Эстәлеккә күсергә

Сүәйс (Суэц)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Әс-Сүәйс (Суэц) битенән йүнәлтелде)
Сүәйс
Нигеҙләү датаһы 1859
Рәсем
Дәүләт  Мысыр
Административ үҙәге Әс-Сүәйс[d]
Административ-территориаль берәмек Әс-Сүәйс[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+2:00[d]
Халыҡ һаны 516 959 кеше (2010)
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 11 ± 1 метр[1]
Туғандаш ҡала Джибути[d] һәм Скопье[2]
Майҙан 250,4 км²
Рәсми сайт suez.gov.eg
Урынлашыу картаһы
Карта
 Сүәйс Викимилектә

Сүәйс - рус. Суэ́ц[3] (ғәр. السويس‎, рус. Эс-Сувайс[4]) — Мысырҙың төньяҡ-көнсығышындағы ҡала һәм эре порт.

Сүәйс ҡалаһы Ҡыҙыл диңгеҙҙәге Сүәйс ҡултығының төньяҡ осонда, Сүәйс каналына көньяҡтан ингән ерҙә урынлашҡан.

Сүәйс мүхәфәҙәһенең административ үҙәге.

Ике гаване бар: Порт Ибраһим (рус. Порт-Ибрагим, лат. Port Ibrahim) һәм Порт Тәүфиҡ (рус. Порт-Тауфик, лат. Port Tawfiq).

Тимер юл линиялары һәм автострадалар аша Ҡаһирә һәм Порт Сәйет (рус. Порт-Саид) бәйләнеш тота.

Порт Тәуфиҡ, Сүәйс

Химия һәм нефть эшкәртеү сәнәғәте үҫешкән. Нефть эшкәртеү продукттары нефть үткәргес торба аша илдең баш ҡалаһы Ҡаһирәгә тиклем еткерелә.

Сүәйс Мәккә ҡалаһында хаж ҡылыусылар өсөн мөһим халыҡ-ара транзит станцияһы булып тора.

Халыҡ һаны 417 мең кеше (1998).

VII быуатта хәҙерге Сүәйс янында Ҡыҙыл диңгеҙ менән Нил йылғаһын тоташтырыусы каналдың көнсығыш осо булған.

XVI быуатта ҡала төрөктәрҙең эре хәрби-диңгеҙ базаһы булып торған.

1869 йылда Сүәйс каналы төҙөлгәндән һуң ҡала мөһим халыҡ-ара порт статусына эйә була.

1973 йылдың октябрендәге Дүртенсе ғәрәп-израиль һуғышы ваҡытында ныҡ емерелгән була. 1975 йылдан һуң тергеҙелгән.


  • Сүәйс каналы, металлургия заводы.


Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Уртаса максимум, °C 19,4 21,2 23,6 28,5 32,4 35,1 36,1 37,7 33,2 30,1 25,4 20,7 28,4
Уртаса температура, °C 14,8 16,0 18,2 22,3 25,7 28,1 29,3 29,3 27,3 24,5 20,2 16,0 22,6
Уртаса минимум, °C 10,5 11,3 13,1 16,4 19,5 22,4 23,9 24,2 22,8 20,0 15,7 11,8 17,6
Яуым-төшөм нормаһы, мм 5,0 2,0 4,0 1,0 0,0 0,0 0,0 0,0 0,0 0,0 2,0 3,0 17,0
Сығанаҡ: Climate Charts
  1. http://www.geonames.org/359796
  2. https://starportal.skopje.gov.mk/DesktopDefault.aspx?tabindex=0&tabid=172
  3. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. редактор А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. — С. 352.
  4. Инструкция по передаче на картах географических названий арабских стран. — М.: Наука, 1966. — С. 27.
  • Густерин П. В. Города Арабского Востока. — М.: Восток—Запад, 2007. — 352 с. — (Энциклопедический справочник). — 2000 экз. — ISBN 978-5-478-00729-4
  • The Economist, July 17 — July 23, 2010, A Favored Spot: Egypt is making the most of its natural advantages.
  • suez.gov.eg — Суэца рәсми сайты  (ғәр.)