Эстәлеккә күсергә

Платиопозавр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Platyoposaurus битенән йүнәлтелде)
Платиопозавр
Платиопозавр
Platyoposaurus stuckenbergi
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ер-һыу хайуандары
Отряд: Темноспондилдәр
Ғаилә: Archegosauridae
Ырыу: Платиопозавр
Латинса исеме
Platyoposaurus Trautschold, 1884
Төрҙәре
  • Platyoposaurus rickardi
  • Platyoposaurus stuckenbergi
  • Platyoposaurus watsoni

Платиопозавр[1] (лат. Platyoposaurus) — Рәсәйҙә ташҡа әйләнгән пермь осоро темноспондилдәр төркөмө. Иҫке әҙәбиәттә платиопс (Platyops) булараҡ билдәле.

Башҡортостанда Бәләбәй ҡалаһы тирәһендә табылған платиопозаврҙың (Platyoposaurus stuckenbergi) һөлдәһе Мәскәүҙәге Ю. А. Орлов исемендәге Палеонтология музейында күрһәтелә.

Баш һөйәгенең оҙон, ҡырҡа тарайған, яңаҡ осонда ҡалаҡ рәүешле тешле киңәйгән өлөшө айырыла. Күҙ ҡабығының өлөшөндә таҡта һөйәктәрендә һәм ҡолаҡ ҡырҡыуҙары алдында бугрҙар баш һөйәгенең бөтә өлөшөндә урынлашҡан. Тештәре ярайһы уҡ ҙур, айырыуса яңаҡ осонда. Кәүҙәһе ҙур, мыҡты, яҫы. Ҡорһағы ваҡ оҙонса-оҙонса тәңкәләр менән ҡапланған, арҡа тәңкәләре табылмаған. Аяҡтары ярайһы уҡ оҙон, айырыуса артҡылары. Ҡойроғо оҙон түгел, ян-яғынан яҫы. Дөйөм алғанда, оҙон моронло ҙур булмаған (2 метрға тиклем оҙонлоҡтағы) крокодилды хәтерләткән (тышҡы күренеше менән бигерәк тә иртә юра осоронда йәшәгән Pelagosaurus крокодилы менән бик ҙур оҡшашлыҡ күҙәтелә). Моғайын, балыҡ ашаусы йыртҡыс даими рәүештә һыуҙа йәшәгәндер (сөнки крокодилдарҙан айырмалы рәүештә, уны ҡоро ер менән бер нимә лә бәйләмәгән).

Platyoposaurus watsoni

P. rickardi өлгөлө төрөн 1880 йылда Уралда баҡырлы ҡомташтарҙың айырым ҡалдыҡтары буйынса В. Твелвтриз тасуирлаған. Башҡа ике төрө — P. stuckenbergi һәм P. watsoni тулыраҡ билдәле. Штукенбергтың платиопозавры һөлдәһе буйынса тулыһынса тиерлек билдәле. Икенсе яҡтан, Уотсон платиопозавры (1932 йылда И. А. Ефремов тасуирлаған) баш һөйәге буйынса билдәле, унан да бигерәк, Шихово-Чирка ятҡылығында был төрҙәге бик күп хайуандарҙың ҡалдыҡтары табылған.

Шуныһы ҡыҙыҡ, Көньяҡ Американың пермь осоро ҡатламдарында платиопозаврға бик яҡын темноспондилдәр табылған. Тәүгеләрҙән булып 1948 йылда төньяҡ Бразилияла Педра де Фого пермь ултырмаларынан Л. Прайс тарафынан һүрәтләнгән прионозух (Prionosuchus plummeri) булған.

Гигант Prionosuchus plummeri
Australerpeton cosgriffi

Тағы бер Көньяҡ Америка платиопозавры — Australerpeton cosgriffi була, ул Бразилияның көньяғында Рио до Растола табылған. Ул — ҙур булмаған хайуан, баш һөйәгенең оҙонлоғо 40 см. Тышҡы яҡтан австралерпетон төрө платиопозавр менән оҡшаш, уның да кәүҙәһе шулай уҡ яҫы һәм мороно оҙон. Ҡорһаҡ тирәһендә дермаль тәңкәләре ҡалдыҡтары тасуирлана. Шул уҡ Рио до Расто ултырмаларында һүрәтләнгән Bageherpeton longignathus 32 см оҙонлоҡтағы аҫҡы яңағы менән билдәле.

Платиопозаврҙың Төньяҡ һәм Көньяҡ ярымшарҙағы табылдыҡтары Пермь осоронда Гондвана һәм төньяҡ континенттар араһындағы бәйләнештең булыуын раҫлай.

  1. Ульяхин А. В. Об образе жизни платиопозавра (рус.) // Природа : журнал. — 2022. — В. 1, 2022. — С. 39—50. — ISSN 0032-874X. — DOI:10.7868/s0032874x22010045