Иҙрисова Айгөл Илдус ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Айгөл Иҙрисова
Aigul Idrisova 20171015 by Ahsoous.jpg
Шәхси мәғлүмәт
Енесе

ҡатын-ҡыҙ

Тулы исеме

Иҙрисова Айгөл Илдус ҡыҙы

Гражданлығы

Рәсәй Рәсәй

Специализация

рус шашкаһы, халыҡ-ара шашка

Клуб

«Башнефть» шашка клубы

Тыуған датаһы

11 июль 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (24 йәш)

Тыуған ере

Башҡортостан Республикаһы Ишембай ҡалаһы

Спорт карьераһы

С 2002

Тренеры

А. П. Мельников, Ю. В. Черток

Чемпионаты мира
золото Франция 2012 блиц
золото Измир 2016 блиц
серебро Измир 2016 рапид
Чемпионаты Европы
Золото Измир 2016
бронза Будапешт 2013 блиц
Чемпионаты мира среди девушек
Золото Франция 2013
Чемпионаты Европы среди девушек
Золото Беларусь 2014

Иҙрисова Айгөл Илдус ҡыҙы (11 июль 1995 йыл) — Рәсәй шашкасыһы. 2017 йылғы донъя чемпионатының бронза призёры, Европаның 2016 йылғы чемпионы, халыҡ-ара гроссмейстер (2016).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Айгөл Илдус ҡыҙы Иҙрисова 1995 йылда Башҡортостан Республикаһының Ишембай ҡалаһында тыуған.

2002—2011 йылдарҙа Ишембайҙағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатында, 2011—2013 йылдарҙа Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында уҡый. 2013 йылдан Башҡорт дәүләт университетының Физика-техник институты студенты.

Шашкала уйнарға алты йәштә, балалар баҡсаһына йөрөгәндә өйрәнә. Мәктәпкә барғас, беренсе кластан шашка секцияһына яҙыла. 9 йәшендә 2004 йылғы Рәсәй шәхси-команда чемпионатында халыҡ-ара шашка буйынса ҡатын-ҡыҙҙар араһында сығыш яһай. Өфө ҡалаһының 23-сө балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе уҡыусыһы[1]. 2011 йылға тиклем «Сатраш» шашка клубы (Ишембай)[2], 2012 йылдан «Юность» шашка клубы (Өфө) өсөн сығыш яһай[3][4]. «Башнефть» профессиональ шашка клубы өсөн уйнай (Өфө).

Халыҡ-ара шашка буйынса ҡатын-ҡыҙҙар араһында Рәсәй чемпионатының бронза призеры (2011 йыл, Өфө).

Халыҡ-ара шашка буйынса Рәсәй шәхси-команда чемпионатында Рәсәй чемпионы (шәхси зачет, шулай уҡ командала) (ноябрь 2011, Ишембай, Рәсәй)[5].

Халыҡ-ара шашка буйынса ҡатын-ҡыҙҙар араһында донъя чемпионатының бронза призеры (ноябрь 2011, Улан-Батор, Монголия)[6].

Халыҡ-ара шашка буйынса ҡатын-ҡыҙҙар араһында Рәсәй чемпионатының көмөш призеры (2012, Ишембай).

Бөтә Донъя интеллектуаль уйындары чемпионы (Лилле, 2012 йыл)[7] (ҡатын-ҡыҙҙар араһында халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионаты).

Блиц программа буйынса Европа чемпионатының бронза призеры (2013, Венгрия, Будапешт).

2013 йылдағы Халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионатында 19 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында еңеүсе (Франция, Мирпуа).

Рәсәй йыйылма командаһы составында етеҙ программа буйынса Европа чемпионы (октябрь 2014, Эстония)[8]

2014 йылда халыҡ-ара шашка буйынса Европа беренселегендә ҡыҙҙар араһында еңеүсе (Беларусь, Пинск).

Рәсәйҙең халыҡ-ара шашка (2004)[9], шулай уҡ рус шашкаһы буйынса йәштәр йыйылма командаһына инә[10][11]

2015 йылда Халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионатында 6-сы урынды яулай.

2016 йылда блиц форматында донъя чемпионы, шулай уҡ Европа чемпионы була һәм халыҡ-ара гроссмейстер исемен ала (GMIF).

Матбуғат[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәй һәм Башҡортостан йыйылма командаһының баш тренеры Юрий Владимирович Черток «Республика Башҡортостан» гәзитендәге әңгәмәлә (15.01.2008) Башҡортостан шашкаһының киләсәген билдәләп үтә:

«Өфөнән 10 йәшлек Азалия Сәғитова, уның яҡташы 16 йәшлек Юлиә Вәлиева, Ишембай ҡыҙҙары 12 йәшлек Айгөл Иҙрисова һәм 15 йәшлек Әлиә Әминова — бына беҙҙең киләсәккә нигеҙ. Егеттәрҙән үҙенең сағыу һәләтен Айнур Шәйбәков раҫлай».

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]