Эстәлеккә күсергә

Әмиров Ғабдулла Әмир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әмиров Ғабдулла Әмир улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1915
Тыуған урыны Аҙнағол, Татар-Олҡан ауыл Советы, Туймазы районы
Һөнәр төрө рәссам
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яраларҙан вафат була[d]

Әмиров Ғабдулла Әмир улы (19151945?) — рәссам, Бөйөк Ватан һуғышында 214-се Кременчуг-Александринский Ҡыҙыл Байраҡлы уҡсылар дивизияһы составында ҡатнаша. Сержант. «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалына лайыҡ була[1].

Ғабдулла Әмир улы Әмиров 1915 йылда Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы) Аҙнағол ауылында тыуған[2].

1938 йылда Өфө сәнғәт техникумының художество бүлеген тамамлай һәм тыуған уҡыу йортонда живопись уҡытыусыһы булып эшләй. БАССР-ҙың баш ҡалаһы Өфөлә аяуһыҙ һуғыш алдынан хеҙмәт юлын башлай һәләтле рәссам.

1939 йылдан Башҡоpтостан Рәссамдар Союзы ағзаһы була. Республика һәм Бөтә Рәсәй күргәҙмәләрендә ҡатнашҡан.

1940 йылда, Башҡорт АССР-ының беренсе халыҡ яҙыусыһы Мәжит Ғафуриҙың 60 йәшен билдәләү айҡанлы, Башҡортостан Яҙыусылар Союзы рәссам Әмиров Ғабдулла Әмир улына яҙыусының портретын төшөрөргә заказ бирә. Ярҙамға студент рәссам Әхмәтовты ла йәлеп итә. Һөҙөмтәлә хәҙерге көндә Мәжит Ғафури мемориаль йорт-музейында һаҡланған портрет яҙыла.

1941 йылдың 30 декабрендә Әмиров Ғабдулла Өфө ҡалаһы Жданов (хәҙер — Киров) районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла.

214-се Кременчуг-Александринский Ҡыҙыл Байраҡлы уҡсылар дивизияһында хеҙмәт иткән[3].

Художество музейы архивында һаҡланған шәхси папкала ҡатыны Фәттәхова Әминәгә килгән ҡара хатта ошондай һүҙҙәр яҙылған була: «…һеҙҙең ирегеҙ, һалдат Әмиров Ғ. Ә., Социалистик Тыуған ил өсөн барған һуғышта 1942 йылдың сентябрендә хәбәрһеҙ юғалды». Хәтер китабында ла уны 1942 йылдың сентябрендә хәбәрһеҙ юғалды тип яҙып ҡуйғандар[4].

Яугир был юлы мөғжизәле рәүештә тере ҡалған тип фаразларға була. Шул уҡ папкала 1943 йыл менән билдәләнгән бер нисә документ бар: сержант Ғ. Ә. Әмировҡа Белгород, Харьков, Полтава, Кременчуг ҡалаларын азат итеү алыштарында ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн, Юғары Баш командующий, Советтар Союзы маршалы Сталин бойороғо буйынса Рәхмәт иғлан ителә.

Сержант һуғыштың һуңғы йылында, 1945 йылдың 20 февралендә ҡатынына телеграмма һуға: «Тбилиси госпиталендәмен. Чебадзе, б. Сәләм. Әмир».

Ошонда Ғабдулла Әмировтың тормош юлы өҙөлә. Һуғыштың ахырында һәләк булғанмы, әллә ҡаты яранан төҙәлә алмай үлгәнме — асыҡ түгел.

1940 йылда, Башҡорт АССР-ының беренсе халыҡ яҙыусыһы Мәжит Ғафуриҙың 60 йәшен билдәләү айҡанлы, рәссам Әмиров Ғабдулла Әмир улы үҙенең студенты Әхмәтов менән хәҙерге көндә Өфө мемориаль йорт-музейында һаҡланған Мәжит Ғафури портретын яҙа.

Әмиров — талант эйәһе, намыҫлы, тыйнаҡ ир-егет ине. Был турала М. В. Нестеров исемендәге Башҡортостан художество музейында һаҡланған ике эшенең береһе — "Автопортрет"ы һөйләй[5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]