Эстәлеккә күсергә

Әминева Әлиә Мансур ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әминева Әлиә Мансур ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 19 апрель 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (32 йәш)
Тыуған урыны Ишембай, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө спортсы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты

Әминева Әлиә Мансур ҡыҙы (19 апрель 1992 йыл) — башҡорт шашкасыһы, Рәсәйҙең спорт мастеры.һәм илдең төп йыйылма командаһы ағзаһы. 2016 йылда Рәсәй чемпионы, 2012 йылда бронза призеры (блиц). Ҡыҙҙар араһында Европа (2002, 2007) һәм Рәсәй (2002—2010) чемпионы. Ҡыҙҙар араһында Европа беренселегенең көмөш призеры (2005, 2011, 2014)[1], күп тапҡыр Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара турнирҙар еңеүсеһе. «Башнефть» клубы өсөн сығыш яһай. Тренеры Ю. В. Черток.

Ишембай олимпия резервындағы шашкалар буйынса балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В. И. Мильшин, Е. А. Мильшина[2]). Өфөгә ҡаланың 23-сө балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенә (Өфө) күскәндән һуң тренерҙары А. П. Мельников, Ю. В. Черток.

Башҡорт дәүләт университетының хоҡуҡ институтын тамамлаған[3].

«Башҡортостан Республикаһы» гәзитендә 2008 йылдың 15 ғинуарында баҫтырылған интервьюһында, Рәсәй һәм Башҡортостан йыйылма командаһы баш тренеры Юрий Владимирович Черток Башҡортостан шашкаһының киләсәген билдәләп үтә:

«10 йәшлек өфөлө Азалия Сәғитова, уның яҡташы 16 йәшлек Вәлиева Юлиә, Ишембай ҡыҙҙары 12 йәшлек Айгөл Иҙрисова һәм 15 йәшлек Әлиә Әминева — бына беҙҙең киләсәгебеҙ нигеҙе. Егеттәр араһында үҙенең яҡты талантын Айнур Шайбаков раҫлай».

2008 йылда Рәсәй спорт мастеры була.

Әлиә Әминева 2008—2009 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты указы менән айырыуса һәләтле уҡыусылар өсөн Башҡортостан Республикаһы Президенты стипендияһы менән бүләкләнә[4]. Башҡортостан Республикаһы физик культура, спорт һәм туризм министрлығында стипендиаттар дипломдарын тапшырыу тантанаһында Әминеваны 13 тапҡыр паралимпия чемпионы Рима Баталова һәм министр урынбаҫары Владимир Иванушкин бүләкләй,[5]. Фотола 2010 йыл 19 декабрь архивланған. һулдан Әминева, уңда Баталова.