Аҡ диңгеҙ
Аҡ диңгеҙ | |
---|---|
карел. Vienanmeri, нен. Сэрако ямʼ | |
Урынлашыуы | Рәсәй |
Майҙаны | 90,8 мең км² |
Күләме | 4,4 мең км³ |
Яр буйы оҙонлоғо | 2000 км |
Иң ҙур тәрәнлек | 343 м |
Уртаса тәрәнлек | 67 м |
Аҡ диңгеҙ Викимилектә |
Аҡ диңгеҙ (карел. Vienanmeri, нен.Сэрако ямʼ, XVII быуатҡа тиклем — Ыҙғыр, Соловецк, Төньяҡ, Аҡ ҡултыҡ[1]) — Рәсәйҙең Европа өлөшөнөң төньяғындағы эске диңгеҙ. Төньяҡ Боҙло океанға ҡарай.
Скандинав мифологияһында был диңгеҙ «Гандвик» һәм шулай уҡ «Йыландар ҡултығы» («Bäy of Serpents») атамалары менән билдәле[2].
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Майҙаны — 90 мең км², күләме — 4,4 мең км³. Диңгеҙҙең максималь оҙонлоғо (Канин Нос морононан Кемь ҡалаһына тиклем) 600 км тәшкил итә.
Максималь тәрәнлеге 343 м, уртаса тәрәнлеге — 67 м.
Изге Нос (рус. Святой Нос) морононан Канин Нос моронона тиклем шартлы рәүештә үткәрелгән һыҙыҡ Аҡ һәм Баренц диңгеҙҙәренең сиге тип иҫәпләнә[3].
Аҡ диңгеҙгә ҡойоусы эре йылғалар — Кемь, Мезень, Онега, Поной, Төньяҡ Двина.
Төп порттары: Архангельск, Беломорск, Кандалакша, Кемь, Мезень, Онега, Северодвинск.
Аҡ диңгеҙ — Балтика каналы Аҡ диңгеҙҙе Балтик диңгеҙе һәм Волга — Балтика һыу юлы менән тоташтыра.
Аҡ диңгеҙ тулыһынса Рәсәй Федерацияһының эске һыуҙары тип иҫәпләнә.
Климат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Диңгеҙҙең өҫкө ҡатламында һыу температураһы уның төрлө өлөштәрендә миҙгел буйынса үҙгәрә. Йәйен ҡултыҡтар һәм диңгеҙҙең үҙәк өлөшөндә өҫкө ҡатлам һыуҙары +15 — 16 °C-ҡа тиклем йылына, шул уҡ ваҡытта Онега ҡултығында һәм Горлала +9 °C-тан юғары күтәрелмәй. Ҡышын диңгеҙҙең үҙәк һәм төньяҡ өлөшөндә өҫкө ҡатлам һыуҙарының температураһы —1,3…—1,7 °C-ҡа тиклем, ә ҡултыҡтарҙа —0,5…—0,7 °C-ҡа тиклем төшә.
Горизонт м | Ғинуар | Февраль | Март | Апрель | Май | Июнь | Июль | Август | Сентябрь | Октябрь | Ноябрь | Декабрь |
0 | -0,3 | -0,3 | -0,3 | -0,2 | 3,1 | 9,0 | 13,4 | 13,8 | 8,9 | 4,7 | 2,5 | 0,2 |
10 | -0,8 | -1,2 | -1,2 | -0,7 | 1,9 | 6,0 | 11,1 | 12,6 | 8,2 | 5,0 | 2,9 | 1,2 |
20 | -0,4 | -0,8 | -0,9 | -0,7 | 0,9 | 3,4 | 4,8 | 7,8 | 5,3 | 4,7 | 3,0 | 1,6 |
30 | -0,2 | -0,6 | -0,7 | -0,6 | 0,5 | 1,8 | 2,1 | 3,4 | 3,8 | 3,9 | 3,0 | 1,7 |
50 | 0,2 | -0,1 | -0,6 | -0,6 | 1,7 | 0,5 | 0,5 | 1,6 | 2,0 | 2,7 | 2,7 | 1,9 |
Һыу температураһы (1977 - 2006 йылдарҙағы мәғлүмәттәр) | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 0,0 | 0,0 | 0,0 | 5,4 | 17,6 | 25,5 | 26,5 | 26,7 | 18,2 | 12,4 | 4,2 | 1,3 | 26,5 |
Уртаса температура, °C | 0,0 | 0,0 | 0,0 | 0,1 | 6,4 | 15,4 | 19,2 | 16,6 | 10,6 | 4,0 | 0,4 | 0,0 | 4,8 |
Абсолют минимум, °C | 0,0 | 0,0 | 0,0 | 0,0 | 0,0 | 6,9 | 12,1 | 8,9 | 3,5 | 0,0 | 0,0 | 0,0 | 0,0 |
Сығанаҡ: ЕСИМО |
Диңгеҙ һыуының тоҙлолоғо 26 промилле һәм унан кәмерәк тәшкил итә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Белое море // Кольская энциклопедия. В 5-и т. Т. 1. А — Д / Гл. ред. А. А. Киселёв. — Санкт-Петербург : ИС ; Апатиты : КНЦ РАН, 2008. — С. 306.
- ↑ «Northern Scandinavia during the Middle Ages», part of «In honorem Evert Baudou» (1985), Sven Lundkvist
- ↑ Публикация S-23 Международной гидрографической организации «Limits of Oceans and Seas» 2009 йыл 7 октябрь архивланған. (3е издание, 1953).
- ↑ ЕСИМО . Архивировано 21 август 2011 года. 2011 йыл 21 август архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Воейков А. И.,. Белое море // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Лоция Белого моря. 1913 г. / Изд. Глав. Гидрограф. Упр. Мор. М-ва. — Петроград: Типография Морского министерства, 1915. — 1035 с.
- Леонов А. К. Региональная океанография. Л.: Гидрометеоиздат, 1960.
- Шамраев Ю. И., Шишкина Л. А. Океанология. Л.: Гидрометеоиздат, 1980.
- Флора и фауна Белого моря: иллюстрированный атлас / под ред. Цетлин А. Б., Жадан А. Э., Марфенин Н. Н. — М.: Т-во научных изданий КМК, 2010—471 с.: 1580 ил. ISBN 978-5-87317-672-4
- Наумов А. Д., Федяков В. В. Вечно живое Белое море — С-Пб.: Изд. С-Пб. городского дворца творчества юных, 1993. ISBN 5-88494-064-5
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аҡ диңгеҙ Викимилектә | |
Аҡ диңгеҙ Викияңылыҡтарҙа |
- Публикация S-23 Международной гидрографической организации «Limits of Oceans and Seas» 2009 йыл 7 октябрь архивланған. (3е издание, 1953).
- Лоция Белого моря (1964 г.)
- Карта Терского берега Белого моря
- Белое море в книге: А. Д. Добровольский, Б. С. Залогин. Моря СССР. Изд-во Моск. ун-та, 1982.