Әл-Жәзәри

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Әл-Жәзәри
Рәсем
Заты ир-ат[1][2]
Тыуған көнө 1136[3]
Тыуған урыны Ираҡ
Вафат булған көнө 1206[4][3]
Вафат булған урыны Төркиә
Һөнәр төрө математик, уйлап табыусы, яҙыусы, инженер, астроном
Эшмәкәрлек төрө Ғөләмә һәм автомат[d][5]
Статус авторского права как автора срок действия авторских прав истёк[d]
Собрание работ Метрополитен-музей[d][6]
Commons-logo.svg Әл-Жәзәри Викимилектә

Әл-Жәзәри, Әбу Әл-Ғиз ибн Исмәғил Әл-Жәзәри (ғәр. أَبُو اَلْعِزِ بْنُ إسْماعِيلِ بْنُ الرِّزاز الجزري‎, 1136 йылдар, Бөйөк Сәлжүк Дәүләте, Месопотамия, Жизрә — 1206 йыл, шунда уҡ) — Исламдың алтын быуатында ижад иткән күренекле уйлап табыусы-механик, математик, астроном. «Китаб фи мәғрифәи әл-хыял әл-һандаи» («Тапҡыр механик яйланмалар тураһында белемдәр китабы») исемле трактат яҙып, унда 50-гә яҡын механизмдың эшләнешен тасуирлай һәм уларҙы төҙөү буйынса кәңәштәрен яҙып ҡалдыра. Әл-Жәзәриҙе «Ислам донъяһының да Винчийы» тип атағандар.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәттәрҙе үҙе яҙған әлеге трактатта теркәп ҡалдырған. Әл-Жәзәриҙең исеме Месопотамиялағы төбәк исеменән алынған. Төркиә Курдистаны үҙәге Диярбаҡыр Артыҡ бей вариҫтары һарайында баш инженер булып хемәт иткән.

"Тапҡыр механик яйланмалар тураһында белемдәр китабы" ул ваҡытта бик популяр булған, унан күпләп күсермәләр яҙып алғандар һәм Әл-Жәзәри үҙ ҡулдары менән эшләгән механизмдарҙы тасуирлаған. Уларҙың бер өлөшөн Әл-Жәзәри ағалы-энеле Бәну Мусаның — фонтан эшләү, Әл -Сағаниҙың — шәм сәғәттәре, Һибәталла ибн әл-Хөсәйендең музыкаль автомат булдырыуҙа эштәренә нигеҙләнеп камиллаштырған. Башҡа күп кенә механизмдары уникаль, шуғаса булған сығанаҡтарҙа телгә алынмаған булған.

Уйлап табыуҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әл-Жәзәри беренсе астрономик иң ҙур ҡәлғә сәғәтен уйлап табыусы булараҡ билдәле. Хәҙерге заман ғалимдары күҙаллауынса, уның ул сәғәте беренсе «программалаштырылған компьютер» булараҡ баһалана. Дональд Раутледж Һилл һүҙҙәре буйынса, «Әл-Жәзәри иң ҡатмарлы сәғәтте тасуирлаған». Әл-Жәзәри (быуынлы вал) уйлап табыусы ла. Уның быуынлы валы беренсе мәртәбә әйләнеү хәрәкәтен алға ебәреү хәрәкәтенә үҙгәртә алған. Әл-Жәзәри фонтан, клапанлы насос (һыу тартыусы машина) һәм ( һыу сәғәте) лә уйлап тапҡан. Әл-Жәзәриҙе шулай уҡ роботтарҙың прообразын булдырыусы тип тә атайҙар:

Прообразами роботов были также механические фигуры, созданные арабским учёным и изобретателем Аль Джазари (1136—1206). Так, он создал лодку с четырьмя механическими музыкантами, которые играли на бубнах, арфе и флейте.Робот [7]

.

Күргәҙмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2010 йылдың ғинуарында Британияның «1001 уйлап табыу: донъябыҙҙа мосолман мираҫын асабыҙ» күргәҙмәһендә Әл-Жәзәриҙең алты метрлы һыу сәғәте күсермәһе күрһәтелә, ул ваҡиғаның төп иҫтәлекле урынына әүерелә [8].

Рәсемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әл-Жәзәри китабына кәрәк рәсемдәрҙе үҙе төшөргән. Рәсемдәрендә уйлап тапҡан әсбаптарының күренешен һүрәтләгән йәки уларҙың эш итеү аңлатмаһын яҙып ҡалдырған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. VIAF — 2012.
  2. Bibliothèque nationale de France BNF танытҡысы: асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.
  3. 3,0 3,1 Artsy — 2009.
  4. Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека и др. Record #119048973 // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.
  5. «Часы со слоном», страница из Книги о необычных механических приспособлениях — 1315.
  6. https://www.metmuseum.org/art/collection/search/451402
  7. Робот // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. т.22. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978
  8. В Лондоне проходит выставка исламского научного наследия — IslamNews.ru, 26.01.2010

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]