Эстәлеккә күсергә

Әхмәтова Гөлнар Хөсәйен ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әхмәтова Гөлнар Хөсәйен ҡыҙы
Тыуған

14 ноябрь 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (83 йәш)

Тыуған урыны

СССР, Үзбәк ССР-ы, Ташкент ҡалаһы

Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәрҙәре

музыка белгесе

Наградалар

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1987)

Әхмәтова Гөлнар Хөсәйен ҡыҙы (14 ноябрь 1941 йыл) — музыка белгесе. 1975—1992 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһы лекторы. 1971 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1987).

Гөлнар Хөсәйен ҡыҙы Әхмәтова 1941 йылдың 14 ноябрендә Ташкент ҡалаһында тыуған.

1968 йылда Мәскәүҙә Гнесиндар исемендәге Музыка-педагогия институтының теоретик-композитор факультетын тамамлай (К. К. Розеншильдтың музыка тарихы класы).

1961—1962 йылдарҙа Республика халыҡ ижады йортонда музыка әҙәбиәте уҡытыусыһы, 1968—1969 йылдарҙа — музыка училищеһында музыка тарихы буйынса уҡытыусы, Ульяновск өлкә филармонияһы лекторы булып эшләй.

1969—1970 йылдарҙа Өфө сәнғәт институтында музыка теорияһы һәм тарихы кафедраһында эшләй. 1970—1973 йылдарҙа СССР Фәндәр Академияһының Башҡортостан филиалы аспирантураһында уҡый.

1974 йылдан Өфөләге тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй, 1975—1992 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт филармонияһы лекторы.

Гөлнар Әхмәтованың ғилми эшмәкәрлеге башҡорт халыҡ музыкаһын, Башҡортостан композиторҙары һәм башҡарыусылар музыкаһын өйрәнеү менән бәйле. Үҙенең хеҙмәттәрендә ул беренсе булып Салауат Юлаевҡа арналған музыкаль әҫәрҙәрҙе системаға һалған һәм өйрәнгән.

Гөлнар Хөсәйен ҡыҙы тарафынан 100-ҙән ашыу башҡорт халыҡ йырҙары һәм инструменталь көйҙәр нотаға һалынған.

Гөлнар Әхмәтова — 50-нән ашыу фәнни мәҡәләләр, Башҡортостан радиоһында һәм телевидениеһында 40-тан ашыу тапшырыу авторы.

  • Ахметова Г. Х. «Маэстро Родного Урала.» Уфа, 2010
  • Ахметова Г. Х. В каждой арии — частица души / Г. Х. Ахметова // Республика Башкортостан. — 2007. — 4 апр.
  • Ахметова Г. Х. Нариман Сабитов (камерно-вокальное творчество): музыковедческий очерк / Г. Х. Ахметова. — Уфа: Баш. кн. изд-во, 1982. — 96 с.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]