Kоlibri Kapital
Kоlibri Kapital | |
Тип |
Социаль эшҡыуарлыҡ предприятиеһы |
---|---|
Нигеҙләнгән |
2000 |
Уранлашыуы | |
Тармаҡ |
Микрофинанслау |
Сайт | |
Kоlibri Kapital — Норвегияныңүҫеш илдәрендә фәҡир ҡатламдарға микрофинанс кредиттары биреү өлкәһендә эшмәкәрлек алып барыусы инвестициялау компанияһы. 2000 йылда асылған, штаб-фатиры Ослолаурынлашҡан[1].
Концепцияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Kаlibri Kapital — үҙ акцияларын сығарып, улар менән Swedbank интернет-магазины аша Норвегияның эске баҙарында сауҙа итеүсе инвестицион компания[2]. Акциялар һатыуҙан килгән аҡсаны компания үҫеш илдәрендә микрофинанслау институттары асыуға һала[3], ә улар үҙ клиенттарына льготалы шарттарҙа кредит бирә. Кредит ҡайтарылғандан һуң, аҡса, ҙур булмаған процент өҫтәлеп, Kаlibri Kapital'ға ҡабат әйләнеп ҡайта, шул рәүешле компания үҙ акцияларын тотоусыларға дивидендтар ҙа түләү мөмкинлеген ала[3]. 40 000-дән ашыу кеше компания акционеры булып тора[3].
Компания һайлаған йүнәлешкә ярашлы кредиттар үҫеш илдәрендәге үҙ эшен асҡан фәҡирҙәргә эшмәкәрлеген йәйелдереү йәки йәшәү йә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн бирелә. Кредиттар шәхси активтар, мәҫәлән, ювелир изделиелар, көнкүреш техникаһы менән йә булмаһа үтескә алыусылар төркөмө тарафынан тәьмин ителә ала. Кредиттар, ҡағиҙә булараҡ, ҡыҫҡа ваҡытҡа һәм ҙур булмаған күләмдә бирелә.
2012 йылға компанияның әйләнештәге капиталы 21,2 миллион Норвегия кронаһы тәшкил итә[4].
Компания нигеҙҙә Латин Америкаһы, Азия һәм Африка илдәрендә кредит бирә.
2015 йылға компания үҙенең аҡсаһын түбәндәге төбәк микрофинанс институттарына һала:
- D-FRIF (Боливия)
- Funbodem (Боливия)
- La Sagrada Familia (Боливия)
- D-MIRO (Эквадор)
- Georgian Credit (Грузия)
- Stromme Microfinance East Africa (Уганда, Кения, Танзания һәм Көньяҡ Судан)
Компания мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 10 000 кронаға алынған акциялар 30 фәҡир ғаиләгә 5 йыл буйы ярҙам итә[5].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Kolibri Kapital ASA 2015 йыл 21 август архивланған.
- ↑ Historien/Bli med på en kort reise gjennom SpareBank 1-alliansens historie 2012 йыл 25 декабрь архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Kolibri Kapital — en ekte Korsveisak 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Kolibri Kapital ASA is a Norwegian investment company founded in 2000 by Misjonsalliansen and Korsveistiftelsen 2015 йыл 31 март архивланған.
- ↑ Kolibri Kapital er inne i en spennende fase, og har store ambisjoner om vekst og økt utlån de neste årene 2015 йыл 21 март архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсми сайт 2019 йыл 12 ғинуар архивланған.
- Twitter компании