. ISBN-978-5-87308-244-8
- Гордимся прошлым, строим будущее. УГАТУ 85 лет / сост. М. А. Филимонов; Уфимск. гос. авиац. техн. ун-т. — Уфа : РИК УГАТУ, 2017. — 379 с.