Әлмөхәмәтов Илмар Рәзин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Әлмөхәмәтов Илмар Рәзин улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 9 июнь 1971({{padleft:1971|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (47 йәш)
Тыуған урыны Рәсәй, Ишембай
Туған тел рус теле
Һөнәр төрө яҙыусы, драматург
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты

Әлмөхәмәтов Илмар Рәзин улы (9 июнь, 1971[1], Ишембай) — башҡорт режиссеры һәм спектаклдәр ҡуйыусыһы, телетапшырыуҙар алып барыусы, драматург, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының генераль директоры (29 декабрь, 2015)[2]. Халыҡ-ара «Туғанлыҡ» һәм «Ҡолонсаҡ», «Театральное Поволжье» — «Ниточка» фестивалдәренең режиссеры һәм ойоштороусыһы.

Ҡуйыусы режиссер 2013 йылда VI ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындарын асыу һәм ябыу тантанаһын ҡуйыусы-режиссер[3]. 2011 йылдың ғинуарынан — Башҡорт ҡурсаҡ театры директоры. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы.

Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

Башҡорт милли эпосы «Урал-батыр» мотивтары буйынса (режиссеры Илмар Әлмөхәмәтов, композиторы Андрей Березовский, Аношкин Владимир пьесаһы) ҡуйылған спектакль 2014 йылда Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына дәғүә итеүгә тәҡдим ителә.

Телевидениела[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Башҡортостан» ДТРК йәштәр редакцияһында «Форс-мажор» программаһының авторы сифатында эшләй. Хәҙер ЮЛДАШ телевидениеһында мосолмандар өсөн «Әл-Фәтиха» программаһының алып барыусыһы.

Театр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Режиссер, драматург, ҡурсаҡ театры өсөн бер нисә пьеса авторы.

Ильмар Әлмөхәмәтов: «Миңә барлығы биш йәш ине. һәм мин Ишембай ҡалаһында йәшәй инем. Театрҙы урамда тәүге тапҡыр күрҙем. Унда әллә ниндәй Баба-яга, клоун бар ине. Актерҙар минең менән һөйләшергә булышты, ә мин ҡурҡып ҡастым, әммә уларҙың уйнағанын йәшеренеп кенә күҙәтеп ултырҙым. Нәҡ шул ваҡытта мин үҙемә театрҙы, уның ысынбарлыҡты сағылдырған донъяһын астым. Мәктәп йылдарында драма түңәрәгендә спектаклдәрҙә уйнаным. хатта грамоталар ҙа алдым. Ул түңәрәктәрҙе әҙәбиәт уҡытыусылары алып бара ине һәм миңә уның менән шөғөлләнеү ҡыҙыҡ ине». Атайым мине "артист" булғаным өсөн әрләй ине, ә өләсәйем: «теймә балаға, ул шундай, уның „башында пуля“ тип атайымды туҡтата ине. Һәм мин уға бик рәхмәтлемен, сөнки был „пуля“ минең башта булып ҡына ҡалманы, ә тәрән итеп инеп ултырҙы»[4].

Белеме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

19771985 — Ишембай ҡалаһының № 3 урта мәктәбендә уҡый.

19871990 — Салауат медицина училищеһында уҡый. Ильмар әйтеүенсә: «Туғандарым мине улар кеүек табип булыуымды теләне (мин тәүге белемем буйынса фельдшер-акушер). Хәҙер аңлайым: минән иң яҡшы табип сығыр ине, моғайын… Әммә театр һәм әкиәт… — мине үҙ яғына ныҡ тартты».

19901994 — Өфө сәнғәт институтының актерлыҡ факультеты (хәҙер — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы) унда, Мельниченко Павел Романовичта уҡый.

2000 — 2002 йылдарҙа — сәнғәт, мәҙәниәт һәм туризм хеҙмәткәрҙәрен ҡабаттан уҡытыу Академияһында уҡый; элекке ВИПКРК

Тривия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ике тапҡыр хаж ҡыла.

Интервьюларының береһендә ул иң яратҡан әкиәте — Андерсендың «Русалочка»һы булыуын әйтә, сөнки « уның финалы бик моңһоу: әҫәр аҙағында героиняны һәләкәткә осрай, ул диңгеҙ күбегенә әйләнә. Мин диңгеҙҙе тәү тапҡыр күргәс — күпме Русалочка һәләк булған бит бында!-тип уйланым».

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башкирия: о ностальгии по Штейну, новом здании и отношении к религии// 24 сентября 2014. http://u7a.ru/articles/culture/8025

Текст: Гульназ Данилова (Уфа), Фото: Александр Данилов. Кубок «Театрального Поволжья» вернулся в Пензу//Российская газета, 12.11.2012, http://www.rg.ru/2012/11/12/reg-pfo/kubok.html

Илюзя КАПКАЕВА. Сцену «Куколки» засыпало песком. Вечности// Вечерняя Уфа

Дина Давлетшина. Куклы — дело серьёзное, или Долгожданные новости из кукольной страны//ж. Рампа, 25.07.2011 http://rampa-rb.ru/teatr/kuklyi-delo-seryoznoe-ili-dolgozhdannyie-novosti-iz-kukolnoy-stranyi/

Жанна ВЕРТИНСКАЯ. Главный сказочник столицы//ж. Уфа № 10 (119), октябрь 2011 http://www.journal-ufa.ru/index.php?num=119&id=2354