Эстәлеккә күсергә

Мэри Пикфорд

Был мәҡәлә яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Mary Pickford битенән йүнәлтелде)
Мэри Пикфорд
Mary Pickford
Исеме

Глэдис Луиза Смит

Тыуған көнө

8 апрель 1892({{padleft:1892|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})

Тыуған урыны

Торонто, Канада

Вафат көнө

29 май 1979({{padleft:1979|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (87 йәш)

Вафат урыны

Санта-Моника, АҠШ

Гражданлығы

Канада Канада

Һөнәре

актриса

Карьераһы

1909—1933

IMDb

ID 0681933

 Мэри Пикфорд Викимилектә

Мэ́ри Пи́кфорд (ингл. Mary Pickford; 8 апрель 1892 йыл — 29 май 1979 йыл), тыумыштан Глэ́дис Луи́за Смит — Канадала тыуған билдәле кино һәм театр актёры, United Artists кино компанияһын ойоштороусыларҙың береһе. Тауышһыҙ кино легендаһы. «Оскар» премияһына эйә булыусы (1930). Шаян ҡыҙҙар һәм йәтимәләр ролдәре менән билдәле, карьераһының аҙағында ғына «өлкән» ролдәргә күсә. 250 тирәһе фильмда төшкән.

Буласаҡ актриса 1892 йылдың 8 апрелендә Торонто ҡалаһында донъяға килгән, Глэдис тип исем ҡушҡандар. Атаһы Джон Чарльз Смит — Бөйөк Британиянан Канадаға күсеп килгән протестант- методистар улы. Төрлө урында эшләй, эскелек менән мауыға, 1898 йылда мейеһенә ҡан һауыуҙан үлеп ҡала. Әсәһе Шарлотта Хеннесси сығышы менән ирланд католиктары ғаиләһенән, тегенсе булараҡ аҡса эшләй. Глэдистың кесе ҡустыһы Джек һәм һеңлеһе Лотти, актрисаның псевдоним фамилияһын алып, шулай уҡ актёр булып китә. Методист һәм католик сиркәүҙәрендә суҡындырыла. Шунда уҡ икенсе исеме — Мари — барлыҡҡа килә.

Ире үлеп ҡалғас, Шарлотта, ғаиләһен туйҙырыр өсөн пансион аса. Йәшәүселәрҙең кәңәше буйынса өҫтәмә аҡса эшләү өсөн урындағы Princess Theatre театрында балалар менән уйнай башлайҙар. Шулай итеп 1900 йылдың 8 ғинуарында 7 йәшлек Глэдистың «Көмөш король» постановкаһында уйнай башлай. Тамашала Көньяҡ Африкалағы һуғышта ҡатнашырға саҡырылған Канада һалдаттары була[1].

Смиттар ғаиләһе 6 йыл буйы водевилдәр, мелодрамаларҙа уйнай. 1901 йылдың көҙөндә Буффалоға сығып китәләр, һәм төрлө театр компанияларына эшләп, 5 йыл буйы Америка буйлап гастролдәрҙә йөрөйҙәр. 1907 йылда 15 йәшлек Глэдис продюсер Дэвид Беласко менән осрашып, «Вирджиниянан Уоррендар» пьесаһында[2] икенсе пландағы роленә өлгәшә, һәм аҙнаһына 25 долларлыҡ эш хаҡын ала. Беласко кәңәше буйынса Мэри Пикфорд псевдонимын ала[3] һәм 3 декабрҙә Бродвейҙа беренсе сығышын яһай. Пьесаның авторы Уильям ДеМилль булған, уның ағаһы Сесил Б. ДеМилль, буласаҡ билдәле кинорежиссер, шулай уҡ унда уйнай.

Кинолағы беренсе аҙымдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Вирджиния Уоррендары» 1908 йылдың октябрендә, 380 тамашанан һүң, сәхнәнән алына, Мэри эшһеҙ ҡала. Ул театрҙы өҫтөнөрәк сәнғәт донъяһы итеп күрһә лә, 1909 йыл башында Biograph Studios киностудияһына мөрәжәғәт итә. Режиссёр Д. У. Гриффит актрисаға һынау үткәреп, оҡшата, шул уҡ көндә уның ҡатнашлығында ҡыҫҡа метражлы кинола төшөрә. Мэри таһыллығы менән арбай, һәм аҙнаһына 10 доллар самаһы эш хаҡына өлгәшә (башҡа актерҙарға эш хаҡы ике тапҡырға әҙерәк түләнә). 1909 йылда ул актрисаны 50-нән ашыу фильмда төшөрә. Сөнки ул ваҡытта бер ҙур кәтүк кино пленкаһы — 12 минутлыҡ самаһындағы фильм — сценарийһыҙ тигәндәй эшләнә.

Пикфорд «Бәләкәй принцесса» (1917) фильмында

1910 йылдың ғинуарында Гриффит труппаһын Нью-Йорктан Лос-Анджелесҡа күсерә. Мэри әүҙем эшләй, тамашасы уны алтын бөҙрә сәсле ҡыҙ тип атай.

1910 йылдың декабрендә Мэри Гриффиттан китә һәм Томаса Х. Инстың IMP Company киностудияһына күсә, аҙнаһына 175 долларлыҡ гонорар ала. Фильмдарҙың сифаты хәүефкә һалғас, контрактты өҙөүҙәрен һорап, судҡа мөрәжәғәт итә. Судта еңеп, Majestic Film Corp. компанияһында эшләй башлай, эш хаҡы аҙнаһына 225 долларға тиклем арта. Кинокомпания режиссёр итеп тормош иптәшен, актёр Оуэн Мурҙы алһа ла, эштәре барып сыҡмай, һәм 1912 йылда актриса кире Гриффитҡа әйләнеп ҡайта. Гәзиттәрҙә бәләкәй Мэриның исеме йышыраҡ күренә башлай[4]. Тамашасы һөйөүөн Пикфорд ихласлығы, бөтә күңелен биреп уйнауы менән ялмап ала[5][6].

Актриса The Theatre журналы тышлығында (ғинуар 1915)

1913 йылдың ғинуарында Пикфорд сәхнәгә кире ҡайта, Беласконың «Һылыу шайтанҡай» спектаклендә уйнай (ҙур булмаған ролде унда тауышһыҙ киноның балҡып килгән йондоҙо Лиллиан Гиш уйнай). Беласко уға аҙнаһына 250 доллар түләргә риза була. Һуңынан продюсер Адольф Цукор Пикфордҡа пьеса буйынса кино төшөрөргә тәҡдим итә. Мэри риза була һәм Famous Players кинокомпанияһы менән контракт төҙөп, Гриффитты бөтөнләй ташлап китә. 1914 йылда Пикфорд ҡатнашлығында ете тулы метражлы фильм төшөрөлә, шул иҫәптән «Дауыл иленән Тэсс» мелодрамаһы (Гриффитта иһә ул ҡыҫҡа метражлы фильмдарҙа ғына төшә). Сквоттер ҡыҙы роле уның карьераһында төп урынды алып тора. Шул ваҡыттан алып Пикфорд төшкән фильмдар ҙур уңыш ҡаҙана, гәзиттәр ҡыҫылыштан һаҡланыу өсөн урындарҙы иртәрәк алыу кәңәш итә[7].

Пикфорд һәм Цукор хеҙмәттәшлеге бик уңышлы булып сыға. Дүрт йыл эсендә егерменән ашыу тулы метражлы фильмда төшөп, тамашасылар һөйгән ысын «йондоҙға» әйләнә[8]. Билдәлелек менән бер рәттән эш хаҡы ла арта: 1916 йылға ҡарай аҙнаһына 2 мең доллар һәм прокаттан сыҡҡан табыштың яртыһын ала.

Шул ваҡытта уның актерлыҡ даирәһе тулыһынса формалаша. Пикфордтың бәләкә буйы, һөйкөмлө йөҙө, бөҙрә сәстәре рөлдәренә тап килә. Күбеһенсә йәтимдәр, ярлы йәш ҡыҙҙар, тормош тарафынан үгәйһетелгәндәр ролдәрен уйнай. Был персонаждар тамашасы күңелендә хуплау, ынтылыш таба.

Дандың юғары баҫҡысында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пикфорд һәләтле, үҙенсәлекле кеше булып сыға. 1916 йылда үҙенең Mary Pickford Company кинокомпанияһын ойоштороп ебәрә. Үҙ ҡарамағына ролдәр, режиссерҙар, икенсе план актерҙарын һайлау, фильмдарҙың реклама компанияларын раҫлау, монтажлау буйынса фекерен әйтеү хоҡуғы булған. Шуның арҡаһында эшләүе уңайлы булған төшөрөү группаһын төҙөй. Режиссёр Маршалл Ниланды һәм оператор Чарльз Рошерҙы эшкә ала. Гонорар күләме аҙнаһына 10 мең долларға тиклем арта[9], шулай уҡ Пикфорд прокат килеменең яртыһын алған.

Гриффит, Пикфорд, Чаплин һәм Фэрбенкс United Artists -тың төҙөлөүе хаҡында килешеүгә ҡул ҡуялар (1919)

Йылдан йыл актрисаның даны арта бара. 1917, 1918 йылдағы иң билдәле картиналары: «Ырыу ғорурлығы», «Бәләкәй принцесса», «Диңгеҙҙәр йондоҙо», «Саннибрук фермаһынан Ребекка» и «Бахыр бәләкәй бай ҡыҙыҡай».

1919 йылдың башында Пикфорд, Дуглас Фэрбенкс, Чарли Чаплин һәм Д. У. Гриффит бергә United Artists кинокомпанияһын төҙөйҙәр, ул фильмдарҙы тамашасыға сығарыу менән генә эш итә.

«Бәләкәй лорд Фаунтлерой» фильмы менән открытка

United Artists кинокомпанияһының ойоштороусыһы, продюсер булараҡ, Пикфорд кино индустрияһының иң абруйлы ҡатын-ҡыҙҙарына әйләнә.

1922 йылда актриса үҙенең 8 йыл элек төшкән «Дауыл иленән Тэсс» мелодрамаһының ремейкында төшә. Унан һуң ҙур хыялын тормошҡа ашырырға теләп, балалар амплуаһынан ҡотолорға уйлай: Пикфордҡа утыҙ йәш тула, ул ҡыҙҙар-үҫмерҙәр ролдәренән арый, әкренләп улар моданан да сыға башлай[10]. 1923 йылда немец режиссёр Эрнст Любичты саҡырып, уның «Розита» исемле мелодрамаһында төшә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, матур декорациялар, прессалағы уңышҡа ҡарамаҫтан, фильм алдағы картиналарға ҡарағанда, уңышһыҙыраҡ була.

Тамашасы уны өлкән ролдәрҙә ҡабул итмәгәс, Пикфорд кире балалар амплуаһына ҡайта. 1924 йылда сыҡҡан «Хэддон-Холлдан Дороти Вернон» тарихи фильмында йәш ҡыҙҙы, «Бәләкәй Анни Руни» трагикомедияһында (1925) — ун ике йәшлек шуҡ ҡыҙҙы, «Турғайҙар» драмаһында(1926) — үҫмер йәтимде уйнай. Шуға ҡарамаҫтан, 1927 йылда актрисаға 35 йәш тула, «Минең һөйгән ҡыҙым» мелодрамаһында өлкән ролде уйнай.

1928 йылдың мартында Пикфордтың әсәһе шештән үлеп ҡала, һәм актриса юғалтыуҙы ауыр кисерә. Шул уҡ йылда балалар ролдәренән арыныу өсөн, алтын сәстәрен ҡырҡып ташлай. Был ваҡиға гәзиттәрҙең беренсе биттәренә эләгә.[11]

Дуглас Фэрбенкс һәм Мэри Пикфорд 1921 йылда

1929 йылда тауышлы кино төшөрөлә башлай. 1927 йылдың «Ҡылансыҡ» пьесаһын төшөрөүгә хоҡуҡ ала, Норма Безант исемле һылыуҡай һәм уның һөйгәне тураһында трагик тарих. Тамашасы фильмды дәррәү ҡабул итә, ә Пикфорд Норма роле өсөн беренсе һәм берҙән-бер «Оскар» премияһын ала. Критиктар фильмға һалҡын ҡарайҙар.[12]

Пикфордтың башҡа картиналары ҙур уңыш ҡаҙанмай, шуға карьераһын тамаларға ҡарар итә һәм башҡа кинола төшмәй.

Халыҡтың сикһеҙ ышанысы менән ҡулланғас, Пикфорд төрлө шәфҡәтлек акцияларында ҡатнаша. 1918 йылда Беренсе донъя һуғышы ваҡытында актриса Дуглас Фэрбенкс, Чарли Чаплин, Мэри Дресслер[13] менән берлектә хуғыш ихтыяждарын ҡаплар өсөн хәрби заём облигацияларын алыуға халыҡты әйҙәй.

1921 йылда Пикфорд Фэрбенкс, Чаплин, Гриффит менән бергә Мохтажлыҡ кисергән киноактерҙарға ярҙам фонды төҙөй, һәм вице-президенты була.

1927 йылда Пикфорд абруйлы голливудлылар менән Америка кино сәнғәте академияһын төҙөй.

Шулай уҡ ауырыуҙар янына госпитальдәргә йөрөй. 1949 йылда өсөнсө ире Чарльз Роджерс һәм дуҫы Малкольм Бойд менән Pickford-Rogers-Boyd телерадиокомпанияһын төҙөйҙәр.

Һуңғы йылдары һәм үлеме

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Мэри Пикфордтың Грауман Ҡытай театры алдындағы аяҡ һәм ҡул эҙҙәре

Киноға төшмәгәндә ла, Пикфордтың билдәлелеге һаҡлана. 1940-сы йылдарҙа продюсерлыҡ менән шөғөлләнә, «Йоҡла, һөйгәнем» драмаһын (1948 йыл) һәм «Бәхетле мөхәббәт» (1949) комедияһын сығара. Шәхси тормошо еңелдән булмай. Бер нисә йыл эсендә бер-бер артлы яҡын туғандарын юғалта. 1928 йылда әсәһе үлеп ҡала, 1933 йылда — ҡустыһы Джек, 1936 йылда — һеңлеһе Лотти.

Тәрбиәгә алған балалары, иртә ҙурайып, уҙ тормошон көтә башлайҙар. 1960-сыйылдар уртаһында, бүлмәһенән сыҡмай, башҡалар менән телефонда ғына аралаша. 1976 йылда Пикфордты кинематографты үҫтереүҙәге ҙур өлөшө өсөн «Оскар» менән бүләкләйҙәр, һәм кино төшөрөү төркөмө уның кыҫҡа рәхмәт һүҙен төшөрөп ала.

Үлеменән алда Канаданың гражданлығын яңырта. Мэри Пикфорд мейегә ҡан һауыуҙан 1979 йылдың 29 майында 87 йәшендә үлеп ҡала. Калифорнияның Форест-Лаун зыяратында ерләнә.

1930 йылда Мэри Пикфорд «Кокетка» фильмындағы роле өсөн «Оскар» премияһына лайыҡ була. 1976 йылда кинематографты үҫтереүе өсөн Киноакадемия тарафынан бүләкләнә. Уның иҫтәлегенә йондоҙо 6280, Голливуд бульварындағы Голливуд «Дан аллеяһында» асалар.

  1. On opening night, Pickford performs for Canadian soldiers on their way to South Africa to serve in the Boer War. American Experience Public Broadcasting Service
  2. The Warrens of Virginia
  3. Пикфорд — имя её дедушки со стороны матери, Джона Пикфорда Хеннесси. Northernstars.ca 2006 йыл 11 декабрь архивланған.
  4. Little Mary Pickford <…> now becomes leading lady with the Majestic Film Co., a new independent film concern. The Humeston New Era от 25 октября 1911 года
  5. She toned down her performances to make them more intimate; she expressed emotion through her eyes, not with grandiose gestures. American Experience PBS
  6. Miss Pickford came into public favor through placing her entire heart and soul into the portrayals she took part in, and this, coupled with beauty and winning manners, soon found a way to the hearts of picture play lovers. Oakland Tribune от 14 июля 1912 года
  7. Mary Pickford in her latest and greatest success entitled Behind The Scenes. Come early to avoid the crowds. Suburbanite Economist от 13 ноября 1914 года
  8. Mary Pickford, doll divine / Year by year, and every day / At the moving-picture play / You have been my valentine. Fairbanks Daily Times(недоступная ссылка) от 24 декабря 1914 года
  9. В пересчёте на современные деньги, эта сумма равнялась 173 тысячам долларов в неделю. American Experience PBS
  10. Жорж Садуль. Всеобщая история кино(недоступная ссылка)
  11. Pickford’s mother Charlotte dies of breast cancer. The event leaves Pickford devastated and she cuts off her famous curls in front of journalists. The story makes the front page of the New York Times. American Experience 2015 йыл 24 сентябрь архивланған. PBS
  12. Mary Pickford, Best Actress Oscar 1929
  13. Примечательно, что некоторые зрители были разочарованы будничным видом своих идолов, обнаружив, что в повседневной жизни Чаплин не носит усов, а Пикфорд убирает волосы в обычную прическу. Some were disappointed because Fairbanks didn’t shove a locomotive off the track, and because Mary’s hair was done up and because Chaplin in actual life has no moustache and just ordinary feet. Fort Wayne News And Sentinel от 5 апреля 1918 года