Әсәд Әсмә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әсәд Әсмә
ғәр. أسماء الأخرس
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Сүриә
 Бөйөк Британия
Тыуған көнө 11 август 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[1] (48 йәш)
Тыуған урыны Актон[d], Илинг[d], Ҙур Лондон[d], Англия, Бөйөк Британия
Атаһы Fawaz Akhras[d]
Хәләл ефете Бәшәр Әсәд
Балалары Hafez Bashar al-Assad[d]
Туған тел Ғәрәп теле
Һөнәр төрө финансовый аналитик
Биләгән вазифаһы First Lady of Syria[d]
Уҡыу йорто Лондон король колледжы[d]
Twyford Church of England High School[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Баас[d]
Сәләмәтлек торошо рак молочной железы[d][2][3] һәм коронавирусная инфекция COVID-19[d][4][5]
 Әсәд Әсмә Викимилектә

Әсмә әл-Әсәд (ғәр. أسماء الأسد‎), ҡыҙ сағында Әсмә Фәүәз әл-Әхрәс (ғәр. أسماء فواز الأخرس‎) (11 август 1975(19750811), Лондон, Бөйөк Британия) — Сүриәләге беренсе леди, ил президенты Бәшәр Әсәдтең ҡатыны.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әсмә Лондонда 1975 йылдың 11 авгусында тыуған. Ғаиләһе Сүриәнең Хомс ҡалаһынан. Атаһы — консультант-кардиолог Фәүәз Әхрәс, әсәһе — отставкалағы дипломат (илсе) Сәхәр Отри әл-Әхрәс. Әсмә лондон ҡыҙҙар мәктәбендә уҡый, Лондон университеты Корль колледжының компьютер технологиялары һәм француз әҙәбиәте буйынса отличие менән тамалай.[6] После Университеттан һуң, Дойче банкта хеджирование бүлегендә Европа һәм Алыҫ Көнсығыш клиенттары менән эшләй. 1998 йылда J. P. Morganдың инвестициялар бүлегендә биотехнологик һәм фармацевтик компанияларҙың ҡушылыуы һәм йотолоуы буйынса белгес булып эшләй. Компанияның нью-йорк бүлеге офисында европа һәм америка клиенттарының ҡушылыуы буйынса 4 ҙур килешеү төҙөй.[7][8]

Бәшәр һәм Әсмә Мәскәүҙә

Әсмә Сүриәгә 2000 йылдың ноябрендә ҡайта һәм декабрҙә Бәшәр Әсәдкә кейәүгә сыға. Уларҙың өс балаһы бар: Хафиз, Зәйни һәм Кәрим.

Әсмә әл-Әсәдтең ата-әсәһе Бөйөк Британияла йәшәй[9].

Сәләмәтлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2018 йылдың авгусында президент хакимиәте матбуғат хеҙмәте Сүриә беренсе ледийы Дамаскта иртә стадиялағы яман шеш менән госпиталгә ятҡанлығын белдерә[10].

2019 йылдың 27 ғинуарында Сүриә президенты канцелярияһы Дамаск хәрби госпиталендә Әсмә Әсәдтең күкрәк яман шешенә операция эшләнеләр, тип хәбәр итә[11].

2019 йылдың 4 авгусында Әсмә Әсәд яман шеште еңде тиелә һәм төҙәлеүгә барыуы билдәләп үтелә[12].

2021 йылдың 8 мартында Әсмә COVID-19 менән сирләй тигән хәбәр тарала[13], әммә был яңылыҡ ялған тигән икеләнеү бар[14].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Asma al-Assad // ČSFD (чеш.) — 2001.
  2. Asma al-Assad: Syria's first lady treated for breast cancer, أسماء الأسد: سيدة سوريا الأولى تعالج من سرطان الثدي (ингл.)BBC, 2018.
  3. Wife of Syria's Assad Says She Is Free of Cancer, زوجة الأسد السوري تقول إنها خالية من السرطان (ингл.)Voice of America, 2019.
  4. Syrian President Bashar al-Assad and his wife Asma test positive for Covid-19, أصيب الرئيس السوري بشار الأسد وزوجته أسماء بفيروس كورونا (ингл.)CNN, 2021.
  5. Syrian president and wife recover from COVID-19, الرئيس السوري وزوجته يتماثلان للشفاء من فيروس كورونا (ингл.)Reuters, 2021.
  6. Harvey, Oliver. Sexy Brit bringing Syria in from the cold, The Sun (3 июль 2009). 26 март 2011 тикшерелгән.
  7. Buck, Joan Juliet. Asma al-Assad: A Rose in the Desert, Vogue (25 февраль 2011). 26 март 2011 тикшерелгән. 2011 йыл 25 февраль архивланған.
  8. The First Lady 2012 йыл 21 май архивланған., Embassy of Syria in Washington D.C.
  9. Асма Әсәд: дочь своего народа?
  10. Супругу Башара Асада госпитализировали с онкологическим заболеванием
  11. Врачи успешно удалили опухоль супруге президента Сирии
  12. Асма Әсәд победила рак, Вести.ру (4 августа 2019). 7 август 2019 тикшерелгән.
  13. Президент Сирии Башар Әсәд заразился коронавирусом вместе с женой. (8 марта 2021 года).
  14. Игорь Январёв. «Коронный» ход: Әсәда заподозрили в симуляции болезни. (10 марта 2021).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]