Әһлиуллин Әхмәт Кәбир улы
Әхмәт Әһлиуллин | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Стәрлетамаҡ районы, Талас ауылы |
Вафат булған көнө: | |
Вафат булған урыны: | |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
яҙыусы |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Әһлиуллин Әхмәт Кәбир улы (Әхмәт Әһлиуллин; 23 февраль 1927 йыл — 21 август 2003 йыл) — педагог, яҙыусы. 1953—1987 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районы мәктәптәре уҡытыусыһы. 1982 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм халыҡ мәғарифы отличнигы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әхмәт (Миңлеәхмәт) Кәбир улы Әһлиуллин 1927 йылдың 23 февралендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ районы Талас ауылында тыуған.
Ете класс тамамлай, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында колхозда эшләй. 1945 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһы торлаҡ-коммуналь хужалығында башта төрлө эштәрҙә йөрөй, унан электромонтер өйрәнсеге булып эшләй.
1946—1949 йылдарҙа Йоматау умартасылыҡ техникумында уҡый, артабан тыуған ауылында башланғыс кластар уҡыта.
1950 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Уны тамамлағас, Стәрлетамаҡ районының төрлө мәктәптәрендә уҡытыусы, завуч, директор булып эшләй.
Әхмәт Әһлиуллин ижадын журналистиканан башлап ебәрә, аҙак балалар өсөн әкиәттәр, нәҫерҙәр яҙа башлай. Уның тәуге китабы 1974 йылда донья курҙе. Аҙак «Беҙ урманда йәшәйбеҙ», «Һандуғас инәй һәм ауылдаштары», «Йылансая мажаралары» исемле китаптары баҫылып сыкты.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әһлиуллин Әхмәт Кәбир улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 21 февраль 2022)
Был мәҡәләгә түбәндәгеләр етешмәй. Ошоларҙы төҙәтеп йә өҫтәп, һеҙ уны яҡшырта алаһығыҙ?: |