Эстәлеккә күсергә

Әхмәтов Роберт Хәсән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әхмәтов Роберт Хәсән улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 6 май 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 4 февраль 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (68 йәш)
Һөнәр төрө табип
Эш урыны Ғ.Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы
Уҡыу йорто БДМУ
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Һаулыҡ һаҡлау Отличнигына» тамғаһы (СССР)

Әхмәтов Роберт Хәсән улы (6 май 1947 йыл4 февраль 2016 йыл) — ғалим-табип, дәүләт хеҙмәткәре. 2022 йылдан Өфөләге Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының баш табип урынбаҫары. Медицина фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, Һаулыҡ һаҡлау отличнигы.

Роберт Хәсән улы Әхмәтов 1947 йылдың 6 майында БАССР-ҙа Өфө ҡалаһында тыуған.

1965—1971 йй. — Башҡорт дәүләт медицина институты студенты.

1971—1973 йй. — Башҡорт дәүләт медицина институтының нерв сирҙәре кафедраһының клиник ординаторы.

1973—1996 йй. — Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының врач-невропатологы, нейрореабилитация бүлеге мөдире, баш табип урынбаҫары һәм баш табиптың ойоштороу-методик эш буйынса урынбаҫары.

1996—1999 йй. — Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 3-сө Республика клиник дауаханаһы баш табибы.

1999 й. — Мотлаҡ медицина страхковкалау Республика фондының башҡарыусы директоры. Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары.

2002 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының баш табибы урынбаҫары.

16 фәнни мәҡәләһе донъя күргән. Әхмәтов Роберт Хәсән улы 2016 йылдың 4 февралендә Өфө ҡалаһында вафат була[1]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы
  • Һаулыҡ һаҡлау отличнигы.