Эстәлеккә күсергә

Өфө Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Өфө Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында — Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы булған Өфөнөң фашизмды еңеүгә индергән өлөшө.

Бөйөк Ватан һуғышы башланыр алдынан Өфөлә 250 мең кеше йәшәй. Ҡала автономиялы республиканың мәҙәни, фәнни һәм сәнәғәт үҙәге, СССР-ҙағы эре төбәк-ара транспорт төйөндәренең береһе була. Бында мөһим автомобиль, тимер юл магистралдәре, йылға һәм һауа юлдары киҫешә. Фронттан алыҫта урынлашҡан ҡаланың дошман авиацияһы тарафынан бомбаға тотолоу ихтималлығы булмай тиерлек, шунлыҡтан унда иҡтисад эшләүен дауам итә, илдең көнбайышынан эвакуацияланған халыҡ ҡабул ителә.

Өфө ҡалаһы. 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар һәйкәле

Халыҡты мобилизациялау

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуғыш башланған алып Өфөлә армия өсөн резерв әҙерләнә, һауа һөжүменә ҡаршы һәм химик атакаға ҡаршы оборона төркөмдәре ойошторола, мәжбүри хәрби уҡыуҙар индерелә, был уҡыуҙарҙы йыл эсендә кәм тигәндә 10 мең кеше үтә. Хәрби комиссариаттар автоматсылар, миномётсылар, снайперҙар, сапёрҙар әҙерләй. ОСОАВИАХИМ-да — телеграфсылар, радистар, шофёрҙар, ворошилов атыусылары, санинструкторҙар, Өфөләге аэроклубта парашютсылар, лётчиктар, моряктар, элемтәселәр әҙерләнә.

Һуғыш башланғас, Өфөгә бер йыл эсендә 104 мең кеше эвакуациялана. Ҡала предприятиеларына эшкә ауылдарҙан кешеләр килтерелә. 1945 йыл башына Өфө халҡы 250 меңдән 382 меңгә етеп арта.

Ҡалала Коминтерндың Башҡарма комитеты эшләй. Радиоэлемтә аша ул башҡа илдәрҙең коммунистар партияларына етәкселек итә. Өфөнән радио тапшырыуҙары оҙон тулҡынлы диапазонда поляк, болгар, чех, серб, немец, француз, итальян һәм башҡа телдәрҙә алып барыла. Өфөлә «Коммунистический Интернационал» журналы нәшер ителә. Өфө эргәһендәге Кушнаренко ауылында Коминтерн мәктәбе эшләй, унда Г. Димитров, Д. Ибаррури, В. Пик лекциялар уҡый.

Һуғыш башланыу менән Өфөлә госпиталдәр асыла, 1942 йылдың ноябренә уларҙа меңдәрсә яралы дауалана. Ҡалаға балалар йорттары, балалар санаторийҙары урынлаштырыла, уларҙа һуғыштың ике йылы эсендә 3370 бала дауалана.

Һуғыш өфөләрҙе аҙыҡ-түлек һәм сәнәғәт тауарҙары менән тәьмин итеүҙә ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. 1941 йылдың авгусынан — икмәккә, шәкәргә, кондитер аҙыҡтарына, 1 ноябрҙән ит һәм балыҡ ризыҡтарына, туҡмасҡа, ярмаға карточкалар индерелә.

Өфө предприятиеларының коллективтары азат ителгән райондарҙы тергеҙеүҙә ҡатнаша. Эш сәғәттәренән тыш улар тракторҙарға запас частар, элемтә саралары, электр ҡорамалдары, төҙөлөш материалдары, яғыулыҡ һ. б. етештерә. 1943 йылда Украинаға сәнәғәт ҡорамалдары тейәлгән тотош эшелон оҙатыла.

Һуғыш башланғас, һөнәрселек училищеларында, ҡала ФЗО-ларында уҡыу мөҙҙәттәре ҡыҫҡартыла. Илдең башҡа төбәктәренән килеүселәр бында уҡыуын дауам итә. Шуның менән бергә Өфөләге 63 мәктәптең 56-һы хәрби ихтыяждарға тапшырылған була.

Республика территорияһында барлыҡҡа килгән хәрби формированиелар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өфө территорияһында хәрби частар һәм соединениелар төҙөлә. 1941 йылдың көҙөндә Өфөлә 361-се уҡсы, 74-се һәм 76-сы кавалерия дивизиялары ойошторола. 1941 йылда Өфө пехота училищеһы асыла.

Фронттағы ҡаһарманлыҡ

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуғыш барышында ҡаһарманлығы менән дан алған өфөләр күп. Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов (Шакирйән Мөхәмәтйәнов), Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Гәрәев Муса Ғaйса улы һәм башҡалар тиңһеҙ батырлыҡтар ҡылған.

186-сы дивизия Курск эргәһендә һуғыша, Белоруссияны, Польшаны азат итешә, Германия территорияһындағы һуғыштарҙа ҡатнаша. Дивизияла өфөләр — артиллерия полкы командиры П. С. Попенко, авторота командиры Г. Я. Хәбибетдинов, шоферҙар С. П. Арефьев, Г. С. Ғәзизов, Я. В. Луговой һәм башҡалар айырылып тора. Калинин фронтының 39-сы армияһы составындағы 361-се дивизия Елисаветино районында «Шуберт һыҙығын» өҙә, 1,5 мең тораҡ пунктты, шул иҫәптән 15 ҡаланы азат итеүҙә ҡатнаша.

214-се уҡсы Ҡыҙыл байраҡлы КирмәнсекАлександрия, II дәрәжә Суворов һәм II дәрәжә Богдан Хмельницкий орденлы дивизия Сталинград, Белгород, Харьков һәм Кирмәнсек эргәһендәге алыштарҙа, Польша, Чехословакия, Германия территорияһындағы яуҙарҙа ҡатнаша. Унда өфөләр миномет взводы командиры В. К. Ғирфанов, рядовойҙар Г. М. Ғилманов, Г. С. Сабиров, И. Т. Филичев һәм башҡалар айырылып тора.

Өфөләр Б. В. Мельников, В. А. Томаров, А. А. Яковлев, Г. X. Миңлебав, А. В. Вакульский, И. В. Пятяри, П. А. Комлев, Г. А. Ветошников, В. П. Доброрез, Т. Т. Күсимов, Н. П Мельников, А. Ф. Михайлов, В. И. Черкасов Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.

Бөйөк Ватан һуғышы башланған мәлгә Өфөлә 60 сәнәғәт предприятиеһы эшләй. Иң эреләре — паровоз ремонтлау, моторҙар эшләү һәм нефть эшкәртеү заводтары. Һуғыш йылдарында Өфөгә СССР-ҙың көнбайышынан 40-лап сәнәғәт предприятиеһы, шул иҫәптән Рыбинскиҙан 26 завод, Ленинградтан 2 завод, дәүләт учреждениелары, ғилми-тикшеренеү институттары эвакуациялана.

Өфөнөң бөтә сәнәғәте фронт ихтыяждары өсөн эшләй. Кизе-мамыҡ комбинаты хәрби обмундирование өсөн туҡыма сығара, ул урындағы фабрикаларҙа тегелә; паровоз ремонтлау заводы боеприпастар етештерә. Өфөләр йыйған аҡсаға «Өфө», «Александр Невский», «Полководец Суворов» һәм «Салауат Юлаев» бронепоездары эшләнә. Өфө моторҙар эшләү заводында самолеттар өсөн двигателдәр етештерелә. Һуғыш йылдарында Өфөлә сәнәғәт продукцияһы етештереү биш тапҡырға арта.

Өфөләр хәрби техника алыу өсөн 3,3 миллион һум аҡса йыя. Был аҡсаға «Башҡорт истребителе», «Башҡортостан нефтсеһе» самолеттары эшләнә, «Башҡортостан элемтәсеһе», «Башҡортостан пионеры» танк колонналары төҙөлә.

Фән, сәнғәт, мәғариф

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Өфөгә фәнни учреждениелар, шул иҫәптән УССР Фәндәр академияһы менән уның 18 ғилми институты, Украина Композиторҙар, Рәссамдар, Яҙыусылар, Архитекторҙар союздары, Т. Г. Шевченконың, М. Коцюбинскийҙың мемориаль музейҙары күсерелә.

Һуғыш башланған мәлгә Өфөлә 5 институт (педагогия, уҡытыусылыҡ, ауыл хужалығы, медицина, сит телдәр) эшләй. Өфөлә 1941 йылдың октябренән — Ленин орденлы 1-се Мәскәү медицина институты, 1942 йылдан авиация институты, филиал Московского нефтяного института им. И. М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть институты филиалы эшләй башлай. 1944 йылға Өфө вуздарында 5 меңләп студент уҡый[1].

Өфөгә Днепропетровск музыкаль драма театры, Киев опера һәм балет театры, Киев музыкаль комедия театры, Киев драма театры эвакуациялана.

  • Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы (16-сы гвардия Чернигов кавдивизияһы) музейы бар (Өфө ҡалаһы, Дим районы, Левитан урамы, 27-се йорт).
  • 112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавдивизияһы төҙөлөүгә 30 йыл тулыу уңайынан 1972 йылда Өфөлә дивизия яугирҙәренә һәйкәл ҡуйыла.
  • Черниковкала, 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында яуланған еңеүгә бағышлап, мемориаль комплекс — Еңеү паркы булдырылған. Паркта ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең ҡәбере, Бөйөк Ватан һуғышының ҡаһарман генералдары Миңлеғәли Шайморатовтың һәм Таһир Күсимовтың бюстары бар.
  • Ахмадеев Т. Х. Башкирская АССР в годы Великой Отечественной войны. 1941—1945. Уфа: Башкирское кн. изд-во, 1984.
  • Ахмадеев Т. Х. Вклад Башкортостана в Великую Победу. Уфа, 1995.
  • Ахметзянов У. С. КПСС организатор трудового подвига рабочего класса в годы Великой Отечественной войны: /На материалах Башк. АССР/. — Уфа, 1975.
  • Аюпов Р. Х. Республика Башкортостан в годы Великой Отечественной войны: новые факты и их осмысление. Уфа, 1993
  • Ратные подвиги трудящихся Башкирии на фронтах Великой Отечественной войны. Уфа, 1985.
  • Савельев И. П. Рабочий класс Башкирии в борьбе за победу над врагом в Великой Отечественной войне. Москва, 1956.
  • Тридцать лет Советской Башкирии. Уфа, 1949.
  • Юрий Узков. Исторические памятники Уфы. Могилы братские воинов, умерших от ран в госпиталях Уфы в 1941-1945 гг. Уфа:Китап, 1999, 73-74 с.