Әлифба Башняһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әлифба Башняһы
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Грузин яҙыуы
Дәүләт  Грузия
Административ-территориаль берәмек Батуми
Бейеклеге/буйы 130 метр
Карта
 Әлифба Башняһы Викимилектә

Файл:Batumi (47).JPG

Әлифба Башняһы (груз. ანბანის კოშკი [Анбанис кошки], күберәк Әлифба Башняһы булараҡ билдәле — Грузияла, Батуми ҡалаһында, урынлашҡан130 метр бейеклектәге башня[1]. Башня үҙенең структураһы буйынса ДНК структураһына оҡшаш. Унда грузин яҙмаһы хәрефтәре һүрәтләнгән. Башня диңгеҙ ярынан ҡарағанда ҡаланың төньяғында урынлашҡан, шуның арҡаһында ҡала панорамаһына, шулай уҡ тауҙарға һәм Ҡара диңгеҙгә яҡшы күренеш асыла. Башняны төҙөү өҫтөндә испан CMD Ingenieros, компанияһы эшләй, ә баш архитекторы Альберто Доминго Кабо (ул шулай уҡ Кутаиси ҡалаһындағы)[2]грузия парламенты бинаһының архитекторы була. Төҙөлөш өсөн президент фондынан һәм ҡала мэрияһынан 65 миллион лари аҡса бүленә, әммә 64 миллион ғына кәрәк була[3]. Төҙөлөш үҙе 2010 йылдың 10 октябрендә башлана һәм 2011 йылдың декабрендә тамамлана. Әлеге ваҡытта объектты хеҙмәтләндереү өсөн йыл һайын яҡынса 60 000 лари тотонола[4][5][6].

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. http://www.alphabetictower.com/. Дата обращения: 15 июль 2016. Архивировано 24 декабрь 2014 года. 2014 йыл 24 декабрь архивланған.
  2. http://bpi.ge/?option=com_content&task=view&id=10111&Itemid=0. Дата обращения: 15 июль 2016. Архивировано 19 сентябрь 2016 года.
  3. НетГазети - Башня стоймостью 64 миллиона. Дата обращения: 15 июль 2016. Архивировано 25 июнь 2020 года.
  4. http://www.newposts.ge/?l=G&id=35049.
  5. Башня Азбуки в Грузии
  6. Алфавитная башня в Батуми