Яҙ йондоҙо
Яҙ йондоҙө | ||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||
|
||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||
Corydalis DC., nom. cons. | ||||||||||||
Төрҙәр | ||||||||||||
300-гә яҡын | ||||||||||||
|
Яҙ йондоҙо (лат. Corydális, рус. Хохлатка) — тиле кишер (рус. Дымянка) ғаиләһендәге үлән төрө, төньяҡ ярымшарҙың урта региондарында киң таралған. Төрҙәрҙең дөйөм һаны 300-гә яҡын[1].
Ботаник тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был үҫемлектең күп йыллыҡ һәм бер йыллыҡтары осрай.
Япраҡтары абаға япрағына оҡшаған, икегә-өскә бөкләнгән.
Сәскәләре тәлгәшләп йәки берәмләп урынлашҡан.
Өҫкө сәскә тажында нектар йыйыла. Яҙ йондоҙоноң нектарын һүрырға оҙон көпшәтомшоҡло бөжәктәрҙең генә мөмкинлеге бар (мәҫәлән инкештәргә (шмель))
Емеше ҡоро ҡуҙаҡ эсендә урынлашҡан.
Тамырында туҡлыҡлы мәтдәлергә бай бүлбелере булғанға иртә яҙҙын шытып сыға.
Орлоҡтарын таратыуҙа ҡырмыҫҡалар ҙур роль уйнай.
Әһәмиәте һәм файҙаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бүлбелерендәге алкалоидтар яҙ йондоҙон ҡиммәтле дарыу үләне ите.
Шулай уҡ бал биреүсе һәм декоратив үҫемлек[2]. булараҡ файҙалы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Жизнь растений. В 6-ти т. / Гл. ред. Ал. А. Фёдоров. — М.: Просвещение, 1980. — Т. 5. Ч. 1. Цветковые растения. / Под ред. А. Л. Тахтаджяна. — С. 82, 98, 109, 217—219, 221, 222. — 430 с. — 300000 экз.