Әрмәнстан Республикаһы Милли Фәндәр академияһының Геология фәндәре институты
Әрмәнстан Республикаһы Милли Фәндәр академияһының Геология фәндәре институты | |
әрм. ՀՀ ԳԱԱ Երկրաբանական գիտությունների ինստիտուտ | |
Нигеҙләү датаһы | 1935[1] |
---|---|
Дәүләт | Әрмәнстан[1] |
Административ-территориаль берәмек | Ереван |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Национальная академия наук Республики Армения[d] |
Хеҙмәткәрҙәр | 165 кеше (1 апрель 2017) |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рәсми сайт | geology.am |
Әрмәнстан Республикаһы Милли Фәндәр академияһының Геология фәндәре институты Викимилектә |
Әрмәнстан Республикаһы Милли Фәндәр академияһының Геология фәндәре институты коммерцияға ҡармаған ойошмаһы (ГНКО ИГН НАН РА) — геологик төҙөлөштө, Әрмәнстан территорияһында мәғдән һәм мәғдән булмаған файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылығын өйрәнеү менән шөғөлләнгән академик ғилми институт. Ул инженер-геология, географик һәм гидрогеологик тикшереүҙәр үткәрә. Геодинамика, геохронология һәм металлогения мәсьәләләрен өйрәнә[2]. Әрмәнстандың геологияның төрлө өлкәләрендә тикшеренеүҙәрҙе тормошҡа ашырған берҙән-бер фәнни ойошмаһы.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1935 йылдың 28 ғинуарында Әрмән ССР-ы Халыҡ комиссарҙары советы ҡарары менән СССР Фәндәр академияһының Әрмән филиалы (АрмФАН) ойошторола, Геология институты уның составында була[3].
Институт директоры итеп 1934 йылда Әрмәнстанға саҡырып килтерелгән О. Т. Карапетян тәғәйенләнә. Ойошмала 22 хеҙмәткәр эшләй башлай.
Металл һәм металл булмаған файҙалы ҡаҙылмаларҙы, минераль һыуҙарҙы асыҡлау һәм уларҙың запасын баһалау буйынса тикшеренеүҙәр башҡарыла.
Каджаран, Агарак баҡыр-молибден ятҡылыҡтары, Дастакерт ятҡылығы тикшерелә.
1937 йылдан институтта Геология музейы эшләй.
1943 йылдан «Әрмән CCP-ы Фәндәр академияһы хәбәрҙәре. Ер тураһында фән» журналы нәшер ителә.
1950 йылда институт хеҙмәткәре: академик И. Г. Магакьян, С. С. Мкртчян, С. А. Мовсесян, Г. М Арутюнян һәм башҡалар Сталин премияһына лайыҡ була.
1950—1960 йылдарҙа мәғдәнле тауҙар: Каджаран, Варденис, Алаверды райондарында институттың фәнни-тикшеренеү базалары ойошторола.
1976 йылда академик И. Г . Магакьян етәкселегендәге тикшеренеүселәр Әрмән ССР-ының фәндәр өлкәһендәге дәүләт премияһына лайыҡ була.
1970 йылда академик А. Т. Асланян Ерҙең күләмле эске төҙөлөшөн, матдәләр составын, физик ҡырҙарын һәм эволюцияһын өйрәнә.
1981 йылда институт составында 7 бүлек; 6 лаборатория; 3 фәнни база; аспирантура (көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлеге һәм); геология музейы була.
СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән 1985 йылдың 1 июлендә институт геология фәндәрен үҫтереүҙәге һәм фәнни кадрҙар әҙерләүҙәге ҡаҙаныштары өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
1988 йылда Спитактағы ер тетрәүҙән һуң, геодинамика һәм хәүефле геологик процестар, геомониторинг, геоархеология лабораториялары ойошторола, Ереванда һәм башҡа урындарҙа сейсмик микрорайонлаштырыу карталары төҙөлә.
2011 йылда «Таулы Ҡарабахтың геологияһы һәм файҙалы ҡаҙылмалары» коллектив монографияһы баҫыла, яңы проектланған АЭС-тың төҙөлөш майҙанында сейсмик һәм вулкан хәүефе баһалана.
2017 йылдың 1 апрелендә институтта 165 кеше (шуларҙың 2-һе Милли фәндәр академиһы академигы, 1-һе — мөхбир ағзаһы, 12-һе — фән докторы, 39-ы — фән кандидаты) эшләй. Институт хеҙмәткәрҙәре тарафынан 180-гә яҡын монография нәшер ителгән.
Етәкселеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Институт директорҙары:
- 1935—1939 — Карапетян Ованес Тигранович
- 1939—1941 — Мовсесян Сурен Амбарцумович
- 1941—1950 — Демёхин Александр Петрович
- 1950—1963 — академик Мкртчян, Сергей Седракович
- 1963—1966 — академик Магакьян, Иван Георгиевич
- 1967—1971 — Кочарян Арменак Езекович
- 1971—1974 — академик Мкртчян Сергей Седракович
- 1974—1988 — академик Асланян Ашот Тигранович
- 1988—1992 — академик Григорян Сергей Вагаршакович
- 1992—2006 — академик Джрбашян Рубен Тигранович
- 2006—2017 — Караханян Аркадий Степанович
- 2017—х. в. — Меликсетян Хачатур Борисович
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 (unspecified title) — 2017-07-12 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5203408.V1
- ↑ Геологических наук институт Академии Наук Армянской CCP // Горная энциклопедия
- ↑ Мелконян Р. Л. Институту геологических наук НАН РА 80 лет 2017 йыл 9 сентябрь архивланған. // Новое время. 2015.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт Института геологических наук 2018 йыл 24 июнь архивланған. (только на английском и армянском языках)
- Официальный сайт Академии наук Армении
- Институт геологических наук 2017 йыл 8 сентябрь архивланған. в справочнике