Әлүк Батыршин
Әлүк Батыршин | |
Тыуған ваҡыты | |
---|---|
Тыуған урыны |
Ырымбур губернаһы, Нуғай даруғаһы, Юрматы улусы, Аллағыуат ауылы |
Үлгән ваҡыты |
билдәһеҙ |
Вафат урыны |
билдәһеҙ |
Хеҙмәт иткән урыны | |
Хеҙмәт итеү йылдары |
1790—? |
Хәрби звание |
штабс-капитан |
Хәрби алыш/һуғыш |
Голландияға рус-инглиз экспедицияһы, Рәсәй-Австрия-Франция һуғышы, 1812 йылғы Ватан һуғышы, 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтары |
Әлүк Батыршин — хәрби хеҙмәткәр. Штабс-капитан.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Поручик Батырша ғаиләһендә яҡынса 1773 йылда тыуған. Сығышы менән Ырымбур губернаһы Нуғай даруғаһы Юрматы улусы Аллағыуат ауылынан (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Салауат ҡалаһы составында).
1790 йылдан Мәскәү гренадер полкында, 1796 йылдан лейб-гвардия Павлов полктарында хеҙмәт итә. Күрһәткән хәрби хеҙмәттәре өсөн 1804 йылда — унтер‑офицер, 1810 йылда — фельдфебель, 1812 йылда — подпоручик, 1813 йылда — поручик званиеларын ала.
1794 йылда Тадеуш Костюшко етәкселегендәге поляк ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнаша.
1799 йылда Францияға ҡаршы Икенсе коалиция һуғышы сиктәрендә, Голландияла рус-инглиз экспедицияһы алыштарында ҡатнаша.
1805 йылда Рәсәй-Австрия-Франция (Өсөнсө коалиция) һуғышы алыштарында ҡатнаша.
1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнаша.
1815 йылда отставкаға китә. Батыршиндар дворян нәҫеленә нигеҙ һала.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Улдары:
- Искәндәр (1820—?) — педагог.
- Сөләймән (1825—?) — тәржемәсе.
- Мөхәмәтҡунафи (1833—1912) — табип.
- Ибраһим (1836—?) — 1855 йылда Ырымбур Неплюев хәрби училищеһын тамамлай.
- Йыһангир — 1869 йылда Ырымбур Неплюев хәрби гимназияһын тамамлай.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Асфатуллин С. Г. Северные амуры в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2000. — 160 с. — ISBN 5-85051-181-4.
- Ильясова А. Я. История башкирского дворянства. — Уфа: Китап, 2015. — 232 с. — ISBN 978-5-295-06335-0.
- Әсфәндиәров Ә. З. Олатайҙарҙың бар тарихы... — Өфө: Китап, 1996. — 224 с. — ISBN 5-295-01672-2.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әсфәндиәров Ә. З. Батыршиндар // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.