Әберсә турғайы
Уҡыу көйләүҙәре
Әберсә турғайы | ||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||||||
|
||||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||||
Hippolais icterina (Vieillot, 1817) | ||||||||||||||||||
|
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 148420 |
Әберсә турғайы, баҡса турғайы (урыҫ. зеленая пересмешка)— турғай һымаҡтар отрядындағы ҡошсоҡ.
Ҡылыҡһырлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Турғайҙан бәләкәйерәк. Ағас ботаҡтарында йәки ҡыуаҡтарҙа йөрөүсе теремек ҡош. Һырт яғы йәшкелт һоро. Ҡанат ҡауырһындарының сите аҡ ҡайыулы ҡара-көрән. Кәүҙәһенең аҫҡы яғы аҡһыл һары. Сырҡылдаҡ турғайҙан йәшкелт төҫө менән айырыла.
Тауышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тауышы көслө генә: «бит-бит-бит» йәки «тсе-тсе-титийит».
Йәшәү рәүеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төрлө ҡоштарҙың тауышына оҡшатып һайрай, һирәк ағаслы урмандарҙа, ҡыуаҡлыҡтарҙа йәшәй. Төрлө бөжәктәр, көҙгөһөн еләк-емеш менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ағас ботаҡтарында йәки ерҙә оялай. Ҡыҙғылт таплы 4—6 бөртөк алһыу йомортҡаһы була.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ № 3478 28.693.35 И 90
- Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. — ISBN 5-88666-011-9
Был орнитология тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |