Айгөл
Уҡыу көйләүҙәре
Айгөл |
Айгөл — башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Айгөл исеме бар.
Ҡырғыҙстандың Баткен районында ғына үҫкән, Лилиәләр ғәиләһе, Рябчиктар ырыуына ҡараған Айгөл исемле күп йыллыҡ үҫемлек бар, фәнни исеме Fritillaria eduardii, рус телендә Рябчик Эдуарда тип атала.
Этимология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ай (башҡорт) һәм Гөл (фарсы) һүҙҙәре ҡушылып яһалған. Ай гөлө тип аңлаталар[1]..
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әхмәтшина Айгөл Ғайса ҡыҙы (1996 йылдың 1 майы) — опера йырсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2021) «Ковенд Гарден» король опера театры йырсыһы[2].
- Ғаффарова Айгөл Зөфәр ҡыҙы (10 февраль 1976 йыл), спортсы. Ауыр атлетика буйынсаса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1995). Башҡортостан Респуликаһының күренекле спортсыһы (1995)[3]..
- Иҙрисова Айгөл Илдус ҡыҙы (11 июль 1995 йыл), Рәсәй шашкасыһы. 2017 йылғы донъя чемпионатының бронза призёры, Европаның 2016 йылғы чемпионы, халыҡ-ара гроссмейстер (2016).
- Ишбирҙина Айгөл Фәрит ҡыҙы (1983), рәссам, Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы рәссамдары союзы ағзаһы (2010). Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты — һынлы сәнғәт өлкәһендәге «Тыуған төйәктә ҡулға-ҡул тотоношоп» ижади проекттары өсөн (2015). Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының дәүләт стипендиаты (2015).
- Мөхтәруллина Айгөл Рәйес ҡыҙы (21 июль 1970 йыл), ғалим, тел белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2006)[4].
- Уйылданова Айгөл Рәйеф ҡыҙы (15 август 1980 йыл), спортсы. Софтбол буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1999). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2000)[5].
- Хафизова Айгөл Ишбулат ҡыҙы (4 ғинуар 1991 йыл) — йәштәр лидеры, йәмәғәт эшмәкәре[6].
Ауыл
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Айгөл (рус. Айгулево) — Башҡортостандың Стәрлетамаҡ районындағы ауыл.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Айгөл ауыл Советы (Стәрлетамаҡ районы) — Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районындағы ауыл биләмәһе.
- Айгөл (үҫемлек) — Лилиәләр ғәиләһе, Рябчиктар ырыуына ҡараған күп йыллыҡ үҫемлек. Ҡыҙыл китапҡа индерелгән юғала барған үҫемлек.
- Айгөл иле (драма) — драма, авторы Мостай Кәрим. 1967 йылда яҙылған[7].
- Айгөл иле (балет) — балет, композитор Нариман Сабитов. 1971 йылда яҙылған[8]. .
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Таңһылыу Күсимова. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит. 2018 йыл 16 май архивланған.
- ↑ О награждении Айгуль Ахметшиной 26.03.2021 2021 йыл 22 апрель архивланған.
- ↑ Ғаффарова Айгөл Зөфәр ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Мөхтәруллина Айгөл Рәйес ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Уйылданова Айгөл Рәйеф ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Хафизова Айгөл Ишбулат ҡыҙы. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай (Рәсми мәғлүмәт порталы)
- ↑ «АЙГӨЛ ИЛЕ» драма // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ «АЙГӨЛ ИЛЕ» балет // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |