Әзербайжан Республикаһының Үҙәк банкы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әзербайжан Республикаһының Үҙәк банкы
Нигеҙләү датаһы 11 февраль 1992
Логотип
Рәсем
Ойошма етәксеһенең вазифаһы Governor of the Central Bank of Azerbaijan[d]
Етәксе Талех Кязымов[d]
Дәүләт  Әзербайжан
Юрисдикция таралышы Әзербайжан
Хужаһы Әзербайжан
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Баҡы, Әзербайжан
Рәсми сайт cbar.az
Целевая процентная ставка 5,25 процент
 Әзербайжан Республикаһының Үҙәк банкы Викимилектә

Әзербайжан Республикаһының Үҙәк банкы (әзерб. Azərbaycan Respublikasının Mərkəzi Bankı) — Әзербайжандың үҙәк банкы. Әзербайжан Республикаһы Президентының «Әзербайжан Республикаһының Милли банкын булдырыу тураһында»ғы 1992 йыл 11 февраль указы менән ойошторолған. Әзербайжан Республикаһында 2009 йылдың 18 мартында үткәрелгән Референдумдың «Әзербайжан Республикаһы Конституцияһына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр тураһында»ғы Акты көсөнә инеүгә бәйле, Әзербайжан Республикаһы Милли банкының атамаһы Әзербайжан Республикаһы Үҙәк банкы тип үҙгәртелә.

Әзербайжан Республикаһы Үҙәк банкының статусы, маҡсаттары, функциялары һәм вәкәләттәре, идаралығы һәм ойоштороу структураһы, шулай уҡ уның үҙәк банк булараҡ дәүләт власы органдары һәм башҡа шәхестәр менән мөнәсәбәттәре «Әзербайжан Республикаһының Үҙәк банкы тураһында» Әзербайжан Республикаһының 2004 йыл 10 декабрь Законы менән көйләнә. Илдең милли валютаһы эмиссияһы буйынса функцияға тик Үҙәк банк ҡына эйә булыуы Әзербайжан Республикаһы Конституцияһы менән нығытылған. Үҙенең эшмәкәрлегендә Әзербайжан Республикаһы Үҙәк банкы Әзербайжан Республикаһының башҡа закон акттарына һәм Әзербайжан Республикаһы хуп күргән халыҡ-ара договорҙарға ла таяна. Банктың административ бинаһы Баҡы ҡалаһында урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әзербайжанда үҙәк банк эшмәкәрлеге тарихы бер нисә осорҙан тора: Әзербайжан Демократик Республикаһы осоро (1918—1920); Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһы осоро (1920—1991); хәҙерге үҙәк банк эшмәкәрлеге осоро (1991 йылда Әзербайжанда бойондороҡһоҙлоҡ тергеҙелгәндән һуң).

1918 йылдың 28 майында Әзербайжан бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң, Әзербайжан Демократик Республикаһы ойошторола. Тәүҙә бойондороҡһоҙ республикала Рәсәй һумдары, шулай уҡ, Баҡы Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарары буйынса әйләнешкә сығарылған «Баҡы бондары» менән бергә, 1918 йылдың ғинуарынан Кавказ аръяғы бондары ла киң ҡулланыла. Шул уҡ осорҙа Рәсәй Дәүләт банкының Баҡы бүлексәһе лә эшмәкәрлеген дауам итә. 1919 йылдың 7 мартында Әзербайжан Республикаһы хөкүмәте Әзербайжан дәүләт банкын (үҙәк банкын) ойоштороу тураһында ҡарар сығара. Шул уҡ йылдың 16 сентябрендә Әзербайжан Республикаһы парламенты тарафынан Әзербайжан дәүләт банкы Уставы ҡабул ителә. 1919 йылдың 30 сентябрендә тантаналы шарттарҙа банк асыла, шул көндән башлап эшмәкәрлек итә.

«Банктар банкы» булараҡ, Әзербайжан дәүләт банкы илдә кредит ойошмаларының эшмәкәрлегенә конролде тормошҡа ашыра һәм аҡса эмиссияһын үткәрә.

1920 йылдың 28 апрелендә Әзербайжан Демократик Республикаһы ҡолағандан һуң, Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһы Финанс комиссариатының 1920 йыл 31 май бойороғо менән Әзербайжан дәүләт банкының атамаһы Халыҡ банкы тип үҙгәртелә. Революцион Комитеттың 1920 йыл 9 июнь ҡарары менән бөтә банктар һәм башҡа кредит ойошмалары национализациялана һәм Халыҡ банкына ҡушыла, ә банк эше тик дәүләттең монополияһы булып ҡала.

Әзербайжан Халыҡ банкының төп функцияһы ҡағыҙ аҡса эмиссияһын тормошҡа ашырыуҙан тора. Финанс комиссариаты составындағы Халыҡ банкы халыҡ хужалығын финанслай һәм сметалар, бюджеттар эшләү менән шөғөлләнә. Банк системаһының кәрәге булмағанлыҡтан ревкомдың 1920 йыл 14 авгусы ҡарары менән банк функциялары Үҙәк бюджет идаралығына тапшырыла.

1921 йыл аҙағына, яңы иҡтисади сәйәсәт үткәреүгә бәйле, банк системаһын тергеҙеү ихтыяжы тыуа. Әзербайжан Совнаркомының 1921 йыл 16 октябрь ҡарары менән Дәүләт банкы булдырыла һәм Уставы раҫлана.

1922 йылдың 12 мартында Кавказ аръяғы Социалистик Федератив Совет Республикаһы (ЗСФСР) ойошторола һәм шул уҡ йылдың 30 декабрендә Совет Социалистик Республикалар Союзы составына инә. ЗСФСР Союз Советының 1923 йыл 10 ғинуар декреты менән ЗСФСР берҙәм аҡса системаһына күсә һәм Әзербайжан Дәүләт банкының ҡағыҙ аҡса эмиссияһы өлкәһендәге эшмәкәрлеге туҡтатыла. Әзербайжан Халыҡ комиссарҙары советының 1923 йыл 3 июль ҡарары менән Әзербайжан Дәүләт банкының атамаһы Әзербайжан дәүләт ауыл хужалығы банкы тип үҙгәртелә һәм ул үҙәк банк функцияларының бөтәһен дә юғалта. Тәүҙә Әзербайжан дәүләт ауыл хужалығы банкы ауыл хужалығын үҫтереүгә булышлыҡ күрһәтә, шулай уҡ аҡса һәм тауар әйләнеше мәсьәләләрен көйләй.

1923 йылда СССР Дәүләт банкын ойоштороуға бәйле Баҡыла СССР Дәүләт банкының республика контораһы асыла, 1990 йылда ул СССР Дәүләт банкының Әзербайжан республика банкы тип үҙгәртелә, 1992 йылға тиклем эшләй.

Әзербайжандың бойондороҡһоҙлоғо тергеҙелгәс, 1991 йылдың 25 майында «Әзербайжан Республикаһының иҡтисади бойондороҡһоҙлоғо нигеҙҙәре тураһында» конституцион Закон раҫлана, уның «Банк системаһы һәм аҡса әйләнеше» тигән 14-се статьяһында бойондороҡһоҙ банк системаһының һәм милли аҡса берәмеге әйләнешенең юридик нигеҙҙәре сағылдырыла, Милли банктың статусы һәм вәкәләттәре билдәләнә. Әзербайжан Милли банкы кредит, аҡса әйләнеше, хисаплашыуҙар һәм валюта мөнәсәбәттәре өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен үткәреүсе, шулай уҡ тотош банк системаһы эшмәкәрлеген көйләүсе орган, резерв банк функцияларын башҡарыусы юғарғы эмиссия идаралығы тип иғлан ителә.

Әзербайжан Республикаһы Президентының «Әзербайжан Республикаһында Милли банк булдырыу тураһында» 1992 йыл 11 февраль Указы менән СССР Дәүләт банкы, СССР Промстройбанкы һәм СССР Агропромбанкы учреждениелары нигеҙендә Әзербайжан Республикаһы Милли банкы булдырыла. Был Указ көсөнә ингән көн (12 февраль) банк булдырылған көн итеп билдәләнә.

1992 йылда Милли банк эшмәкәрлеген көйләүсе ике закон акты ҡабул ителә: 7 августа — «Әзербайжан Республикаһының Милли банкы тураһында» Закон һәм 1 декабрҙә — Милли Мәжлестең «Әзербайжан Республикаһы Милли банкының Уставын раҫлау тураһында» ҡарары.

1992 йылдың 15 авгусында әйләнешкә Әзербайжандың милли валютаһы — манат сығарыла. 1994 йылдың 1 ғинуарынан манат илдә берҙән-бер законлы түләү сараһы тип иғлан ителә. 1995 йылдың 12 ноябрендә бөтә халыҡ референдумы менән бойондороҡһоҙ Әзербайжан Республикаһының беренсе Коституцияһы ҡабул ителә, уның II киҫәгендәге 19-сы статьяла тик Милли банк ҡына аҡса билдәләрен әйләнешкә индереү һәм әйләнештән алыу хоҡуғына эйә орган тип таныла.

«Әзербайжан Республикаһының Милли банкы тураһында» Әзербайжан Республикаһы Законының икенсе һәм өсөнсө редакциялары 1996 йылдың 14 июлендә һәм 2004 йылдың 10 декабрендә ҡабул ителә.

Функциялары үҙгәргәс, исемен дә үҙгәртеү ихтыяжы тыуа һәм, 2009 йылдың 18 мартында үткәрелгән референдумдың «Әзербайжан Республикаһы Конституцияһына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр тураһында»ғы Акты көсөнә ингәс, банк «Әзербайжан Республикаһының Үҙәк банкы» тип үҙгәртелә.

«Әзербайжан Республикаһының Үҙәк банкы тураһында»ғы Законға 2016 йылдың 4 мартында индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, Үҙәк банктың вәкәләттәре лә үҙгәртелә. Мәҫәлән, банк эшмәкәрлеген лицензиялау, көйләү һәм контролләү вәкәләттәре яңы ойошторолған органға тапшырыла. Шул ваҡыттан алып Үҙәк банктың вәкәләттәре аҡса-курс сәйәсәтенә, макроиҡтисади һәм финанс тотороҡлолоғон булдырыуға, банк-ара үҙәкләштерелгән һәм лицензиялау талап ителмәгән башҡа түләү системаларын көйләүгә һәм үҫтереүгә, шулай уҡ аҡса әйләнешен ойоштороу йүнәлештәренә туплана[1].

Маҡсаттары һәм функциялары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Әзербайжан Республикаһының Үҙәк банкы тураһында» Әзербайжан Республикаһы Законында билдәләнгән вәкәләттәр сиктәрендә Үҙәк банктың төп эшмәкәрлек маҡсаты булып хаҡтар тотороҡлолоғон тәьмин итеү тора. Бынан тыш, Үҙәк банк банк-ара үҙәкләштерелгән һәм лицензиялау талап ителмәгән башҡа түләү системаларын ойоштороу һәм уларҙың эшмәкәрлеген тәьмин итеү менән шөғөлләнә. Табыш алыу Үҙәк банктың төп маҡсаты түгел.

Маҡсаттарына өлгәшеү өсөн Үҙәк банк түбәндәге функцияларҙы башҡара:

  • Илдең аҡса һәм валюта сәйәсәтен билдәләй һәм үткәрә;
  • Аҡса әйләнешен ойоштора;
  • Манаттың рәсми курсын билдәләй;
  • Алтын-валюта резервтарына идара итә;
  • Хисаплашыу-түләү балансын төҙөй;
  • Илдең дәүләт һәм дәүләттеке булмаған тышҡы бурысы һәм халыҡ-ара инвестициялар балансы статистикаһына күҙәтеүҙәр эшләй;
  • Түләү системалары эшмәкәрлеген ойоштора һәм көйләй [2].

Ойоштороу ҡоролошо һәм идаралығы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үҙәк банктың ойоштороу ҡоролошона Идара, үҙәк аппарат һәм төбәк идаралыҡтары инә. Үҙәк аппарат эске аудит бүлегенән һәм банк Идараһы билдәләгән башҡа ҡоролош берәмектәренән тора. Бөтә ҡоролош бүлектәре үҙ эшмәкәрлеген Үҙәк банк Идараһы раҫлаған Положение нигеҙендә тормошҡа ашыра.

Үҙәк банкҡа банк Идараһы идара итә.

Үҙәк банк рәйесе  — Эльман Рөстәмов.

Идара ағзалары — Алим Гүлиев, Афтандил Бабаев, Вадим Хубанов[3].

Әзербайжан Республикаһы Конституцияһына ярашлы, Үҙәк банк Идараһы ағзалары ил Президенты күрһәтеүе буйынса Әзербайжан Республикаһы Милли Мәжлесе (парламенты) тарафынан раҫлана. Үҙәк банк рәйесе һәм уның урынбаҫарҙары вазифаға Әзербайжан Республикаһы Президенты тарафынан банк Идараһы ағзалары араһынан тәғәйенләнә.

Үҙәк банк рәйесе банктың башҡарма ҡоролошона етәкселек итә һәм Идара рәйесе булып тора, Үҙәк банк исеменән сығыш яһай, банктың етәксе составы араһында вазифа бурыстарын бүлә һәм, «Әзербайжан Республикаһының Үҙәк банкы тураһында»ғы Законға ярашлы, Үҙәк банк эшмәкәрлегенә бәйле һәм Идара компетенцияһына инмәгән мәсьәләләрҙе хәл итә.

Ил төбәктәрендә Үҙәк банк үҙ функцияларын төбәк идаралыҡтары аша башҡара. Әле ил территорияһында, Нахчиван Автономиялы республикаһы идаралығын да индереп, алты төбәк идаралығы эшләй (Үҙәк банктың Нахчиван идаралығы, Гәнжә, Ҡуба һәм Биләсүвәр ҡалаларындағы төбәк үҙәктәре, йәнә Евлах һәм Сумҡайыт ҡалаларындағы резерв үҙәктәре)[4].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Әзербайжандың иҡтисады
  • Әзербайжан манаты

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. History 2021 йыл 30 октябрь архивланған., сайт ЦБ (инг.)
  2. Закон «О Центральном банке Азербайджанской Республики» от 10 декабря 2004 года № 802-IIQ, Законодательство стран СНГ
  3. Management Board, сайт ЦБ (инг.)
  4. Regional offices, сайт ЦБ (инг.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]